Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир-егет ни күрмәй, ир күңеле ни белмәй
Ир-егет ни күрмәй,  ир күңеле ни белмәй
Замандашым, фекерҙәшем тураһында йыш уйланам мин. Хистәрҙең шулай нескәргән сағында мәртәбәле шағирыбыҙ, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын алған дуҫым Хәсән Назарҙың бер шиғыры күңелдә талпына башлай:
Ғүмеркәйҙәр нисек үтә икән?
Уйландыра нәҡ шул турала —
Ваҡыт йомғағына әллә ебәк,
Әллә сүбәк булып урала.


Хәсән уны йәшлек йылдарында Бөр­йән районының “Таң” гәзитендә эшләп йөрөгән сағында яҙғайны. Шиғыр 1971 йыл­да нәшер ителгән “Бөркөттәр төйәге” тип аталған тәүге йыйынтығына инде. “Марсель дуҫҡа. Бергә йәшәргә яҙһын. Хәсән” тигән автографлы был бүләге китапханамда ҡәҙерләп һаҡлана. Күңелде бер күреүҙән арбап ала торған гүзәл Бөрйәнде хәтерләгән һайын уҙғанды ҡа­бат үтке, үрҙәргә йәнә күтәрелге, ҡара­ғайҙарының алтын олондарына яңаҡты тағы терәп торғо килә. Хоҙайҙың ҡөҙрәте менән яратылған тәбиғәттең ҡырыҫ ма­турлығы йәһәтенән мин, мәҫәлән, донъя­ны байтаҡ гиҙгән әҙәм булһам да, Бөр­йәнгә тиң урынды осратманым. Ә бөрйәндәр?! Ҡәүем эсендә лә тотош халыҡ булып йәшәгән һәм йәшәйҙәр бит улар. Гүзәллек һәм көнитмеш өсөн өҙ­лөкһөҙ көрәш, төбәктең хисапһыҙ йылдар дауамында күрше-тирә донъянан айырымланыбыраҡ йәшәүе үҙенә күрә субэтнос хасил итмәнеме икән тигән уйға ла ҡалам. Бөрйәндәрҙең холоҡ-фиғелен, хеҙмәткә һәм белем алыуға мөнәсәбәтен күрә, һөйләшеүҙәрен ишетә йөрөп, ана шулай фәндә дәлилләнеү алмаҫ фе­кер­гә киләһең. Шағирҙы ҡабатлап әйткәндә, бөркөттәр төйәге ул. Пафослыраҡ яң­ғы­раһа ла, Бөрйәндең асылын белеп, тәбиғәтен аңлап, ҡайһылай ҙа таман һүҙ табылған бит!
Их, Бөрйән!.. Илем күкрәгенә һыйы­нып йәшәгән бер йән инде һин! Тарихын бәйән итәм тиһәң, осона сыҡмаҫ, матур­лығын һүрәтләйем тип баҙнат итһәң, һүҙ етмәҫ атайсал. Ошо тарафты күп мәртә­бә күреүем, ир-егеттәре менән таныш булыуым, торараҡ туғанлыҡ тамырҙа­рын үреүем менән мин дә сикһеҙ ғо­рурланам. Һуңғы ишарам, әлбиттә, Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитовҡа ҡағыла.
Ололар, әҙәм балаһын эсәр һыу, ейер ризыҡ йөрөтә, ти торғайны. Шулайҙыр. Бәлки, юлға алып сығыр, баҫыр ереңә еткерер, яҙмышыңа йоғонто яһар кеше­ләр менән осраштырыр беҙ аңламаған-белмәгән берәй ҡөҙрәт барҙыр?
1969 йылдың сентябре. Бәләкәй генә автобуста ҡағылып-һуғылып, саңға кү­мелеп, Иҫке Собханғолға килеп төш­төм. Редакция ҡушыуы буйынса районда ойошторолған беренсе “Бөрйән” совхо­зының эше менән танышырға тейешмен. Ул саҡтағы тәртипкә ярашлы, башта райкомға «йәвитсә» итәһең дә унан һуң ғына хужалыҡ етәксеһенә китәһең. Совхоздың тәбәнәк кенә контораһында, хәбәрсене көттөрмәй, һомғол кәүҙәле, ҡарағусҡыл йөҙлө йәш кеше ҡаршы алды.
Ир-егет ни күрмәй,  ир күңеле ни белмәйТаныштыҡ. Ғәбитов, Нөгөш буйынан булһа ла, беҙҙең әбйәлилсә, “эштәйбеҙ”, “сәпсим”, “һәүетемсә” тип һөйләшә. Хә­йер, Бөрйән менән Әбйәлил араһы нимә инде — өс тауҙы артылырға ла биш йылға кисергә. Ул арала, ҡунаҡ бар тип тормай, директорҙың кабинетына йә бе­реһе, йә икенсеһе инә. Әллә хужа махсус һайлап алған, бер тиҫтер йәш егеттәр – баш инженер Хәбир Һа­ғынбаев, баш агроном Рәжәп Назаров, баш зоотехник Таштимер Әлибәков, баш ветврач Факил Фәтҡуллин, баш бухгалтер Ғиниәт Миһ­ранов. Беҙҙең университет төркөмөнөң кейәүе, Рә­шиҙә исемле сибәр ҡыҙы­быҙ­ҙы алып киткән Байназар ауылы егете Риф Баязитов – совхоз парткомы секретары. Райондың яртыһын үҙенә берләш­тергән хужалыҡтың рәте-сираты, әл­бит­тә, кү­рен­мәгәндер, әммә Ғәбитов ко­ман­да­һының эште алып китеренә шик­лән­мәҫ­кә мөмкин ине. Һәм тормош тәүге тәьҫо­рат­тарҙың раҫ булыуын иҫбат ит­те. Баяғы әйткән егеттәр, һуңғараҡ бү­тән эштәргә күсһә лә, тормош юлдарын­да аҙашып тороп ҡалманы. Ра­йондың ул саҡта тамам йөгөнлөкләгән «Яңы юл», «Үрнәк», «Марс», «Алға», Салауат исе­мендәге колхоздары бер булып донъя көтөп алып китте. Атамалары дәртле генә булһа ла, әлеге хужалыҡтарҙа дәрт һүрелгәйне шул.
Директор вазифаһына Ғәбитов Стәр­летамаҡ педагогия институтынан һуң комсомолдың Бөрйән районы, унан бер нисә районды берләштергән Белорет территориаль комитетының беренсе секретары, партияның Бөрйән райко­мының икенсе секретары кабинеттары аша килгәйне. Ғәлиәкбәр ауылы малайы юға­ры уҡыу йортонда ла комсомол ойошмаһына етәкселек иткән. Уғата тырыш, уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмә­гән, лидерлыҡ сифаттарын күрһәтеп өлгөргән егетте инс­титут ректоры Тәүфиҡ Солтанғужин аспирантураға ҡалырға өгөтләп ҡараған, эшкә бүлгәндә Мәғариф министрлығына ла ҡоҙала­ғандар. Тегеһе: “Мөмкин бул­һа, Бөрйән­гә ебәрегеҙ мине”, – тип тик тора икән. Ихлас ниәтенә ышанып етмәүҙәрен күрепме, “мине Бөрйәндә кәләшем көтә”, тип тә өҫтәп ебәрә. Был инде етди дәлил. Эш шунда: Исмә­ғилдең һөйгәне, Ишембай районы ҡыҙы Тамара Яппаро­ва, институтты тамамлап, Бөрйәндең Аҫ­ҡар мәктәбендә уҡытып йөрөй ине инде.
Бына хәҙер Ғәбитов, байтаҡ һынау үтеп, тәжрибә туплап, яңы ҙур совхозды рәтләп маташа.
...Хужалыҡтың мең мәшәҡәте менән ваҡыт үткәне лә һиҙелмәгән икән. Инициативалы кешене бер урында оҙаҡ тота­лармы ни?! Бөрйәнгә сираттағы мәр­тәбә килгәндә Исмәғил Әхмәҙулла улы район Советы башҡарма комитеты рәйесе ине инде. Артабан да, шөкөр, ғүмер юлдарыбыҙ, йылғаның ике яры һымаҡ, йәнәш дауам итте. Мәскәүгә, КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбенә, мин бер йылға алдараҡ киттем. Исмәғил буласаҡ ҡо­ҙаһы Рәзил Мусин, Марс Шаһиев, Вәғиз Яҡупов, Иван Пресняков менән арты­быҙса килеп төштө. Шәп егеттәр! Пай­тәхеттә ғилем йәһәтенән дағаны тағы ла нығытыбыраҡ ҡайтҡас, республикабыҙҙа һәр кемгә яуаплы эш табылды. Исмәғил менән мин иртәрәк туғанлаштым: уның өлкән улы Азат кейәүем булып китте. Артабан ғаиләләр ҡорона Рәзил дә килеп инде. Исмәғилдең уртансы улы Илдар Мусиндың Зөлфиә исемле ҡыҙына өй­лән­де. Халыҡтың «Туғандарҙың татыу­лығы байлыҡтан ҡиммәт» тигән хаҡ һү­ҙенә таянып йәшәнек. Беҙҙең яҡын­лыҡ дәүләт эшенә һис ҡасан да хилаф­лыҡ килтермәне. Вазифа бурысыбыҙҙы һәр беребеҙ хәлебеҙҙән килгәнсә тырышып атҡарҙыҡ. Тик Дүртөйлө район һәм ҡала хакимиәте башлығы, бер үк ва­ҡыт­та Башҡортостан Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары булған Рәзил Ситдыҡ улы Мусин фажиғәле һәләк булғас, өс таға­ныбыҙ ҡымшанғандай итте. Ошо ауыр мәлдәрҙә Исмәғил Әхмәҙулла улы үҙе­нең ифрат сәләхиәтен, йәғни һәләтле­ген, һынмаҫ рухлы булыуын күрһәтте. Мәскәүҙән әйләнеп ҡайтҡас, Ғәбитов партияның Өлкә комитеты аппаратында ойоштороу бүлеге мөдире урынбаҫары булып бер аҙ эшләп алды. Өлкән быуын кешеләренә мәғлүмдер: урындарға яуап­лы вазифаларға ебәрер алдынан кадр­ҙар ошо бүлектә әллә һынау, әллә ка­рантин үтә ине. Бүлек мөдире – Геннадий Петрович Федотов атлы, ай-һай, уҫал ағай. Уның «иләген» үтә алһаң, йәһәннәмдә лә янмай сығаһың, тиерҙәр ине. Исмәғилгә иһә Хоҙай холоҡ тото­роҡлолоғон да, иплелекте лә, зирәклекте лә йәлләмәй биргән. Йәш сағынан уҡ ололар аҡылы менән йәшәгән кеше ул.
Ғәбитовты Күгәрсен районына беренсе секретарь итеп ебәргәс, урындағы халыҡ тәүҙә ни фекерҙә булғандыр, әммә мин, мәҫәлән, күгәрсендәр өсөн ҡыуандым. Ошоға хәтлем етәксегә мандый алмаған ҙур төбәккә бөтмөр, бар булмышын хеҙмәткә биргән кешенең килеүе яҙмыш бүләге ине. Ғәбитовтың Күгәрсендә эшләүенең артабан республика тарихына ни рәүешле инеп ҡалға­нын аңлайһығыҙҙыр.
Ғөмүмән, Исмәғил Әхмәҙулла улы һәр ерҙә үҙе хаҡында яҡшы хәтер ҡал­дыра белә. Хәйер, уның эшкә мөнәсә­бәтен үҙем дә күрә йөрөнөм. Ғәбитовтың ҡәтғи талапсанлығы, әйткән һүҙен мот­лаҡ бойомға ашыра алыу һәләте хатта легенда рәүешен ала башлағайны. Ошо уңайҙан Күгәрсендә булған бер хәлде ғибрәт алып та, мәрәкә итеп тә һөй­ләй­ҙәр. Район хужаһы бер хужалыҡ етәксе­һенә йәй башмаҡтар торасаҡ лапаҫты йәһәтерәк ҡорорға ҡуша икән. Тегеһе һаман һуҙа. Һөҙөмтәлә, айлы төндәрҙең береһендә Ғәбитов өс улы менән теге ҡоролманы рәтләп тә ҡуя. Етәксенең был хәлдән һуң кәйефен күҙ алдына килтереүе ауыр, әммә атай кеше юл ыңғайы уландарына ла һабаҡ бирә: белгәнгә, йәнәһе, бер һүҙ етергә тейеш.
Ул арала яҙмыш Ғәбитовты әле был ярға, әле икенсеһенә һуҡты. Күгәрсендә ең һыҙғанып эшләп йөрөгәнендә уны Хәйбулла районына ебәрҙеләр. Ғаилә әллә нисәмәгә бүленеп йәшәп алды: Исмәғил Әхмәҙулла улының вазифа бурыстарынан тыш, Тамара Зәйләғи ҡыҙы­ның мәктәптәге эше, малайҙарҙың уҡы­уы бар. Ләкин Ғәбитовтарҙа ҙур маҡсат, намыҫ тигән төшөнсәләр иң алда йөрөнө һәм йөрөй. Дөрөҫөрәге, бүтән мәсьәлә­ләр дәүләт эшенән аҙаҡ ҡына иҫәпкә алына.
Ғәбитов Хәйбулла ерендә тамыр ебә­рергә өлгөрмәй ҡалды, дөрөҫөрәге, уға ең һыҙғанырға форсат бирмәй, йәнә Өфөгә саҡыртып алдылар. Кистәрҙең береһендә Исмәғил беҙгә килеп инде. Ғәҙәттә эсендәген тышына сығара һал­май торған кеше был юлы тулҡынла­ныуынмы, шатлығынмы йәшерә алмай.
– Мәскәүҙән ҡайтып килеүем. Дәүләт агросәнәғәт комитеты рәйесе итеп раҫланылар әле...
– Аһһа! Кәттә хәбәр менән йөрөйһөң бит, дуҫ. Ҡотлайбыҙ!
Шулай Исмәғил Ғәбитов бер юлы БАССР Министрҙар Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары ла булып китте. Бик бола осорға тура килде уның власть баҫҡыстарынан үрләүе. Хужалыҡ эш­тә­ренә генә йомола торған ваҡыт түгел ине шул. Сәйәсәт һәр ғаиләгә, һәр кемдең яҙмышына ярып ингәндә, уға ғафил ҡалыу сараһы юҡ. Артабанғы йылдарҙа, республиканың ауыл хужа­лығы һәм аҙыҡ-түлек министры булып эшләгәндә лә, биш йыл буйы Президент Хакимиәте­нә етәкселек иткәндә лә Ғәбитовтың ғәмәлдәрендә ваҡ мәсьәлә булманы. Һығымталарым хата булмаһа, Хакимиәт ул йылдарҙа хужалыҡ-ойоштороу, кадр­ҙар менән эшләү буйынса үҙәккә әүерел­гәйне. Барлыҡ төп мәсьәләләр Прези­дент ҡарамағына инерҙән алда ошонда әҙерләнә, хәл итеү кимәленә еткерелә ине.
Йә ярай, Исмәғил Әхмәҙулла улының тормош һәм хеҙмәт юлын байҡай баш­лаһаң, осона сығырмын тимә. Уның эшмәкәрлегенә баһа биреү минең генә ҡулдан килерҙәй эш түгел. Әйткәндәй, Ғәбитов менән заманында Стәрлетамаҡ педагогия институтында бергә уҡыған яҙыусы Раил Байбулатов был йәһәттән беҙҙән уҙҙырҙы – «Сағыл ташта үҫкән ҡарағас» исемле роман-эссе яҙып баҫ­тырҙы. Аҙағыраҡ китап, Ғәлим Хисамов тарафынан өҫтәлеп һәм рус теленә тәржемә ителеп, «Башҡортостандың аҫыл заттары» серияһында ҡабатланды.
Ғәбитовтар ғаиләһендәге йәнә бер сифатҡа һоҡланам. Унда ата-әсә абруйы юғары, шул уҡ ваҡытта балаларға ла тиң күреп ҡарайҙар. Уландары әсәһе менән атаһының ихлас хөрмәтле, мөхәббәтле мөғәмәләһен ғүмер баҡый күреп йәшәй. Өлкәндәре Азат Бөрйәндән тәүге техник фәндәр докторы, профессор булып кит­кәс тә, Кембридж университеты тарафынан 2005 йылда сығарылған китапта XXI быуаттың иң булдыҡлы ике мең интеллектуалы иҫәбенә индерелгәс тә, уртан­сы­лары Илдар техник фәндәр докторы дәрәжәһендә Башҡортостан дәүләт аг­рар университеты ректоры итеп тәғә­йен­лән­гәс тә Ғәбитовтарҙың ҡы­лыҡ-фи­ғе­лендә аҙ ғына ла үҙгәреш һиҙелмәне. Кин­йә­ләре Наил, медицина фәндәре кандидаты булып, Бөрйәненә ҡайтып эшләргә ниәтләгәс, дәртләндерҙеләр генә.
...Бер йәй, донъя мәшәҡәттәрен иңдән аҙға ғына булһа ла һелкеп ташлап, ғаиләләр менән Ғәлиәкбәргә сығып киттек. Юл әле бында борола, икенсе ҡа­рауға, тегеләй әйләнә. Бара торғас, Баҙал тауына ла менеп еттек. Асманға яҡын ерҙән алыҫ тауҙар зәңгәр ебәккә төрөнөп ятҡандай күренә. Исмәғилдең гармунда һыҙҙырғанын, шәп бейегәнен белһәм дә, йырлағанын ишеткәнем юҡ ине. Әллә хисләнеүе шул ҡәҙәре күкрә­ген ярып барҙымы, Тамараһына мәғә­нәле итеп күҙ һирпеп алды ла, һуҙып ебәрҙе:
Мәсем дә генә ташы аҡыҡ та таш,
Көмөш тә генә балдаҡ, ике ҡаш.
Бармаҡтарың ҡамыш, йөҙөң ҡояш,
Аҡылдарың камил, үҙең йәш...
Йырын әллә һөйгәненә, әллә Бөрйә­ненә арнаны. Хәйер, уныһы мөһим дә түгелдер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 148

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 497

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 236

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 939

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 713

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 384

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 704

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 974

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 461

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 534

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 363

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 541