Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәғүәгә нигеҙ юҡ
(Рәшиҙә Мезетова,
“Туҙан аҫтында ҡалдыҡ”,
2014 йыл, 11 июль)

Йорто ҡаршыһында шиномонтаж предприятиеһы асылып, машина, туҙан күбәйеүе хаҡындағы дәғүәле хат буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары һәм хеҙмәттәре бүлеге тикшереү үткәргән.


Уның барышында ҡаланың Николаев урамында ремонт бүлеге һәм автозапчастар магазинын асыуға рөх­сәт М. Обя­занскаяға 2006 йылдың 25 декабрендә би­релгәнлеге асыҡланған. Ә 2010 йылда эшҡыуар ха­ным ремонт боксына автомо­билдәр йыуыу өсөн тәғә­йен­ләнгән төкәтмә төҙөү хоҡуғына ла эйә булған. Ши­но­монтаж хужаһының хоҡуҡи документтары теүәл, объект буйынса Башҡортостандың гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгес­тәре тейешле күрһәтмә биргән һәм уның санитар ҡағиҙәләргә тап килеүе хаҡында ла белдергән ҡала хакимиәте.

Тейешле сара
ваҡытында күрелһә...


(Кәримә Усманова,
“Ғәйепһеҙ ғәйепләнеүселәр”,
2014 йыл, 15 август)

Заманында шаулап эшләгән “Ирәндек” агрофирмаһы етәкселәренең үҙ эшселәрен, ябай халыҡты төрлө мәкерле юлдар аша финанс һаҙлығына батырыуы, йәғни үҙҙәренә алған кредитты янап-ҡурҡытып башҡа кешенән түләтеүе хаҡындағы борсоулы хат менән республиканың Ауыл хужалығы министрлығы танышып сыҡты. Яуап хатында былай тиелә:

“Рәсәй Федерацияһы Граждандар ко­дек­сының 361-се статьяһына ярашлы яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыу тураһын­дағы килешеү буйынса поручитель икенсе кешенең кредиторы алдында уның йөкләмәлә­ренең тулыһынса йә өлөшләтә башҡарылыуы өсөн яуаплы.
363-сө статьяның 1-се пунктында әйтелеүенсә, әгәр ҙә поручителгә субсидия буйынса яуаплылыҡ закон йә ки­лешеү буйынса йөкләтелмәгән икән, бурыслы үҙ йөкләмәләрен тейешенсә үтәмәгән осраҡта поручитель дә, бурыслы ла кредитор алдында уртаҡ яуаплылыҡта була.
Поручителдең кредитор алдындағы яуаплылыҡ кимәле уның үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләренән сығып баһалана, киле­шеүҙә теркәлә һәм сиктәре билдәләнә.
2002 йылдың 26 октябрендә ҡабул ителгән “Бан­кротлыҡ тураһында”ғы 127-се Федераль законға ярашлы, “Ирән­дек” агрофирмаһының поручителдәре банкротлыҡ процедураһы индерелеү менән бурыслыға үтәмәгән яуаплылы­ғының суммаһына ярашлы талап ҡуйыу хоҡуғына эйә булған. Бурыстың ҡалған өлөшөн билдәләгәндә, поручителдең дә, бурыслының да бар­лыҡ түләүҙәре иҫәпкә алына. Был осраҡта, 365-се статьяның 1-се пунк­тына ярашлы, поручи­тел­гә тәү­ге кредитор­ҙың хоҡуҡтары һәм бу­рыс­тары күсер ине. Шулай итеп, регресс һөҙөмтәһе нигеҙендә тейешле та­лап­тарға эйә булған поручитель бурыслының кре­диторы тип һаналыр ине.
Яҙмала телгә алынған граждандар, банкротлыҡ иғлан ителгәс тә, бурыс­лының йөкләмәләрен үтәүсе булып ҡал­ғас, үҙҙәренә кредиторҙың йөклә­мә­лә­ре­нең өлөшләтә күсеүе буйынса судҡа мөрә­жәғәт итә ала. Хоҡуҡи нигеҙ – Рәсәй Федерацияһы Граждандар кодексының 365-се статьяһындағы 1-се пункт, 127-се Федераль закондың 16-сы статьяһын­дағы 6-сы пункт, Арбитраж процесс кодексының 48-се статьяһындағы 1-се бүлек”.
Хаттың аҙағында Төркмән ауылы халҡы мөрәжә­ғә­тенең Баймаҡ районы хакимиәтенә ебәрелгәне хаҡында ла әйтелгән.

Торбалар яңыртылды,
асфальт туҙа күрмәһен


(А. Абҙаҡов, “Береһе төҙөй, береһе емерә”, 2014 йыл,
24 сентябрь)

Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы Матбуғат йорто янында былтыр ғына түшәлгән асфальтты аҡтарып, ер аҫтындағы йылытыу торбаларын йүнәтә башлау әллә күпме хеҙмәтте, аҡсаны елгә осорҙо. Көҙгө бысраҡта халыҡ та автомобиль юлынан йөрөргә мәжбүр булды.
“Өфө ҡалаһы хакимиәте был хаҡта ни уйлай икән?” тигән һорау беҙҙе лә ҡы­ҙыҡһындырмай ҡалманы. Баҡти­һәң, “Ер­ҙең аҫтындағы йә өҫтөндәге инженер ҡорол­ма­ларын үҙгәртеү һәм яңынан төҙөү урамдарҙы, юл­­дарҙы, майҙан­дар­ҙы реконструкциялау менән бергә, шу­лай уҡ подрядсы һәм заказ биреүсенең килешелгән графигы буйынса атҡарыла” икән. Әммә “ер аҫтын­да­ғы һыу, газ, йылылыҡ, электр, канализация селтәр­ҙә­ре боҙолған осраҡта, аварияға юл ҡуймау маҡсатында, яңы төҙөкләнде­релгән урынды ла емереп, йүнәтеү эше башҡарыу” мөмкинлеге хаҡында яҙылған Өфө ҡа­лаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән килгән хатта.
Ошонан сығып, 2014 йыл­дың 28 авгусында “Баш­РТС” яуап­лылығы сик­лән­гән йәмғиәте, Октябрҙең 50 йыл­лығы ура­мында йылылыҡ селтәре­нең зыян күреүе хаҡын­дағы мөрәжәғәт буйынса яңы тү­шәлгән асфальтты аҡта­рып, капиталь ремонт үт­кә­рергә рөхсәт ала. Иң мөһиме – ремонт эштәре тамамланғас та, трот­уарҙы тулыһынса төҙөкләндереү талабы ҡуйылыуы ла мәғлүм.

Ун сутый аҙмы?
(Вәғизә Ҡужагилдина,
“Малды ҡайҙа аҫрайыҡ?”, 2014 йыл, 3 октябрь)

“Ни өсөн күп балалы ғаиләләргә ун сутый ғына ер бү­леп бирәләр икән?” – тип борсола ине гәзит уҡыусыбыҙ.

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “өс һәм унан да ашыу бәлиғ булмаған йә инвалид бала тәрбиәләгән граждандарға шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкалары биреү 2006 йыл­дың 13 декабрендә ҡабул ителгән “Граждандарҙы шәхси ер участкалары менән тәьмин итеү” ҡарарына һәм 2010 йылдың 12 майында ҡул ҡуйылған “Ер фай­ҙаланыу һәм төҙөлөш ҡағиҙәләре”нә ярашлы ойошторола. Раҫланған план буйынса участкалар квар­тал­дарға бүленгән, улар­ҙың һәр береһе 1045-1500 квадрат метр майҙанды тәш­кил итә”. Йәғни, юғарыла әйтелгән категорияға ҡараған ғаиләләр өсөн ерҙең минималь кимәле ун сутый самаһы килеп сыға. Был күләм урындағы үҙидара органдары тарафынан ҡабул ителгән.
Мәғәнәһеҙлек, имеш...

(Әсләм Арыҫланов, “Белянкаға түгел, Биләнгә ҡайтҡым килә”,
2014 йыл, 17 октябрь)

Билән ауылы атамаһын урыҫса “Белянка” тип йөрөтөүҙәренә әсенеп яҙғайны автор. Ләкин мәҡәлә буйынса Балаҡатай районы хакимиәте тарафынан 27 октябрҙә үткәрелгән йыйылышта бөтөнләй икенсе һығымтаға килгәндәр.

Хакимиәт етәксеһенең социаль мәсьә­лә­ләр буйынса урынбаҫары, ауыл билә­мәһе башлығы, белем биреү, мәҙәниәт учреждениелары директорҙары, төрлө йә­мәғәт ойошмалары вәкилдәре кәңәш ҡороп, атаманы урыҫса “Белянка” тип ҡал­дырырға ҡарар иткән. Быны улар ре­дакцияға ебәрелгән хатында “Элек кем­деңдер ҡу­шыуы буйынса ауыл исем­дәрен нисек ишетелә, шулай яҙырға тигән үҙ­гәреш индерҙек, әммә был бит – мәғә­нәһеҙлек! “Билән”де “Белянка” тип тәр­жемә итәбеҙ, быны барыһы ла ҡәҙимге ҡабул итә. Ә “Билянский сельсовет”, “Билянская школа” тип әйтеү ҡо­лаҡҡа ятышһыҙ, әллә нисек ише­те­лә...” тигән һүҙҙәр менән “дәлилләй”. Йыйылыштың протоколынан күрене­үен­сә, кемдер атаманы үҙгәртеү кеҫә яғын һайыта­са­ғынан ҡурҡа, кемдер, форсаттан файҙаланып, “Баш­ҡортостан” һүҙен­дә­ге һуңғы “о” хәрефен дә артыҡ тип һа­науын белдергән. Шулай итеп, 2006 йылдың 29 декабрендә республика Хө­кү­мәтенең “Башҡортостан Республикаһы­ның административ-территориаль бе­рә­­мектәр һәм биләмәләрҙе раҫлау тураһында”ғы ҡа­рарына ярашлы, Билән “Белянка” булып ҡалырға мәжбүр.

“Тоғро дуҫтар” күҙәтеүгә алынған

(Венера Ишембаева, “Эттәрҙән ҡотолоп булырмы?”, 2014 йыл,
17 октябрь)
Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙә­ренсә, был мәсьәлә буйынса оператив йыйылыш үткәрелгән һәм “эт бәләһе” етди күҙәтеү аҫтына алынған. Беҙ иһә уның халыҡ мәнфәғәтендә ыңғай хәл ителеренә ышанабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20