Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр ветеран хәстәрлек тойһон
Президент Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса республика ойоштороу комитетының ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, республикабыҙ Бөйөк Ва­тан һуғышы ветерандары һаны иң күп булған һигеҙ төбәк иҫәбенә инә. Беҙҙәге 81 446 кешенең 5 445-е — һу­ғыш ветераны һәм инвалиды, 52 меңгә яҡыны — тыл эш­сәне. Шулай уҡ яугирҙәрҙең 24 меңгә яҡын тол ҡатыны бар, 193 кеше “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе” билдәһе ме­нән бүләкләнгән. 1 581 ветеран 90 йәштән өлкәнерәк, тағы ла ун кеше 100 йәшлек сикте үткән. Иң оло һуғыш вете­раны, Алексей Колмыковҡа (ул Өфөлә йәшәй) 103 йәш тулған.
Рөстәм Хәмитов бөгөн республикала 300 мең һуғыш һәм хеҙмәт ветеранына социаль ярҙам күрһәтелеүе хаҡында хәбәр итте. Йыл һайын ошо маҡсатҡа 4 миллиард һумға яҡын, шул иҫәптән республика ҡаҙнаһынан 2 миллиард һум аҡса бүленә. Ай һайын пособие, матди тәьминәткә өҫтәмә аҡса, фатир һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә компенсация бирелә. Республика бюджеты иҫәбенән айырым категорияға ҡарағандарҙың пенсияһына өҫтәмә билдәләнгән.
Ултырышта Башҡортостан Президенты Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетын өлкәндәрҙең социаль туризмына айырым иғтибар бирергә саҡырҙы.
— Кешеләрҙе йәшәү һәм ял итеү өсөн ҡулайлаш­тырылмаған профилакторийҙарға, ниндәйҙер сәйер структураларға ебәрергә ярамай. Социаль туризм программаһына ҡағылышлы ялыуҙар байтаҡ килә. Ял итергә барған ерҙән өлкәндәр, киреһенсә, сирләп ҡайта, — тине республика етәксеһе.
Рөстәм Хәмитов һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пен­сио­нерҙарының) Башҡортостан йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Сергей Габриеловтың Мәҙәниәт министр­лығы иғлан иткән иң яҡшы һәйкәл проектына асыҡ конкурс үткәреүгә бәйле борсолоуын хуплап сыҡты. Әле бәйгенең ойоштороу комитетына ни бары алты эш килгән. Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, конкурс комиссияһына ветеран ойошмаларын йәлеп итергә кәрәк. Иң яҡшы проектты тап улар һайларға тейеш.
Башҡортостан Президенты киләһе йылдың 1 ғин­уарына тиклем башҡа мемориаль объекттарҙы ла тәртипкә килтерергә ҡушты.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 5

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 6

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә