Нимә ул социаль реклама? Тормошто һәйбәт яҡҡа үҙгәртеүгә, йәмғиәттең киҫкен проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән ижади проект, тиер ҡайһы берәүҙәр. Миңә ҡалһа, социаль реклама – күңелдәрҙе тетрәндергән, вайымһыҙлыҡтан арындырған, йәмғиәттәге ҡайһы бер мәсьәләләргә ытырғаныс тыуҙырған көс. Һәр хәлдә, үткән аҙнала «Ҡала мөхите» X социаль реклама фестивалендә булғандан һуң, күңелдә шундайыраҡ хис-тойғо ҡалды.
Бындай сарала тәүгә ҡатнашмайым. Хәтеремдә, элегерәк был проектта башлыса наркомания, эскелек, тәмәке тартыу кеүек проблемалар яҡтыртыла ине. Һуңғы йылдарҙа иһә социаль исемлек киңәйә төштө – етем балалар, сәләмәт тормош, интернет, коррупция, суицид... Фестивалдең заман һулышын тойоп йәшәүе, проект авторҙарының да башлыса йәштәр булыуы иғтибарға лайыҡ, әлбиттә. Әммә проект йәмғиәткә, уның киҫкен тип табылған проблемаларын хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерәме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ун йыл дауамында был йәһәттән бер ниндәй ҙә статистика алып барылмаған. Ә эшеңдең һөҙөмтәһен күрге, баһалағы, хатта ғорурланғы ла килә бит.
Әлеге «Ҡала мөхите» социаль реклама фестивале үҙенсәлекле яңылыҡтарға бай булды. Эштәрҙең төрлөлөгөнә, йәштәрҙең уй-фекер даирәһенә иҫең китер! Ниндәй генә тема яҡтыртылмаған да ниндәй генә проблема күтәрелмәгән! Ә ябай халыҡҡа уларҙы нисек алып барып еткерергә һуң? Ярай, Өфө ҡалаһы хакимиәте, был сараны ойоштороусы булараҡ, бер нисә рекламаны юл сатына беркетеп тә ҡуйҙы ти, ә ҡалғандары? Ун йыл эсендә проектта меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, Рәсәйҙән генә түгел, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Украина, хатта Германиянан ижади эштәр булған. Ләкин ҡайҙа һуң улар? Белгестәр билдәләүенсә, хәйер, үҙем дә быға шаһит, фестивалгә тәҡдим ителгән һәр проект әһәмиәтле, тәрән мәғәнәле, көнүҙәк. Ә ниңә шуларҙы юл буйында аҙым һайын тиерлек осраған щиттарҙағы коммерция рекламалары урынына ҡуймаҫҡа, уҡыу йорттары, мәктәп янындағы майҙансыҡтарҙа махсус стендтар ойоштормаҫҡа, халыҡты ялҡытҡан роликтарҙы тәрән мәғәнәле, ниндәйҙер кимәлдә хатта фәлсәфәүи эштәр менән алыштырмаҫҡа? Дөрөҫ, баш ҡалала социаль реклама осрай, әммә улары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә республиканың ҡала һәм райондары тураһында әйтеп тә тораһы түгел.
Тағы шуныһы күңелгә тынғы бирмәй: социаль рекламалар араһында башҡорт телендә эшләнгәнен тапманым. Әллә беҙҙең халыҡ “маркетинг” тармағынан йыраҡ, әллә йәмғиәттә ҡуҙғатырлыҡ мәсьәләләр юҡ... Ниңә, мәҫәлән, “Башҡорт телен һаҡлайыҡ!” тигән социаль реклама уйлап тапмаҫҡа? Йә иһә “Ереңдән ҡолаҡ ҡағаһың, башҡорт!”, “Уян, халҡым!” тип оран һалмаҫҡа?
Берәү күрмәһә, икенсеһе күрер, кемдер ишетмәһә, башҡаһы ҡолаҡ һалыр ине, моғайын.
Ғөмүмән, социаль реклама беҙҙең халыҡ өсөн яңылыҡ түгел. Эскелеккә, тәмәке тартыуға ҡаршы бындай көрәш алымы Совет осоронда ла киң ҡулланылған. Файҙаһы булғанмы, юҡмы – әйтеүе ауыр. Һәр хәлдә ул йылдарҙа социаль йүнәлештәге плакаттар, лозунгтар белем усаҡтарына ла, мәҙәниәт учреждениеларына ла, төрлө ойошма-предприятиеларҙың “ҡыҙыл мөйөш”тәренә лә ҡуйылған. Тик бөгөн был урындарҙы коммерция рекламалары баҫып алды — көнүҙәк мәсьәләләргә ҡарағанда аҡса мөһимерәк, күрәһең.
Әлбиттә, фестивалдең юғары кимәлдә үткәрелеүен, ун йыл дауамында юғалып ҡалмай, киреһенсә, яңынан-яңы идеялар менән янып йәшәүен, профессиональ фотографтарҙы ғына түгел, йәштәрҙе туплаған көскә әүерелеүен билдәләмәй булмай. Был тәү сиратта ойоштороусыларҙың – Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең – тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Әммә шуныһын билдәләү мөһим: ижади эштәр фестивалдең “ҡаҙан”ында ғына ҡайнамаһын ине. Халыҡ, тәү сиратта йәш быуын, заман һулышын тойоп, көнүҙәк проблемалар тураһында хәбәрҙар, хатта ниндәйҙер кимәлдә уларға ҡаршы торорға әҙер булып үҫергә тейеш бит. Шунда ғына проекттың әһәмиәте, файҙаһы, һөҙөмтәһе хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Дөрөҫ, үрҙә телгә алыуымса, социаль рекламалар баш ҡаланың ҡайһы бер мөйөштәрендә күренгеләп ҡала. Ләкин был ғына аҙ. Киләсәктә проекттың “емештәре”н һәр туҡталышта, уҡыу йорто алдында, мәктәптә күрге килә. Урыҫ телендәгеләрен дә, башҡортсаларын да.