Иғтибар! Яңы ҡағиҙәләр15.11.2014
8-се дәрес
Бөгөндән Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр ғәмәлгә инә. Был яңылыҡ һәр водителгә ҡағыла. Шуға ла сираттағы дәресте ошо ҡағиҙәләргә бағышлайыҡ.
Шаһит урынына – камера
Быға тиклем юлда берәй хәл була ҡалһа, дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре акт төҙөр өсөн шаһиттарҙы саҡырырға тейеш ине. Әлбиттә, был – тәртип һаҡсылары өсөн артыҡ мәшәҡәт. Бигерәк тә төнөн кеше табыуы еңелдән түгел. Хәҙер шаһиттар урынына видеокамера ҡулланыла. Инспекция хеҙмәткәре, хоҡуҡ боҙған водителде камераға төшөрөп, уның ғәйебен раҫлай ала.
Дәүләт номерҙарын
тартып алмаясаҡтар
Был водителдәрҙең мутлашыуына бәйле. Әгәр элек дәүләт номерҙарын тартып алһалар, уның урынына тиҙ арала дубликатын эшләтеп, рәхәтләнеп йөрөйҙәр ине. Шуға ла номерҙарҙы алыу әллә ни фәтүә бирмәне. Әммә яңы ҡағиҙә яуаплылыҡты кәметмәй. Мәҫәлән, рулдә эскән килеш тотолған водителдең машинаһын ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре элеккесә бикләп ҡуя ала. Тәҙрәһен ҡараңғылатып йөрөгәндәр иһә 500 һум күләмендә штраф түләйәсәк.
Йәшенеп булмаҫ
Дәүләт номерҙарын танымаһындар өсөн ниндәйҙер йәшереү сараһын ҡулланған водителдәргә лә хәҙер яуаплылыҡ ҡаралған. Һуңғы арала видеокамералар ҡулланыла башлау менән, транспорт хужалары уны “алдау” өсөн төрлө алымдар уйлап сығара. Бындай мутлашыу менән мауыҡҡандар биш мең һум күләмендә штраф түләйәсәк, йәиһә өс айға тиклем водитель танытмаһынан мәхрүм буласаҡ.
Талаптар йомшартыла
Закон ғәмәлгә ингәс, фото һәм видеоҡорамалдар буйынса ебәрелгән штрафын түләмәгән водителдәрҙе ҡулға алмайҙар. Иң күбендә штрафты икеләтә түләү йә иһә 50 көнгә тиклем мәжбүри эшләтеү ҡаралған. Быға тиклем ЮХХДИ хеҙмәткәре ошондай тәртип боҙған өсөн 15 көнгә тиклем һаҡ аҫтына ала ине.
Барыһы ла тиң
Гәзит уҡыусылар хәбәрҙар инде: хәҙер мопедта елдерергә яратҡандар ҙа “М” категориялы водитель таныҡлығына эйә булырға тейеш. Башҡа категория хужаларына ла әлеге транспорт сараһы менән идара итергә мөмкин. 15 ноябрҙән иһә законға йәнә үҙгәрештәр индерелде. Бынан ары барлыҡ водителдәр ҙә закон алдында тиң — мопедта йөрөйһөңмө, еңел машиналамы, юл ҡағиҙәһен боҙаһың икән, яуап тотасаҡһың.
“Бәхет хаттары”
Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, фото, видеокамералар ярҙамында “теркәлгән” юл ҡағиҙәләрен боҙоу тураһындағы ҡарарҙы почта аша ғына түгел, электрон адрес йә иһә дәүләт порталынан да алырға мөмкин.
Яуаплылыҡ артһын өсөн
Техник тикшереү өсөн яуаплылыҡ көсәйтелә. Техник талаптарға яуап бирмәгән транспорт сараһына бер ниндәй тикшереүһеҙ диагностика картаһы тапшырған ойошмаларға йәки шәхси эшҡыуарға 100 меңдән 300 мең һумға саҡлы штраф түләргә тура киләсәк. Әйткәндәй, элек был сумма 10 мең һум тирәһе ине.