Хәҙерге заман балаларына фәһем булыр тип, әҙ-мәҙ үткән тормош юлыбыҙ менән дә таныштырмаҡсымын. Беҙ Фәнис Исхаҡов менән 1951 йылдан алып алты йыл бергә уҡыныҡ, бер бүлмәлә йәшәнек. Район, ауыл балалар йорттарындағы ваҡытты ҡушһаҡ, дәүләт ҡарамағында ун йыл булғанбыҙ. Фәнис Әбйәлил районынан класташыбыҙ Альбина Кусимова менән бына 50 йылдан ашыу инде күптәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәй. Әйтергә кәрәк, улар кеүек күгәрсендәй гөрләшеп ғүмер иткән “үҙебеҙҙең” парҙар байтаҡ: Марат ағайым менән Мөнирә еңгәм, Лена менән Нияз Мәжитовтар, Зилә менән Усман Муллагилдиндар, Сажиҙә менән Зәкәриә Ибраһимовтар, Рәмилә менән Хөрмәтулла Шаһиевтар һәм башҡалар.
Фәнис ағаһы Фән менән 1944 йылда үкһеҙ етем ҡалған. Ата-әсәләре был донъяла 33 йыл ғына йәшәгән. Фәнис Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылы мәктәбендә I класты тамамлай. Йыш ҡына ҡарҙа ялан аяҡ йүгергәнен иҫенә төшөрә – аяҡ кейеме булмағанлыҡтан, өс йыл өйҙә ултыра, мәктәпкә йөрөй алмай. Йәйен ашарға яраҡлы үлән йыйып, уларҙы тауар поезында Өфө баҙарына алып барып, ризығын икмәккә алмаштыра, шулай тамағын туйҙыра.
Бындай берәҙәктәрҙе милиция бер ҡарауҙа танып тора ине. Башта уны Стәрлетамаҡҡа, унан Күгәрсен районының Мәҡсүт балалар йортона ебәрәләр. Инде “күпте күргән” кеше булараҡ, “дедовщина”һыҙ, яҡшыраҡ балалар йортона эләгеү маҡсаты менән ҡаса, ҡабат эләгә. “Ҡайҙан ҡастың?” тигән һорауға малай хәйләләп: “Белорет районының Сермән ауылы балалар йортонан”, – тип яуап бирә. Был учреждениела 1951 йылға тиклем йәшәй, V класты маҡтау грамотаһына тамамлай. Ғүмере буйы уҡытыусыларына һәм тәрбиәселәренә йылы тойғо һаҡлай. Шул уҡ йылда уны беҙҙең Өфөләге 5-се балалар йортона алалар. Фәнис тәбиғәттән бирелгән зиһене һәм тормош тәжрибәһе аша тиҙ арала танылыу яулай. Эҫегә, һыуыҡҡа сыҙамлы, физик яҡтан көслө егет спорттың да ысын ир-егеттәр шөғөлөн – боксты – һайлай. Был инде уның холҡон тағы ла сыныҡтыра, киҫкен хәлдәрҙә тиҙ арала дөрөҫ юл табырға ярҙам итә. Мәктәпте тамамлағанда Фәнис – бокс, Альбина гимнастика буйынса бер нисә тапҡыр Башҡортостан чемпионы, спорт мастерлығына кандидат инеләр. Мин – мәктәптең биҙәүсе-рәссамы, радио (мине Попов тип тә йөрөтәләр ине), фото- һәм киноһәүәҫкәр.
Мәктәпте тамамлағас, Фәнис – М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты эргәһендәге Көнсығыш телдәре институтына, мин А.А. Жданов исемендәге Мәскәү архитектура институтына документтарҙы ебәрҙек. Класташым, фекерен үҙгәртеп, инженер булыу маҡсатында Горькийҙағы Төҙөлөш институтына инде. Мин ятаҡта урын юҡлыҡтан, Башҡортостан Хөкүмәте биргән юллама буйынса имтихандарҙы уңышлы тапшырып, МДУ-ның геология факультетына ҡабул ителдем. Ике йылдан Фәнис тағы бер ҡырҡа боролош яһаны – Өфө нефть институтына күсә, уны уңышлы тамамлап, нефтсе-инженер, газ үткәргестәр һәм газ менән тәьмин итеү селтәрҙәрен төҙөүсе һөнәрен алды, мин иһә нефтсе-геолог булып сыҡтым.
Тәбиғәттән бирелгән үҙаллылыҡ һәм лидерлыҡ һәләте Фәнискә төрлө өлкәләрҙә юғары һөҙөмтәгә өлгәшергә этәргес булды. Шуларҙың бер нисәүһен генә әйтеп үтәм: “Баштрансгаз” сәнәғәт берекмәһе директоры, Өфө ҡалаһы Октябрь районы коммунистар партияһы комитетының беренсе секретары, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары, иҡтисад фәндәре кандидаты, БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе... СССР-ҙың төрлө төбәктәрендә, Румынияла, Афғанстанда яуаплы вазифаларҙы башҡарҙы.
Уның тылы – фронттағыса ныҡ һәм ышаныслы ҡатыны Альбина Хажим ҡыҙы ҡулында. Был ғаилә хаҡында киң мәғлүмәт сараларында әленән-әле ишетелеп тора: талантлы ейәндәре донъя сәхнәләрен яуланы инде. Бында ла Фәнис Ғәйнетдин улы менән Альбина Хажим ҡыҙының өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Класташтарымдың тағы берәүһе Лилиә Килмөхәмәтова (Псәнчина) – ике фән докторының әсәһе. Муллагилдиндарҙың улы Ришат – Конгресс-холдың авторы, архитектура профессоры. Ратсил Байназаров – утыҙ йыл буйы “Башжилкоммунстрой” институтының баш инженеры, Әмир Халиҡов – конструктор бюроһы начальнигы, Айрат Ихсанов Стәрлетамаҡтың химия һәм һөт заводтары директоры булып эшләне. Ҡыҙҙарыбыҙҙың күбеһе уҡытыусы һөнәрен һайланы. Дим Сафин – идара етәксеһе, Фрид Гәрәев менән Гөлфариза Ҡарағолова – эшҡыуар. Абзал Ҡотломөхәмәтов – инженер, Ленинградта эшләгән турбиналарҙы монтажлап, Аргентинаның баш ҡалаһы Буэнос-Айресҡа ут бирә, шулай уҡ уның Һиндостан мосолмандары араһында абруйы ҙур. Үкенескә ҡаршы, класташтарыбыҙ Әнүәр Мортазин Ленинградҡа барышлай институтҡа ҡабул итеү имтихандарына һуңлай. Үкһеҙ етем ҡайҙа барһын инде, 1955 йылда бергәләп киномеханик һөнәрен алғайныҡ, шул ғүмерлек эшенә әүерелде. Ә бит иң көслө математик, футболсы, шахматсы ине. Директор Й. Сакаева уны “беҙҙең Ботвиннигыбыҙ” тип йөрөттө. Әнүәр буласаҡ гроссмейстер Игорь Копыловты ла еңә торғайны.
Йылдар үтә. Класташтарым да хәҙер 75-те ҡыуа. Бер оянан осоп сыҡҡан ҡош балалары кеүек, үҙебеҙҙе туғандарҙай хис итеп йәшәйбеҙ. Улар бәхетле, яҡшы тормош ҡорған. Беҙҙең меңләгән бала араһында енәйәтселек һәм алкоголизм булманы. Был – өҫтә балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре тураһында әйтелгәндәргә яуап. Хәҙер ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла бер-беребеҙ менән бәйләнеште өҙмәнек, һәр хәлдә биш йыл һайын бөтә класс менән осрашабыҙ. Тик, үкенескә ҡаршы, һуңғы осрашыуҙарҙа шатлығыбыҙҙы иң изге, эскерһеҙ, намыҫлы хеҙмәт эйәләре – ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ һәм тәрбиәселәребеҙ – уртаҡлаша алманы. Улар – мәңгегә йөрәктә. Рәхмәт һеҙгә, мәктәбем, уҡытыусыларым, класташтарым!
Эрнст ЮЛБАРИСОВ.
Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй тау фәндәре академияһы академигы, техник фәндәр докторы, геология-минералогия фәндәре кандидаты.