Замандашым, фекерҙәшем тураһында йыш уйланам мин. Хистәрҙең шулай нескәргән сағында мәртәбәле шағирыбыҙ, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын алған дуҫым Хәсән Назарҙың бер шиғыры күңелдә талпына башлай:
Ғүмеркәйҙәр нисек үтә икән?
Уйландыра нәҡ шул турала —
Ваҡыт йомғағына әллә ебәк,
Әллә сүбәк булып урала.
Хәсән уны йәшлек йылдарында Бөрйән районының “Таң” гәзитендә эшләп йөрөгән сағында яҙғайны. Шиғыр 1971 йылда нәшер ителгән “Бөркөттәр төйәге” тип аталған тәүге йыйынтығына инде. “Марсель дуҫҡа. Бергә йәшәргә яҙһын. Хәсән” тигән автографлы был бүләге китапханамда ҡәҙерләп һаҡлана. Күңелде бер күреүҙән арбап ала торған гүзәл Бөрйәнде хәтерләгән һайын уҙғанды ҡабат үтке, үрҙәргә йәнә күтәрелге, ҡарағайҙарының алтын олондарына яңаҡты тағы терәп торғо килә. Хоҙайҙың ҡөҙрәте менән яратылған тәбиғәттең ҡырыҫ матурлығы йәһәтенән мин, мәҫәлән, донъяны байтаҡ гиҙгән әҙәм булһам да, Бөрйәнгә тиң урынды осратманым. Ә бөрйәндәр?! Ҡәүем эсендә лә тотош халыҡ булып йәшәгән һәм йәшәйҙәр бит улар. Гүзәллек һәм көнитмеш өсөн өҙлөкһөҙ көрәш, төбәктең хисапһыҙ йылдар дауамында күрше-тирә донъянан айырымланыбыраҡ йәшәүе үҙенә күрә субэтнос хасил итмәнеме икән тигән уйға ла ҡалам. Бөрйәндәрҙең холоҡ-фиғелен, хеҙмәткә һәм белем алыуға мөнәсәбәтен күрә, һөйләшеүҙәрен ишетә йөрөп, ана шулай фәндә дәлилләнеү алмаҫ фекергә киләһең. Шағирҙы ҡабатлап әйткәндә, бөркөттәр төйәге ул. Пафослыраҡ яңғыраһа ла, Бөрйәндең асылын белеп, тәбиғәтен аңлап, ҡайһылай ҙа таман һүҙ табылған бит!
Их, Бөрйән!.. Илем күкрәгенә һыйынып йәшәгән бер йән инде һин! Тарихын бәйән итәм тиһәң, осона сыҡмаҫ, матурлығын һүрәтләйем тип баҙнат итһәң, һүҙ етмәҫ атайсал. Ошо тарафты күп мәртәбә күреүем, ир-егеттәре менән таныш булыуым, торараҡ туғанлыҡ тамырҙарын үреүем менән мин дә сикһеҙ ғорурланам. Һуңғы ишарам, әлбиттә, Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитовҡа ҡағыла.
Ололар, әҙәм балаһын эсәр һыу, ейер ризыҡ йөрөтә, ти торғайны. Шулайҙыр. Бәлки, юлға алып сығыр, баҫыр ереңә еткерер, яҙмышыңа йоғонто яһар кешеләр менән осраштырыр беҙ аңламаған-белмәгән берәй ҡөҙрәт барҙыр?
1969 йылдың сентябре. Бәләкәй генә автобуста ҡағылып-һуғылып, саңға күмелеп, Иҫке Собханғолға килеп төштөм. Редакция ҡушыуы буйынса районда ойошторолған беренсе “Бөрйән” совхозының эше менән танышырға тейешмен. Ул саҡтағы тәртипкә ярашлы, башта райкомға «йәвитсә» итәһең дә унан һуң ғына хужалыҡ етәксеһенә китәһең. Совхоздың тәбәнәк кенә контораһында, хәбәрсене көттөрмәй, һомғол кәүҙәле, ҡарағусҡыл йөҙлө йәш кеше ҡаршы алды.
Таныштыҡ. Ғәбитов, Нөгөш буйынан булһа ла, беҙҙең әбйәлилсә, “эштәйбеҙ”, “сәпсим”, “һәүетемсә” тип һөйләшә. Хәйер, Бөрйән менән Әбйәлил араһы нимә инде — өс тауҙы артылырға ла биш йылға кисергә. Ул арала, ҡунаҡ бар тип тормай, директорҙың кабинетына йә береһе, йә икенсеһе инә. Әллә хужа махсус һайлап алған, бер тиҫтер йәш егеттәр – баш инженер Хәбир Һағынбаев, баш агроном Рәжәп Назаров, баш зоотехник Таштимер Әлибәков, баш ветврач Факил Фәтҡуллин, баш бухгалтер Ғиниәт Миһранов. Беҙҙең университет төркөмөнөң кейәүе, Рәшиҙә исемле сибәр ҡыҙыбыҙҙы алып киткән Байназар ауылы егете Риф Баязитов – совхоз парткомы секретары. Райондың яртыһын үҙенә берләштергән хужалыҡтың рәте-сираты, әлбиттә, күренмәгәндер, әммә Ғәбитов командаһының эште алып китеренә шикләнмәҫкә мөмкин ине. Һәм тормош тәүге тәьҫораттарҙың раҫ булыуын иҫбат итте. Баяғы әйткән егеттәр, һуңғараҡ бүтән эштәргә күсһә лә, тормош юлдарында аҙашып тороп ҡалманы. Райондың ул саҡта тамам йөгөнлөкләгән «Яңы юл», «Үрнәк», «Марс», «Алға», Салауат исемендәге колхоздары бер булып донъя көтөп алып китте. Атамалары дәртле генә булһа ла, әлеге хужалыҡтарҙа дәрт һүрелгәйне шул.
Директор вазифаһына Ғәбитов Стәрлетамаҡ педагогия институтынан һуң комсомолдың Бөрйән районы, унан бер нисә районды берләштергән Белорет территориаль комитетының беренсе секретары, партияның Бөрйән райкомының икенсе секретары кабинеттары аша килгәйне. Ғәлиәкбәр ауылы малайы юғары уҡыу йортонда ла комсомол ойошмаһына етәкселек иткән. Уғата тырыш, уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән, лидерлыҡ сифаттарын күрһәтеп өлгөргән егетте институт ректоры Тәүфиҡ Солтанғужин аспирантураға ҡалырға өгөтләп ҡараған, эшкә бүлгәндә Мәғариф министрлығына ла ҡоҙалағандар. Тегеһе: “Мөмкин булһа, Бөрйәнгә ебәрегеҙ мине”, – тип тик тора икән. Ихлас ниәтенә ышанып етмәүҙәрен күрепме, “мине Бөрйәндә кәләшем көтә”, тип тә өҫтәп ебәрә. Был инде етди дәлил. Эш шунда: Исмәғилдең һөйгәне, Ишембай районы ҡыҙы Тамара Яппарова, институтты тамамлап, Бөрйәндең Аҫҡар мәктәбендә уҡытып йөрөй ине инде.
Бына хәҙер Ғәбитов, байтаҡ һынау үтеп, тәжрибә туплап, яңы ҙур совхозды рәтләп маташа.
...Хужалыҡтың мең мәшәҡәте менән ваҡыт үткәне лә һиҙелмәгән икән. Инициативалы кешене бер урында оҙаҡ тоталармы ни?! Бөрйәнгә сираттағы мәртәбә килгәндә Исмәғил Әхмәҙулла улы район Советы башҡарма комитеты рәйесе ине инде. Артабан да, шөкөр, ғүмер юлдарыбыҙ, йылғаның ике яры һымаҡ, йәнәш дауам итте. Мәскәүгә, КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбенә, мин бер йылға алдараҡ киттем. Исмәғил буласаҡ ҡоҙаһы Рәзил Мусин, Марс Шаһиев, Вәғиз Яҡупов, Иван Пресняков менән артыбыҙса килеп төштө. Шәп егеттәр! Пайтәхеттә ғилем йәһәтенән дағаны тағы ла нығытыбыраҡ ҡайтҡас, республикабыҙҙа һәр кемгә яуаплы эш табылды. Исмәғил менән мин иртәрәк туғанлаштым: уның өлкән улы Азат кейәүем булып китте. Артабан ғаиләләр ҡорона Рәзил дә килеп инде. Исмәғилдең уртансы улы Илдар Мусиндың Зөлфиә исемле ҡыҙына өйләнде. Халыҡтың «Туғандарҙың татыулығы байлыҡтан ҡиммәт» тигән хаҡ һүҙенә таянып йәшәнек. Беҙҙең яҡынлыҡ дәүләт эшенә һис ҡасан да хилафлыҡ килтермәне. Вазифа бурысыбыҙҙы һәр беребеҙ хәлебеҙҙән килгәнсә тырышып атҡарҙыҡ. Тик Дүртөйлө район һәм ҡала хакимиәте башлығы, бер үк ваҡытта Башҡортостан Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары булған Рәзил Ситдыҡ улы Мусин фажиғәле һәләк булғас, өс тағаныбыҙ ҡымшанғандай итте. Ошо ауыр мәлдәрҙә Исмәғил Әхмәҙулла улы үҙенең ифрат сәләхиәтен, йәғни һәләтлеген, һынмаҫ рухлы булыуын күрһәтте. Мәскәүҙән әйләнеп ҡайтҡас, Ғәбитов партияның Өлкә комитеты аппаратында ойоштороу бүлеге мөдире урынбаҫары булып бер аҙ эшләп алды. Өлкән быуын кешеләренә мәғлүмдер: урындарға яуаплы вазифаларға ебәрер алдынан кадрҙар ошо бүлектә әллә һынау, әллә карантин үтә ине. Бүлек мөдире – Геннадий Петрович Федотов атлы, ай-һай, уҫал ағай. Уның «иләген» үтә алһаң, йәһәннәмдә лә янмай сығаһың, тиерҙәр ине. Исмәғилгә иһә Хоҙай холоҡ тотороҡлолоғон да, иплелекте лә, зирәклекте лә йәлләмәй биргән. Йәш сағынан уҡ ололар аҡылы менән йәшәгән кеше ул.
Ғәбитовты Күгәрсен районына беренсе секретарь итеп ебәргәс, урындағы халыҡ тәүҙә ни фекерҙә булғандыр, әммә мин, мәҫәлән, күгәрсендәр өсөн ҡыуандым. Ошоға хәтлем етәксегә мандый алмаған ҙур төбәккә бөтмөр, бар булмышын хеҙмәткә биргән кешенең килеүе яҙмыш бүләге ине. Ғәбитовтың Күгәрсендә эшләүенең артабан республика тарихына ни рәүешле инеп ҡалғанын аңлайһығыҙҙыр.
Ғөмүмән, Исмәғил Әхмәҙулла улы һәр ерҙә үҙе хаҡында яҡшы хәтер ҡалдыра белә. Хәйер, уның эшкә мөнәсәбәтен үҙем дә күрә йөрөнөм. Ғәбитовтың ҡәтғи талапсанлығы, әйткән һүҙен мотлаҡ бойомға ашыра алыу һәләте хатта легенда рәүешен ала башлағайны. Ошо уңайҙан Күгәрсендә булған бер хәлде ғибрәт алып та, мәрәкә итеп тә һөйләйҙәр. Район хужаһы бер хужалыҡ етәксеһенә йәй башмаҡтар торасаҡ лапаҫты йәһәтерәк ҡорорға ҡуша икән. Тегеһе һаман һуҙа. Һөҙөмтәлә, айлы төндәрҙең береһендә Ғәбитов өс улы менән теге ҡоролманы рәтләп тә ҡуя. Етәксенең был хәлдән һуң кәйефен күҙ алдына килтереүе ауыр, әммә атай кеше юл ыңғайы уландарына ла һабаҡ бирә: белгәнгә, йәнәһе, бер һүҙ етергә тейеш.
Ул арала яҙмыш Ғәбитовты әле был ярға, әле икенсеһенә һуҡты. Күгәрсендә ең һыҙғанып эшләп йөрөгәнендә уны Хәйбулла районына ебәрҙеләр. Ғаилә әллә нисәмәгә бүленеп йәшәп алды: Исмәғил Әхмәҙулла улының вазифа бурыстарынан тыш, Тамара Зәйләғи ҡыҙының мәктәптәге эше, малайҙарҙың уҡыуы бар. Ләкин Ғәбитовтарҙа ҙур маҡсат, намыҫ тигән төшөнсәләр иң алда йөрөнө һәм йөрөй. Дөрөҫөрәге, бүтән мәсьәләләр дәүләт эшенән аҙаҡ ҡына иҫәпкә алына.
Ғәбитов Хәйбулла ерендә тамыр ебәрергә өлгөрмәй ҡалды, дөрөҫөрәге, уға ең һыҙғанырға форсат бирмәй, йәнә Өфөгә саҡыртып алдылар. Кистәрҙең береһендә Исмәғил беҙгә килеп инде. Ғәҙәттә эсендәген тышына сығара һалмай торған кеше был юлы тулҡынланыуынмы, шатлығынмы йәшерә алмай.
– Мәскәүҙән ҡайтып килеүем. Дәүләт агросәнәғәт комитеты рәйесе итеп раҫланылар әле...
– Аһһа! Кәттә хәбәр менән йөрөйһөң бит, дуҫ. Ҡотлайбыҙ!
Шулай Исмәғил Ғәбитов бер юлы БАССР Министрҙар Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары ла булып китте. Бик бола осорға тура килде уның власть баҫҡыстарынан үрләүе. Хужалыҡ эштәренә генә йомола торған ваҡыт түгел ине шул. Сәйәсәт һәр ғаиләгә, һәр кемдең яҙмышына ярып ингәндә, уға ғафил ҡалыу сараһы юҡ. Артабанғы йылдарҙа, республиканың ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры булып эшләгәндә лә, биш йыл буйы Президент Хакимиәтенә етәкселек иткәндә лә Ғәбитовтың ғәмәлдәрендә ваҡ мәсьәлә булманы. Һығымталарым хата булмаһа, Хакимиәт ул йылдарҙа хужалыҡ-ойоштороу, кадрҙар менән эшләү буйынса үҙәккә әүерелгәйне. Барлыҡ төп мәсьәләләр Президент ҡарамағына инерҙән алда ошонда әҙерләнә, хәл итеү кимәленә еткерелә ине.
Йә ярай, Исмәғил Әхмәҙулла улының тормош һәм хеҙмәт юлын байҡай башлаһаң, осона сығырмын тимә. Уның эшмәкәрлегенә баһа биреү минең генә ҡулдан килерҙәй эш түгел. Әйткәндәй, Ғәбитов менән заманында Стәрлетамаҡ педагогия институтында бергә уҡыған яҙыусы Раил Байбулатов был йәһәттән беҙҙән уҙҙырҙы – «Сағыл ташта үҫкән ҡарағас» исемле роман-эссе яҙып баҫтырҙы. Аҙағыраҡ китап, Ғәлим Хисамов тарафынан өҫтәлеп һәм рус теленә тәржемә ителеп, «Башҡортостандың аҫыл заттары» серияһында ҡабатланды.
Ғәбитовтар ғаиләһендәге йәнә бер сифатҡа һоҡланам. Унда ата-әсә абруйы юғары, шул уҡ ваҡытта балаларға ла тиң күреп ҡарайҙар. Уландары әсәһе менән атаһының ихлас хөрмәтле, мөхәббәтле мөғәмәләһен ғүмер баҡый күреп йәшәй. Өлкәндәре Азат Бөрйәндән тәүге техник фәндәр докторы, профессор булып киткәс тә, Кембридж университеты тарафынан 2005 йылда сығарылған китапта XXI быуаттың иң булдыҡлы ике мең интеллектуалы иҫәбенә индерелгәс тә, уртансылары Илдар техник фәндәр докторы дәрәжәһендә Башҡортостан дәүләт аграр университеты ректоры итеп тәғәйенләнгәс тә Ғәбитовтарҙың ҡылыҡ-фиғелендә аҙ ғына ла үҙгәреш һиҙелмәне. Кинйәләре Наил, медицина фәндәре кандидаты булып, Бөрйәненә ҡайтып эшләргә ниәтләгәс, дәртләндерҙеләр генә.
...Бер йәй, донъя мәшәҡәттәрен иңдән аҙға ғына булһа ла һелкеп ташлап, ғаиләләр менән Ғәлиәкбәргә сығып киттек. Юл әле бында борола, икенсе ҡарауға, тегеләй әйләнә. Бара торғас, Баҙал тауына ла менеп еттек. Асманға яҡын ерҙән алыҫ тауҙар зәңгәр ебәккә төрөнөп ятҡандай күренә. Исмәғилдең гармунда һыҙҙырғанын, шәп бейегәнен белһәм дә, йырлағанын ишеткәнем юҡ ине. Әллә хисләнеүе шул ҡәҙәре күкрәген ярып барҙымы, Тамараһына мәғәнәле итеп күҙ һирпеп алды ла, һуҙып ебәрҙе:
Мәсем дә генә ташы аҡыҡ та таш,
Көмөш тә генә балдаҡ, ике ҡаш.
Бармаҡтарың ҡамыш, йөҙөң ҡояш,
Аҡылдарың камил, үҙең йәш...
Йырын әллә һөйгәненә, әллә Бөрйәненә арнаны. Хәйер, уныһы мөһим дә түгелдер.