Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иғтибар! Яңы ҡағиҙәләр
8-се дәрес

Бөгөндән Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр ғәмәлгә инә. Был яңылыҡ һәр водителгә ҡағыла. Шуға ла сираттағы дәресте ошо ҡағиҙәләргә бағышлайыҡ.

Шаһит урынына – камера

Быға тиклем юлда берәй хәл була ҡалһа, дәүләт инспекцияһы хеҙмәт­кәре акт төҙөр өсөн шаһиттарҙы саҡырырға тейеш ине. Әлбиттә, был – тәртип һаҡсылары өсөн артыҡ мәшәҡәт. Бигерәк тә төнөн кеше табыуы еңелдән түгел. Хәҙер ша­һит­тар урынына видеокамера ҡул­ла­ныла. Инспекция хеҙмәткәре, хоҡуҡ боҙған водителде камераға төшөрөп, уның ғәйебен раҫлай ала.

Дәүләт номерҙарын
тартып алмаясаҡтар


Был водителдәрҙең мутлашыуына бәйле. Әгәр элек дәүләт номерҙарын тартып алһалар, уның урынына тиҙ арала дубликатын эшләтеп, рәхәтләнеп йөрөйҙәр ине. Шуға ла номерҙарҙы алыу әллә ни фәтүә бирмәне. Әммә яңы ҡағиҙә яуаплылыҡты кәметмәй. Мәҫәлән, рулдә эскән килеш тотолған водителдең машинаһын ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре элеккесә бикләп ҡуя ала. Тәҙрәһен ҡараңғылатып йөрөгәндәр иһә 500 һум күләмендә штраф түләйәсәк.

Йәшенеп булмаҫ

Дәүләт номерҙарын танымаһын­дар өсөн ниндәйҙер йәшереү сараһын ҡулланған водителдәргә лә хәҙер яуаплылыҡ ҡаралған. Һуңғы арала видеокамералар ҡулланыла башлау менән, транспорт хужалары уны “алдау” өсөн төрлө алымдар уйлап сығара. Бындай мутлашыу менән мауыҡҡандар биш мең һум күләмендә штраф түләйәсәк, йәиһә өс айға тиклем водитель танытмаһынан мәхрүм буласаҡ.

Талаптар йомшартыла

Закон ғәмәлгә ингәс, фото һәм видеоҡорамалдар буйынса ебәрелгән штрафын түләмәгән водителдәрҙе ҡулға алмайҙар. Иң күбендә штрафты икеләтә түләү йә иһә 50 көнгә тиклем мәжбүри эшләтеү ҡаралған. Быға тиклем ЮХХДИ хеҙмәткәре ошондай тәртип боҙған өсөн 15 көнгә тиклем һаҡ аҫтына ала ине.

Барыһы ла тиң

Гәзит уҡыусылар хәбәрҙар инде: хәҙер мопедта елдерергә ярат­ҡандар ҙа “М” категориялы водитель таныҡлығына эйә булырға тейеш. Башҡа категория хужаларына ла әлеге транспорт сараһы менән идара итергә мөмкин. 15 ноябрҙән иһә законға йәнә үҙгәрештәр индерелде. Бынан ары барлыҡ водителдәр ҙә закон алдында тиң — мопедта йөрөйһөңмө, еңел машиналамы, юл ҡағиҙәһен боҙаһың икән, яуап тотасаҡһың.

“Бәхет хаттары”

Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, фото, видеокамералар ярҙамында “теркәлгән” юл ҡағиҙәләрен боҙоу тураһындағы ҡарарҙы почта аша ғына түгел, электрон адрес йә иһә дәүләт порталынан да алырға мөмкин.

Яуаплылыҡ артһын өсөн

Техник тикшереү өсөн яуаплылыҡ көсәйтелә. Техник талаптарға яуап бирмәгән транспорт сараһына бер ниндәй тикшереүһеҙ диагностика картаһы тапшырған ойошмаларға йәки шәхси эшҡыуарға 100 меңдән 300 мең һумға саҡлы штраф түләргә тура киләсәк. Әйткәндәй, элек был сумма 10 мең һум тирәһе ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә