Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер оялағы ҡоштарҙай
Бер оялағы ҡоштарҙай Хәҙерге заман балаларына фәһем булыр тип, әҙ-мәҙ үткән тормош юлы­быҙ менән дә таныштырмаҡсымын. Беҙ Фә­нис Исхаҡов менән 1951 йылдан алып алты йыл бергә уҡыныҡ, бер бүлмәлә йәшәнек. Район, ауыл балалар йорт­та­рын­дағы ваҡытты ҡушһаҡ, дәүләт ҡа­рамағында ун йыл булған­быҙ. Фәнис Әбйәлил районынан клас­ташыбыҙ Альбина Кусимова менән бына 50 йылдан ашыу инде күптәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәй. Әйтергә кәрәк, улар кеүек күгәр­сен­дәй гөрлә­шеп ғүмер иткән “үҙе­беҙ­ҙең” парҙар байтаҡ: Марат ағайым менән Мөнирә еңгәм, Лена менән Нияз Мә­житовтар, Зилә менән Усман Муллагилдиндар, Сажиҙә менән Зә­кәриә Иб­ра­һимовтар, Рәмилә менән Хөрмә­тулла Шаһиевтар һәм баш­ҡалар.
Фәнис ағаһы Фән менән 1944 йыл­да үкһеҙ етем ҡалған. Ата-әсәләре был донъяла 33 йыл ғына йәшәгән. Фәнис Ҡырмыҫҡалы районының Ҡар­лыман ауылы мәктәбендә I класты тамамлай. Йыш ҡына ҡарҙа ялан аяҡ йүгергәнен иҫенә төшөрә – аяҡ кейеме булма­ған­лыҡтан, өс йыл өйҙә ултыра, мәктәпкә йөрөй алмай. Йә­йен ашарға яраҡлы үлән йыйып, уларҙы тауар поезында Өфө баҙа­рына алып барып, ризығын икмәккә алмаштыра, шулай тамағын туйҙыра.
Бындай берәҙәктәрҙе милиция бер ҡарауҙа танып тора ине. Башта уны Стәр­летамаҡҡа, унан Күгәрсен райо­ны­ның Мәҡсүт балалар йортона ебә­рәләр. Инде “күпте күргән” кеше бу­ла­раҡ, “дедовщина”һыҙ, яҡшыраҡ балалар йортона эләгеү маҡсаты ме­нән ҡаса, ҡабат эләгә. “Ҡайҙан ҡастың?” тигән һорауға малай хәйләләп: “Белорет районының Сермән ауылы балалар йортонан”, – тип яуап бирә. Был учреждениела 1951 йылға тиклем йәшәй, V класты маҡтау грамо­та­һы­на тамамлай. Ғүмере буйы уҡы­тыу­сы­ла­рына һәм тәрбиәселәренә йылы тойғо һаҡлай. Шул уҡ йылда уны беҙҙең Өфөләге 5-се балалар йортона алалар. Фәнис тәбиғәттән бирелгән зиһене һәм тормош тәж­рибәһе аша тиҙ ара­ла танылыу яулай. Эҫегә, һыуыҡҡа сы­ҙамлы, физик яҡтан көслө егет спорттың да ысын ир-егеттәр шөғөлөн – боксты – һайлай. Был инде уның хол­ҡон тағы ла сыныҡ­ты­ра, киҫкен хәл­дәр­ҙә тиҙ арала дөрөҫ юл табырға ярҙам итә. Мәктәпте тамамла­ған­да Фәнис – бокс, Альбина гимнастика буйынса бер нисә тап­ҡыр Башҡорт­остан чемпионы, спорт мастер­лығына кандидат инеләр. Мин – мәк­тәптең би­ҙәү­се-рәссамы, радио (мине Попов тип тә йөрөтәләр ине), фо­то- һәм кино­һәүәҫкәр.
Мәктәпте тамам­лағас, Фәнис – М.В. Ло­моносов исемен­дә­ге Мәскәү дәүләт университеты эргәһендәге Көнсы­ғыш телдәре институтына, мин А.А. Жданов исемендәге Мәскәү архитектура институтына доку­менттар­ҙы ебәрҙек. Класташым, фекерен үҙгәртеп, инженер булыу маҡ­са­тында Горькийҙағы Төҙө­лөш институтына инде. Мин ятаҡта урын юҡ­лыҡтан, Башҡортостан Хө­кү­мәте бир­гән юллама буйынса имтихан­дарҙы уңыш­лы тапшырып, МДУ-ның геология факультетына ҡабул ителдем. Ике йылдан Фәнис тағы бер ҡырҡа боролош яһаны – Өфө нефть институтына күсә, уны уңышлы тамамлап, нефтсе-инженер, газ үткәр­гестәр һәм газ менән тәьмин итеү селтәрҙәрен төҙөүсе һөнәрен алды, мин иһә нефтсе-геолог булып сыҡ­тым.
Тәбиғәттән бирелгән үҙаллылыҡ һәм лидерлыҡ һәләте Фәнискә төрлө өлкә­ләрҙә юғары һөҙөмтәгә өлгә­шергә этәр­гес булды. Шулар­ҙың бер нисәүһен генә әйтеп үтәм: “Баштрансгаз” сәнәғәт берекмәһе директоры, Өфө ҡалаһы Октябрь районы коммунистар партия­һы коми­теты­ның беренсе секретары, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе урынба­ҫары, иҡтисад фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған тө­ҙөү­сеһе... СССР-ҙың төрлө төбәк­тәрен­дә, Румынияла, Афғанстанда яуаплы вази­фаларҙы башҡарҙы.
Уның тылы – фронттағыса ныҡ һәм ышаныслы ҡатыны Альбина Ха­жим ҡы­ҙы ҡулында. Был ғаилә ха­ҡында киң мәғлүмәт сараларында әленән-әле ише­телеп тора: талантлы ейәндәре донъя сәхнәләрен яуланы инде. Бында ла Фә­нис Ғәйнетдин улы менән Альбина Ха­жим ҡыҙының өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Класташтарымдың тағы берәүһе Ли­лиә Килмөхәмәтова (Псәнчина) – ике фән докторының әсәһе. Мулла­гилдин­дарҙың улы Ришат – Конгресс-холдың авторы, архитектура про­фес­соры. Ратсил Байназаров – утыҙ йыл буйы “Башжилкоммунстрой” институтының баш инженеры, Әмир Халиҡов – конструктор бюроһы начальнигы, Айрат Ихсанов Стәрле­тамаҡтың химия һәм һөт заводтары директоры булып эшләне. Ҡыҙҙа­ры­быҙҙың күбеһе уҡытыусы һөнәрен һайланы. Дим Сафин – идара етәк­сеһе, Фрид Гәрәев менән Гөлфа­ри­за Ҡара­ғолова – эшҡыуар. Абзал Ҡот­ломө­хәмәтов – инженер, Ленинград­та эшләгән турбиналарҙы монтаж­лап, Аргентинаның баш ҡалаһы Буэ­нос-Айресҡа ут бирә, шулай уҡ уның Һиндостан мосолмандары ара­һында абруйы ҙур. Үкенескә ҡаршы, клас­таштарыбыҙ Әнүәр Мортазин Ле­нин­градҡа барышлай институтҡа ҡабул итеү имтихандарына һуңлай. Үкһеҙ етем ҡайҙа барһын инде, 1955 йылда бергәләп киномеханик һөнәрен ал­ғай­ныҡ, шул ғүмерлек эшенә әүе­рел­де. Ә бит иң көслө математик, фут­болсы, шахматсы ине. Директор Й. Сакаева уны “беҙҙең Ботвинни­гыбыҙ” тип йө­рөттө. Әнүәр буласаҡ гроссмейстер Игорь Копыловты ла еңә торғайны.
Йылдар үтә. Класташтарым да хә­ҙер 75-те ҡыуа. Бер оянан осоп сыҡ­ҡан ҡош балалары кеүек, үҙебеҙҙе туған­дарҙай хис итеп йәшәйбеҙ. Улар бә­хетле, яҡшы тормош ҡорған. Беҙ­ҙең меңләгән бала араһында енә­йәтселек һәм алкоголизм булманы. Был – өҫтә балалар йорттары тәр­биәләнеүселәре тураһын­да әйтел­гән­дәргә яуап. Хәҙер ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла бер-бе­ребеҙ менән бәй­ләнеште өҙмәнек, һәр хәлдә биш йыл һайын бөтә класс менән осра­ша­быҙ. Тик, үкенескә ҡар­шы, һуңғы осра­шыу­ҙарҙа шатлығы­быҙҙы иң изге, эскер­һеҙ, намыҫлы хеҙмәт эйәләре – ҡә­ҙерле уҡытыусы­ларыбыҙ һәм тәр­биәселәребеҙ – уртаҡлаша алманы. Улар – мәңгегә йөрәктә. Рәхмәт һеҙгә, мәктәбем, уҡытыусыларым, класташтарым!

Эрнст ЮЛБАРИСОВ.
Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй тау фәндәре академияһы академигы, техник фәндәр докторы, геология-минералогия фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай 15.08.2025 // Йәмғиәт

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай...

Тотош уҡырға 6

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла...

Тотош уҡырға 0

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

2025 йылдың 1 сентябренән «Башҡортостан Республикаһы территорияһында алкоголһеҙ тонусты күтәреүсе...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне 14.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән берлектә уҡыусылар өсөн алмашыу буйынса ял ойошторҙо....

Тотош уҡырға 17

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 12

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә
Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола 14.08.2025 // Йәмғиәт

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 14

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 19

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 16

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 17