Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡортсаларын да күрге килә
Башҡортсаларын да күрге килә
Нимә ул социаль реклама? Тормошто һәйбәт яҡҡа үҙгәртеүгә, йәмғиәттең киҫкен проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән ижади проект, тиер ҡайһы берәүҙәр. Миңә ҡалһа, социаль реклама – күңелдәрҙе тетрәндергән, вайымһыҙлыҡтан арындырған, йәмғиәттәге ҡайһы бер мәсьәләләргә ытырғаныс тыуҙырған көс. Һәр хәлдә, үткән аҙнала «Ҡала мөхите» X социаль реклама фестивалендә булғандан һуң, күңелдә шундайыраҡ хис-тойғо ҡалды.


Бындай сарала тәүгә ҡатнаш­ма­йым. Хәтеремдә, элегерәк был проектта башлыса наркомания, эскелек, тәмәке тартыу кеүек проблемалар яҡтыртыла ине. Һуңғы йылдарҙа иһә социаль исемлек киңәйә төштө – етем балалар, сәләмәт тормош, интернет, коррупция, суицид... Фести­вал­дең заман һулышын тойоп йә­шәүе, проект авторҙарының да башлыса йәштәр булыуы иғтибарға лайыҡ, әлбиттә. Әммә проект йәмғиәткә, уның киҫкен тип табылған проблемаларын хәл итеүгә үҙ өлөшөн инде­рәме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ун йыл дауамында был йәһәттән бер ниндәй ҙә статистика алып барылмаған. Ә эшеңдең һөҙөмтәһен күрге, баһа­лағы, хатта ғорурланғы ла килә бит.
Әлеге «Ҡала мөхите» социаль рек­лама фестивале үҙенсәлекле яңылыҡтарға бай булды. Эштәрҙең төрлөлөгөнә, йәштәрҙең уй-фекер даирәһенә иҫең китер! Ниндәй генә тема яҡтыртылмаған да ниндәй генә проблема күтәрелмәгән! Ә ябай ха­лыҡҡа уларҙы нисек алып барып еткерергә һуң? Ярай, Өфө ҡалаһы хакимиәте, был сараны ойоштороусы булараҡ, бер нисә рекламаны юл сатына беркетеп тә ҡуйҙы ти, ә ҡал­ған­дары? Ун йыл эсендә проектта мең­дән ашыу кеше ҡатнашҡан, Рә­сәйҙән генә түгел, Белоруссия, Ҡа­ҙағстан, Ҡырғыҙстан, Украина, хатта Германиянан ижади эштәр булған. Ләкин ҡайҙа һуң улар? Белгестәр билдәләүенсә, хәйер, үҙем дә быға шаһит, фестивалгә тәҡдим ителгән һәр проект әһәмиәтле, тәрән мәғә­нәле, көнүҙәк. Ә ниңә шуларҙы юл буйында аҙым һайын тиерлек осраған щиттарҙағы коммерция рекламалары урынына ҡуймаҫҡа, уҡыу йорттары, мәктәп янындағы майҙансыҡтарҙа махсус стендтар ойоштормаҫҡа, ха­лыҡты ялҡытҡан роликтарҙы тәрән мәғәнәле, ниндәйҙер кимәлдә хатта фәлсәфәүи эштәр менән алыштыр­маҫҡа? Дөрөҫ, баш ҡалала социаль реклама осрай, әммә улары ла бар­маҡ менән генә һанарлыҡ. Ә рес­публиканың ҡала һәм райондары тураһында әйтеп тә тораһы түгел.
Тағы шуныһы күңелгә тынғы бир­мәй: социаль рекламалар араһында башҡорт телендә эшләнгәнен тапманым. Әллә беҙҙең халыҡ “маркетинг” тармағынан йыраҡ, әллә йәмғиәттә ҡуҙғатырлыҡ мәсьәләләр юҡ... Ниңә, мәҫәлән, “Башҡорт телен һаҡлайыҡ!” тигән социаль реклама уйлап тап­маҫ­ҡа? Йә иһә “Ереңдән ҡолаҡ ҡа­ғаһың, башҡорт!”, “Уян, халҡым!” тип оран һалмаҫҡа?
Берәү күрмәһә, икенсеһе күрер, кемдер ишетмәһә, башҡаһы ҡолаҡ һалыр ине, моғайын.
Ғөмүмән, социаль реклама беҙҙең халыҡ өсөн яңылыҡ түгел. Эскелеккә, тәмәке тартыуға ҡаршы бындай кө­рәш алымы Совет осоронда ла киң ҡулланылған. Файҙаһы булғанмы, юҡмы – әйтеүе ауыр. Һәр хәлдә ул йылдарҙа социаль йүнәлештәге плакаттар, лозунгтар белем усаҡтарына ла, мәҙәниәт учреждениеларына ла, төрлө ойошма-предприятиеларҙың “ҡыҙыл мөйөш”тәренә лә ҡуйылған. Тик бөгөн был урындарҙы коммерция рекламалары баҫып алды — көнүҙәк мәсьәләләргә ҡарағанда аҡса мөһи­мерәк, күрәһең.
Әлбиттә, фестивалдең юғары ки­мәлдә үткәрелеүен, ун йыл дауамын­да юғалып ҡалмай, киреһенсә, яңы­нан-яңы идеялар менән янып йәшәүен, профессиональ фотограф­тарҙы ғына түгел, йәштәрҙе туплаған көскә әүерелеүен билдәләмәй булмай. Был тәү сиратта ойоштороу­сы­ларҙың – Башҡортостан Мат­бу­ғат һәм киң мәғлүмәт саралары агент­лы­ғының, Өфө ҡалаһы хакимиә­те­нең – тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Әммә шуны­һын билдәләү мөһим: ижади эштәр фестивалдең “ҡаҙан”ында ғы­на ҡайнамаһын ине. Халыҡ, тәү сиратта йәш быуын, заман һулышын то­йоп, көнүҙәк проблемалар тура­һында хәбәрҙар, хатта ниндәйҙер кимәлдә уларға ҡаршы торорға әҙер булып үҫергә тейеш бит. Шунда ғына проекттың әһәмиәте, файҙаһы, һө­ҙөм­тәһе хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Дөрөҫ, үрҙә телгә алыуымса, социаль рекламалар баш ҡаланың ҡайһы бер мөйөштәрендә күренгеләп ҡала. Ләкин был ғына аҙ. Киләсәктә проекттың “емештәре”н һәр туҡта­лыш­та, уҡыу йорто алдында, мәктәп­тә күрге килә. Урыҫ телендәгеләрен дә, башҡортсаларын да.



Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров Ленин исемендәге паркта фонтандарҙың ниндәй булырын күрһәтте
Республикала киләһе йылдан герой әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә башлай

Республикала киләһе йылдан герой әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә башлай 18.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала киләһе йылдан герой әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә башлай...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда 100 йәшлек инәй һайлауҙа тауыш бирҙе

Башҡортостанда 100 йәшлек инәй һайлауҙа тауыш бирҙе 18.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 100 йәшлек инәй һайлауҙа тауыш бирҙе...

Тотош уҡырға 2

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы 18.09.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы...

Тотош уҡырға 1

Хөкүмәт 2027 йылға байрам көндәрен билдәләне

Хөкүмәт 2027 йылға байрам көндәрен билдәләне 18.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе йылға байрамдарҙың тулы исемлеге....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда марсиандар тауыш бирҙе

Башҡортостанда марсиандар тауыш бирҙе 18.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда марсиандар тауыш бирҙе...

Тотош уҡырға 0

Благоварҙа хеҙмәт ветераны Менәүәрә Ибраһимова 95 йәшен билдәләне

Благоварҙа хеҙмәт ветераны Менәүәрә Ибраһимова 95 йәшен билдәләне 18.09.2026 // Йәмғиәт

Благоварҙа хеҙмәт ветераны Менәүәрә Ибраһимова 95 йәшен билдәләне...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанға «әбейҙәр сыуағы» килә

Башҡортостанға «әбейҙәр сыуағы» килә 17.09.2026 // Йәмғиәт

Аҙна аҙағында республика биләмәһе Рәсәйҙең көньяҡ-көнбайыш райондарынан юғары баҫым йоғонтоһонда ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы 17.09.2026 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте синоптиктар....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда ғаиләләрҙең әсәлек капиталы буйынса ғаризаһы дүрт көндә ҡаралырға мөмкин

Башҡортостанда ғаиләләрҙең әсәлек капиталы буйынса ғаризаһы дүрт көндә ҡаралырға мөмкин 17.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ғаиләләрҙең әсәлек капиталы буйынса ғаризаһы дүрт көндә ҡаралырға мөмкин...

Тотош уҡырға 2

Республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы үҙгәрҙе

Республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы үҙгәрҙе 17.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияларының составы үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 6

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды 17.09.2026 // Йәмғиәт

Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булды...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә