1812 йылғы Ватан һуғышы яугире Татлыбай Ишҡужа улының вариҫы Зәкәриә Хаммат улы Үмербаев быйыл 70 йәшлек ғүмер үрен билдәләне. Ошо мәҡәләмдә мин Үмербаевтарҙың ике быуат арауығындағы һуғыштарҙа ҡатнашҡан батырҙары тураһында ла һөйләмәксемен. Үҙҙәренең шәжәрә байрамын үткәргәндә нәҫел ағасының олоно булып торҙо улар.
Татлыбай олатайҙың тоҡомон Үмербай, унан һуң Гәрәй, Хаммат, аҙаҡ Зәкәриә дауам итә. Батырҙың бүләһе Зәкәриә ҡартатаһы менән хаҡлы ғорурлана ала. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып, орден менән миҙал тағып ҡайтҡан юрматы ырыуы яугире Татлыбайҙың вариҫтары бөгөн Ишембай районының Этҡол ауылында йәшәй.
“Ватандаш” журналының 2011 йылдың 10-сы һанында тарих фәндәре кандидаты Әхмәтгәрәй Йәнғәлиндең “Юрматылар 1812 йылғы һуғышта” мәҡәләһен уҡығас, Этҡол ауылынан туғыҙ яугирҙең ҡатнашыуын белдем. Улар 1836 – 1839 йылғы халыҡ иҫәбен алыу осоронда ла иҫән-аман йәшәп ятҡан. Этҡолда тыуып үҫкән танылған ғалим Ғәббәс Яҡупов Өфөлә эшләгән сағында Татлыбайҙың Парижды алған өсөн лайыҡ булған орден һәм миҙалының ҡала архивында һаҡланыуын дәлилләгән документ алып ҡайтып биргән.
Юбилярҙың атаһы Хаммат Гәрәй улы 1914 йылда башланған Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан һәм яраланып ҡайтҡан. Ошо нәҫелдән йәнә бер яугир – Ишмөхәмәт ағаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған.
Зәкәриә, 40 йыл буйы урмансы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, тракторы менән күрше-күләненә ер һөрөп бирә, ейән-ейәнсәрҙәренә хөрмәтле олатай ҙа ул. “Ошо данлыҡлы ата-бабаларым йортонда тәүге һулыш алдым, беренсе аҙымдарымды яһаным, яугир атай-олатайҙарымдың намыҫына тап төшөрмәнем. Алла бирһә, Үмербаевтарҙың йәш быуыны ла лайыҡлы алмаш булыр, йөҙөбөҙҙө ҡыҙартмаҫ”, — ти хеҙмәт ветераны.