Әбделкәрим ауылына етәрәк шундай күренешкә юлыҡтыҡ: урамда берәү ҙә юҡ, уның ҡарауы, баҡсала һәм ихатала кешеләрҙең мыжғып йөрөгәне күҙгә салынды. Бәй, көҙгө байлыҡты йыйып алырға ла ваҡыт еткән бит. Үҫтерелгән уңыш ҡар аҫтында ятып ҡалмаһын өсөн бөтәһе лә тырыша. Шулай ҙа алыҫтан был яҡҡа табан берәүҙең килгәнен шәйләнек, ә инде яҡынлашҡас, уның өй беренсә йөрөүе беленде. Баҡтиһәң, беҙ эҙләгән почтальон икән... Үҙен Нурия Әлибаева тип таныштырҙы.
— Һеҙҙә халыҡ ҡайһы баҫмаларға өҫтөнлөк бирә? – тип һорашабыҙ.
— Яҡташтарым бигерәк тә баҡсасылыҡ буйынса нәшер ителгән гәзит-журналды күпләп алдыра, — тине почтальон. – Ауыл ерендә йәшәгәс, шулай кәрәктер ҙә инде. Хатта үҙ-ара алмашып уҡыйҙар. Ғөмүмән, әбделкәримдәр баҡса тәрбиәләргә ярата. Һеҙ ҙә был хаҡта даими яҙаһығыҙ, тимәк “Башҡортостан”ды алдырыусылар тағы ла артасаҡ.
Нурия ханым 12 йыл почта тарата. Эшен яратып башҡарыуы йөҙөнә сыҡҡан. Һәр кемгә ихлас мөғәмәләлә, төрлө ҡыуаныслы хәлдәр менән теләп уртаҡлаша, мөһим яңылыҡтарҙы ваҡытында еткереп тора.
Ул ире Фәрит менән өс бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары һәм улдарының ҙур үҫкәс кем булырға хыялланыуын төпсөнәм. Бәлки, почта тармағын һайларҙар?
Нурия Әлибаеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, кемгә генә уҡымаһындар, кешелеклелек сифатын юғалтмаһындар, тирә-йүнгә иғтибарлы булһындар.
Ана, Сәймә Раянова почтальонды әллә ҡайҙан танып, ҡапҡа янына сығып баҫҡан. Инәйебеҙ шунда уҡ “Башҡортостан”ды ҡараштыра ла башланы.
“Миңә айырыуса ололар тураһында яҙылған мәҡәләләр оҡшай. Йәнә ҡыҙыҡлы шәхестәр менән әңгәмәләрҙе күберәк баҫығыҙ”, — тигән теләктәрен еткерҙе ул.