Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер нәҫелдә – ил тарихы
1812 йылғы Ватан һуғышы яугире Татлыбай Ишҡужа улының вариҫы Зәкәриә Хаммат улы Үмербаев быйыл 70 йәшлек ғүмер үрен билдәләне. Ошо мәҡәләмдә мин Үмербаевтарҙың ике быуат арауығындағы һуғыштарҙа ҡатнашҡан батырҙары тураһында ла һөйләмәксемен. Үҙҙәренең шәжәрә байрамын үткәргәндә нәҫел ағасының олоно булып торҙо улар.

Татлыбай олатайҙың тоҡомон Үмербай, унан һуң Гәрәй, Хаммат, аҙаҡ Зәкәриә да­уам итә. Батырҙың бүләһе Зәкәриә ҡарта­таһы менән хаҡлы ғорурлана ала. 1812 йыл­ғы Ватан һуғышында ҡатнашып, орден менән миҙал тағып ҡайтҡан юрматы ырыуы яугире Татлы­байҙың вариҫтары бөгөн Ишембай районының Этҡол ауылында йәшәй.
“Ватандаш” журналының 2011 йыл­дың 10-сы һанында тарих фәндәре кандидаты Әхмәт­гәрәй Йәнғәлиндең “Юрматылар 1812 йылғы һуғышта” мәҡәләһен уҡығас, Эт­ҡол ауылынан туғыҙ яугирҙең ҡатнашы­уын белдем. Улар 1836 – 1839 йылғы ха­лыҡ иҫәбен алыу осоронда ла иҫән-аман йәшәп ятҡан. Этҡолда тыуып үҫкән таныл­ған ғалим Ғәббәс Яҡупов Өфөлә эшләгән сағында Татлыбай­ҙың Парижды алған өсөн лайыҡ булған орден һәм миҙалының ҡала архивында һаҡ­ланыуын дәлилләгән документ алып ҡайтып биргән.
Юбилярҙың атаһы Хаммат Гәрәй улы 1914 йылда башланған Беренсе донъя һу­ғышында ҡатнашҡан һәм яраланып ҡайт­ҡан. Ошо нәҫел­дән йәнә бер яугир – Иш­мө­хәмәт ағаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған.
Зәкәриә, 40 йыл буйы урмансы булып эш­ләп, хаҡлы ялға сыҡты. Әле лә ҡул ҡау­шы­рып ултырмай, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, трак­торы менән күрше-күләненә ер һөрөп бирә, ейән-ейәнсәрҙәренә хөрмәтле олатай ҙа ул. “Ошо данлыҡлы ата-бабаларым йортонда тәүге һулыш алдым, беренсе аҙымда­рымды яһа­ным, яугир атай-олатай­ҙарымдың намы­ҫы­на тап төшөрмәнем. Ал­ла бирһә, Үмербаев­тар­ҙың йәш быуыны ла лайыҡлы алмаш бу­лыр, йөҙөбөҙҙө ҡыҙарт­маҫ”, — ти хеҙмәт ветераны.




Автор: Рәйлә ҠОЛМЫРҘИНА. Район: Ишембай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә