Президент Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса республика ойоштороу комитетының ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, республикабыҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны иң күп булған һигеҙ төбәк иҫәбенә инә. Беҙҙәге 81 446 кешенең 5 445-е — һуғыш ветераны һәм инвалиды, 52 меңгә яҡыны — тыл эшсәне. Шулай уҡ яугирҙәрҙең 24 меңгә яҡын тол ҡатыны бар, 193 кеше “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе” билдәһе менән бүләкләнгән. 1 581 ветеран 90 йәштән өлкәнерәк, тағы ла ун кеше 100 йәшлек сикте үткән. Иң оло һуғыш ветераны, Алексей Колмыковҡа (ул Өфөлә йәшәй) 103 йәш тулған.
Рөстәм Хәмитов бөгөн республикала 300 мең һуғыш һәм хеҙмәт ветеранына социаль ярҙам күрһәтелеүе хаҡында хәбәр итте. Йыл һайын ошо маҡсатҡа 4 миллиард һумға яҡын, шул иҫәптән республика ҡаҙнаһынан 2 миллиард һум аҡса бүленә. Ай һайын пособие, матди тәьминәткә өҫтәмә аҡса, фатир һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә компенсация бирелә. Республика бюджеты иҫәбенән айырым категорияға ҡарағандарҙың пенсияһына өҫтәмә билдәләнгән.
Ултырышта Башҡортостан Президенты Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетын өлкәндәрҙең социаль туризмына айырым иғтибар бирергә саҡырҙы.
— Кешеләрҙе йәшәү һәм ял итеү өсөн ҡулайлаштырылмаған профилакторийҙарға, ниндәйҙер сәйер структураларға ебәрергә ярамай. Социаль туризм программаһына ҡағылышлы ялыуҙар байтаҡ килә. Ял итергә барған ерҙән өлкәндәр, киреһенсә, сирләп ҡайта, — тине республика етәксеһе.
Рөстәм Хәмитов һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) Башҡортостан йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Сергей Габриеловтың Мәҙәниәт министрлығы иғлан иткән иң яҡшы һәйкәл проектына асыҡ конкурс үткәреүгә бәйле борсолоуын хуплап сыҡты. Әле бәйгенең ойоштороу комитетына ни бары алты эш килгән. Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, конкурс комиссияһына ветеран ойошмаларын йәлеп итергә кәрәк. Иң яҡшы проектты тап улар һайларға тейеш.
Башҡортостан Президенты киләһе йылдың 1 ғинуарына тиклем башҡа мемориаль объекттарҙы ла тәртипкә килтерергә ҡушты.