Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Башҡортостан” баҡсаһын яраталар
“Башҡортостан”  баҡсаһын яраталар
Әбделкәрим ауылына етәрәк шундай күренешкә юлыҡтыҡ: урамда берәү ҙә юҡ, уның ҡарауы, баҡсала һәм ихатала кешеләрҙең мыжғып йөрөгәне күҙгә салынды. Бәй, көҙгө байлыҡты йыйып алырға ла ваҡыт еткән бит. Үҫтерелгән уңыш ҡар аҫтында ятып ҡалмаһын өсөн бөтәһе лә тырыша. Шулай ҙа алыҫтан был яҡҡа табан берәүҙең килгәнен шәйләнек, ә инде яҡынлашҡас, уның өй беренсә йөрөүе беленде. Баҡтиһәң, беҙ эҙләгән почтальон икән... Үҙен Нурия Әлибаева тип таныштырҙы.


— Һеҙҙә халыҡ ҡайһы баҫмаларға өҫтөнлөк бирә? – тип һорашабыҙ.
— Яҡташтарым бигерәк тә баҡсасылыҡ буйынса нәшер ителгән гәзит-журналды күпләп алдыра, — тине почтальон. – Ауыл ерендә йәшәгәс, шулай кәрәктер ҙә инде. Хатта үҙ-ара алмашып уҡыйҙар. Ғөмүмән, әбдел­кәримдәр баҡса тәрбиәләргә ярата. Һеҙ ҙә был хаҡта даими яҙаһығыҙ, тимәк “Башҡортостан”ды алдырыусылар тағы ла артасаҡ.
Нурия ханым 12 йыл почта тарата. Эшен яратып башҡарыуы йөҙөнә сыҡҡан. Һәр кемгә ихлас мөғәмәләлә, төрлө ҡыуаныслы хәлдәр менән теләп уртаҡлаша, мөһим яңылыҡтарҙы ваҡытында еткереп тора.
Ул ире Фәрит менән өс бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары һәм улдарының ҙур үҫкәс кем булырға хыялланыуын төпсөнәм. Бәлки, почта тармағын һайларҙар?
Нурия Әлибаеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, кемгә генә уҡымаһындар, кешелеклелек сифатын юғалтмаһындар, тирә-йүнгә иғтибар­лы булһындар.
Ана, Сәймә Раянова почтальонды әллә ҡайҙан танып, ҡапҡа янына сығып баҫҡан. Инәйебеҙ шунда уҡ “Башҡортостан”ды ҡараштыра ла башланы.
“Миңә айырыуса ололар тураһында яҙылған мәҡәләләр оҡшай. Йәнә ҡыҙыҡлы шәхестәр менән әңгәмәләрҙе күберәк баҫығыҙ”, — тигән теләктәрен еткерҙе ул.






Автор: И. МӨХӘМӘТОВ. Район: Йәрмәкәй районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә