Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Таналарға – яңы ҡура
Таналарға – яңы ҡура
Әмиров исемендәге хужалыҡ районда алдынғылар рәтендә. Бында игенселек тә, малсылыҡ та етәкселектең берҙәй иғтибар үҙәгендә. Нәтижәлә ике тармаҡ та йылдың-йылы һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә. “500 ферма” программаһында ҡатнашыу тауар етештереүҙе бермә-бер арттырыуға туранан-тура йоғонто яһай. Тәү сиратта бында эшләгәндәр өсөн заманса хеҙмәт һәм көнкүреш шарттары булдырылһа, икенсенән, ҡураларҙың үҙгәртеп ҡоролоуы мал аҫрауҙа яңы ысулдар ҡулланып, сығымдарҙы һиҙелерлек кәметергә ярҙам итә. Баҙар шарттарында бының мөһимлеген аңлатып тороу кәрәкмәй.

Хужалыҡтың мал көтөүе 2200 баштан ашыу булған 5-се Артауыл бригадаһында йыл һайын уртаса 200 баш үгеҙ һимер­тәләр һәм 500-ҙән артығыраҡ тананы һауынға әҙерләйҙәр. Эшсе ҡулдарға ҡыт­лыҡ булыуын иҫәпкә алып, бигерәк тә матди сығымдарҙы төрлө яҡ­тан кәметеүгә ынтылып, мал­дарҙы тәбиғи шарттарҙа бәй­­һеҙ ҡарауға йүнәлеш алын­ған. Яңыр­тып сафҡа индерелгән ҡурала элек мал ҡараған биш-алты кеше иңенә төшкән барлыҡ эштәрҙе бөгөн бер алмашсы менән ике малсы тулыһынса атҡара.
...Малдарҙы тәбиғи шарт­тарҙа ҡарауға иҫәпләнгән ҡу­ра­ла булып киткәндә төҙө­лөш тамамланыуға бара ине. Бын­да таналар тотоласаҡ икән.
— Бөтә эштәрҙе үҙебеҙ баш­ҡарабыҙ, — тип ҡаршы­ланы ферма мөдире Ғәзинур Гәрәев. — Егеттәр тырыша. Көндәр боҙол­ғансы малдар өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙы­рырға ине иҫәп.
Таналарға – яңы ҡураХужалыҡ ниндәйҙер ярҙам­ға өмөт итмәй, үҙ хәленә ҡарап, төрлө тарафтан кәрәк-яраҡ йүнләгән. Ҡай­һы бер ерҙәгесә, “оҙон” аҡса эҙләп ситтән килгән ниндәйҙер оҫталар эҙләмәй – малсылыҡ ҡураларын яңыртыуға ҡул­дары күп эшкә килешкән урын­дағы ир-егеттәрҙе йәлеп ит­кән­дәр. Әйтергә кәрәк, улар­ҙың башҡарғанына ризаһыҙ­лыҡ белдерерлек түгел. Мә­ҫә­лән, Данил Хужиндың “болгарка” аппараты менән ҡалай һәм тимер арматура сыбыҡ­тарын “һә” тигәнсә киҫеп ырғы­тыуына ысынлап та һоҡланырлыҡ.
Ҡалған оҫталар, кәрәкле иҙмәне тейешле сифатта һәм күләмдә үҙҙәре әҙер­ләп, бу­ласаҡ ҡураның иҙәнен эшләй. Аль­берт Миңлеғолов, Ратмир Нухов менән Илдар Хөснул­лин эште ваҡытын­да тамамлауға ҙур көс һала.
Бөгөн хужалыҡта мал ҡыш­ҡы ҡураларға ҡайтарылған. Уларҙы заманса итеп төҙөк­лән­дергән егеттәрҙең хеҙмәт һөҙөмтәләренә таянып, ферма эшсәндәре үҙҙәренә йөкмәтелгәнде ең һыҙғанып тормошҡа ашырырға тотондо.

Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.




Район: Тәтешле районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә