(Рәшиҙә Мезетова,
“Туҙан аҫтында ҡалдыҡ”,
2014 йыл, 11 июль)
Йорто ҡаршыһында шиномонтаж предприятиеһы асылып, машина, туҙан күбәйеүе хаҡындағы дәғүәле хат буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары һәм хеҙмәттәре бүлеге тикшереү үткәргән.
Уның барышында ҡаланың Николаев урамында ремонт бүлеге һәм автозапчастар магазинын асыуға рөхсәт М. Обязанскаяға 2006 йылдың 25 декабрендә бирелгәнлеге асыҡланған. Ә 2010 йылда эшҡыуар ханым ремонт боксына автомобилдәр йыуыу өсөн тәғәйенләнгән төкәтмә төҙөү хоҡуғына ла эйә булған. Шиномонтаж хужаһының хоҡуҡи документтары теүәл, объект буйынса Башҡортостандың гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре тейешле күрһәтмә биргән һәм уның санитар ҡағиҙәләргә тап килеүе хаҡында ла белдергән ҡала хакимиәте.
Тейешле сара
ваҡытында күрелһә...(Кәримә Усманова,
“Ғәйепһеҙ ғәйепләнеүселәр”,
2014 йыл, 15 август)
Заманында шаулап эшләгән “Ирәндек” агрофирмаһы етәкселәренең үҙ эшселәрен, ябай халыҡты төрлө мәкерле юлдар аша финанс һаҙлығына батырыуы, йәғни үҙҙәренә алған кредитты янап-ҡурҡытып башҡа кешенән түләтеүе хаҡындағы борсоулы хат менән республиканың Ауыл хужалығы министрлығы танышып сыҡты. Яуап хатында былай тиелә:
“Рәсәй Федерацияһы Граждандар кодексының 361-се статьяһына ярашлы яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыу тураһындағы килешеү буйынса поручитель икенсе кешенең кредиторы алдында уның йөкләмәләренең тулыһынса йә өлөшләтә башҡарылыуы өсөн яуаплы.
363-сө статьяның 1-се пунктында әйтелеүенсә, әгәр ҙә поручителгә субсидия буйынса яуаплылыҡ закон йә килешеү буйынса йөкләтелмәгән икән, бурыслы үҙ йөкләмәләрен тейешенсә үтәмәгән осраҡта поручитель дә, бурыслы ла кредитор алдында уртаҡ яуаплылыҡта була.
Поручителдең кредитор алдындағы яуаплылыҡ кимәле уның үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләренән сығып баһалана, килешеүҙә теркәлә һәм сиктәре билдәләнә.
2002 йылдың 26 октябрендә ҡабул ителгән “Банкротлыҡ тураһында”ғы 127-се Федераль законға ярашлы, “Ирәндек” агрофирмаһының поручителдәре банкротлыҡ процедураһы индерелеү менән бурыслыға үтәмәгән яуаплылығының суммаһына ярашлы талап ҡуйыу хоҡуғына эйә булған. Бурыстың ҡалған өлөшөн билдәләгәндә, поручителдең дә, бурыслының да барлыҡ түләүҙәре иҫәпкә алына. Был осраҡта, 365-се статьяның 1-се пунктына ярашлы, поручителгә тәүге кредиторҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары күсер ине. Шулай итеп, регресс һөҙөмтәһе нигеҙендә тейешле талаптарға эйә булған поручитель бурыслының кредиторы тип һаналыр ине.
Яҙмала телгә алынған граждандар, банкротлыҡ иғлан ителгәс тә, бурыслының йөкләмәләрен үтәүсе булып ҡалғас, үҙҙәренә кредиторҙың йөкләмәләренең өлөшләтә күсеүе буйынса судҡа мөрәжәғәт итә ала. Хоҡуҡи нигеҙ – Рәсәй Федерацияһы Граждандар кодексының 365-се статьяһындағы 1-се пункт, 127-се Федераль закондың 16-сы статьяһындағы 6-сы пункт, Арбитраж процесс кодексының 48-се статьяһындағы 1-се бүлек”.
Хаттың аҙағында Төркмән ауылы халҡы мөрәжәғәтенең Баймаҡ районы хакимиәтенә ебәрелгәне хаҡында ла әйтелгән.
Торбалар яңыртылды,
асфальт туҙа күрмәһен(А. Абҙаҡов, “Береһе төҙөй, береһе емерә”, 2014 йыл,
24 сентябрь)
Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы Матбуғат йорто янында былтыр ғына түшәлгән асфальтты аҡтарып, ер аҫтындағы йылытыу торбаларын йүнәтә башлау әллә күпме хеҙмәтте, аҡсаны елгә осорҙо. Көҙгө бысраҡта халыҡ та автомобиль юлынан йөрөргә мәжбүр булды.
“Өфө ҡалаһы хакимиәте был хаҡта ни уйлай икән?” тигән һорау беҙҙе лә ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. Баҡтиһәң, “Ерҙең аҫтындағы йә өҫтөндәге инженер ҡоролмаларын үҙгәртеү һәм яңынан төҙөү урамдарҙы, юлдарҙы, майҙандарҙы реконструкциялау менән бергә, шулай уҡ подрядсы һәм заказ биреүсенең килешелгән графигы буйынса атҡарыла” икән. Әммә “ер аҫтындағы һыу, газ, йылылыҡ, электр, канализация селтәрҙәре боҙолған осраҡта, аварияға юл ҡуймау маҡсатында, яңы төҙөкләндерелгән урынды ла емереп, йүнәтеү эше башҡарыу” мөмкинлеге хаҡында яҙылған Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән килгән хатта.
Ошонан сығып, 2014 йылдың 28 авгусында “БашРТС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Октябрҙең 50 йыллығы урамында йылылыҡ селтәренең зыян күреүе хаҡындағы мөрәжәғәт буйынса яңы түшәлгән асфальтты аҡтарып, капиталь ремонт үткәрергә рөхсәт ала. Иң мөһиме – ремонт эштәре тамамланғас та, тротуарҙы тулыһынса төҙөкләндереү талабы ҡуйылыуы ла мәғлүм.
Ун сутый аҙмы?(Вәғизә Ҡужагилдина,
“Малды ҡайҙа аҫрайыҡ?”, 2014 йыл, 3 октябрь)
“Ни өсөн күп балалы ғаиләләргә ун сутый ғына ер бүлеп бирәләр икән?” – тип борсола ине гәзит уҡыусыбыҙ.
Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “өс һәм унан да ашыу бәлиғ булмаған йә инвалид бала тәрбиәләгән граждандарға шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкалары биреү 2006 йылдың 13 декабрендә ҡабул ителгән “Граждандарҙы шәхси ер участкалары менән тәьмин итеү” ҡарарына һәм 2010 йылдың 12 майында ҡул ҡуйылған “Ер файҙаланыу һәм төҙөлөш ҡағиҙәләре”нә ярашлы ойошторола. Раҫланған план буйынса участкалар кварталдарға бүленгән, уларҙың һәр береһе 1045-1500 квадрат метр майҙанды тәшкил итә”. Йәғни, юғарыла әйтелгән категорияға ҡараған ғаиләләр өсөн ерҙең минималь кимәле ун сутый самаһы килеп сыға. Был күләм урындағы үҙидара органдары тарафынан ҡабул ителгән.
Мәғәнәһеҙлек, имеш...
(Әсләм Арыҫланов, “Белянкаға түгел, Биләнгә ҡайтҡым килә”,
2014 йыл, 17 октябрь)
Билән ауылы атамаһын урыҫса “Белянка” тип йөрөтөүҙәренә әсенеп яҙғайны автор. Ләкин мәҡәлә буйынса Балаҡатай районы хакимиәте тарафынан 27 октябрҙә үткәрелгән йыйылышта бөтөнләй икенсе һығымтаға килгәндәр.
Хакимиәт етәксеһенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, ауыл биләмәһе башлығы, белем биреү, мәҙәниәт учреждениелары директорҙары, төрлө йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре кәңәш ҡороп, атаманы урыҫса “Белянка” тип ҡалдырырға ҡарар иткән. Быны улар редакцияға ебәрелгән хатында “Элек кемдеңдер ҡушыуы буйынса ауыл исемдәрен нисек ишетелә, шулай яҙырға тигән үҙгәреш индерҙек, әммә был бит – мәғәнәһеҙлек! “Билән”де “Белянка” тип тәржемә итәбеҙ, быны барыһы ла ҡәҙимге ҡабул итә. Ә “Билянский сельсовет”, “Билянская школа” тип әйтеү ҡолаҡҡа ятышһыҙ, әллә нисек ишетелә...” тигән һүҙҙәр менән “дәлилләй”. Йыйылыштың протоколынан күренеүенсә, кемдер атаманы үҙгәртеү кеҫә яғын һайытасағынан ҡурҡа, кемдер, форсаттан файҙаланып, “Башҡортостан” һүҙендәге һуңғы “о” хәрефен дә артыҡ тип һанауын белдергән. Шулай итеп, 2006 йылдың 29 декабрендә республика Хөкүмәтенең “Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль берәмектәр һәм биләмәләрҙе раҫлау тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, Билән “Белянка” булып ҡалырға мәжбүр.
“Тоғро дуҫтар” күҙәтеүгә алынған(Венера Ишембаева, “Эттәрҙән ҡотолоп булырмы?”, 2014 йыл,
17 октябрь)
Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был мәсьәлә буйынса оператив йыйылыш үткәрелгән һәм “эт бәләһе” етди күҙәтеү аҫтына алынған. Беҙ иһә уның халыҡ мәнфәғәтендә ыңғай хәл ителеренә ышанабыҙ.