Әмиров исемендәге хужалыҡ районда алдынғылар рәтендә. Бында игенселек тә, малсылыҡ та етәкселектең берҙәй иғтибар үҙәгендә. Нәтижәлә ике тармаҡ та йылдың-йылы һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә. “500 ферма” программаһында ҡатнашыу тауар етештереүҙе бермә-бер арттырыуға туранан-тура йоғонто яһай. Тәү сиратта бында эшләгәндәр өсөн заманса хеҙмәт һәм көнкүреш шарттары булдырылһа, икенсенән, ҡураларҙың үҙгәртеп ҡоролоуы мал аҫрауҙа яңы ысулдар ҡулланып, сығымдарҙы һиҙелерлек кәметергә ярҙам итә. Баҙар шарттарында бының мөһимлеген аңлатып тороу кәрәкмәй.
Хужалыҡтың мал көтөүе 2200 баштан ашыу булған 5-се Артауыл бригадаһында йыл һайын уртаса 200 баш үгеҙ һимертәләр һәм 500-ҙән артығыраҡ тананы һауынға әҙерләйҙәр. Эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ булыуын иҫәпкә алып, бигерәк тә матди сығымдарҙы төрлө яҡтан кәметеүгә ынтылып, малдарҙы тәбиғи шарттарҙа бәйһеҙ ҡарауға йүнәлеш алынған. Яңыртып сафҡа индерелгән ҡурала элек мал ҡараған биш-алты кеше иңенә төшкән барлыҡ эштәрҙе бөгөн бер алмашсы менән ике малсы тулыһынса атҡара.
...Малдарҙы тәбиғи шарттарҙа ҡарауға иҫәпләнгән ҡурала булып киткәндә төҙөлөш тамамланыуға бара ине. Бында таналар тотоласаҡ икән.
— Бөтә эштәрҙе үҙебеҙ башҡарабыҙ, — тип ҡаршыланы ферма мөдире Ғәзинур Гәрәев. — Егеттәр тырыша. Көндәр боҙолғансы малдар өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырырға ине иҫәп.
Хужалыҡ ниндәйҙер ярҙамға өмөт итмәй, үҙ хәленә ҡарап, төрлө тарафтан кәрәк-яраҡ йүнләгән. Ҡайһы бер ерҙәгесә, “оҙон” аҡса эҙләп ситтән килгән ниндәйҙер оҫталар эҙләмәй – малсылыҡ ҡураларын яңыртыуға ҡулдары күп эшкә килешкән урындағы ир-егеттәрҙе йәлеп иткәндәр. Әйтергә кәрәк, уларҙың башҡарғанына ризаһыҙлыҡ белдерерлек түгел. Мәҫәлән, Данил Хужиндың “болгарка” аппараты менән ҡалай һәм тимер арматура сыбыҡтарын “һә” тигәнсә киҫеп ырғытыуына ысынлап та һоҡланырлыҡ.
Ҡалған оҫталар, кәрәкле иҙмәне тейешле сифатта һәм күләмдә үҙҙәре әҙерләп, буласаҡ ҡураның иҙәнен эшләй. Альберт Миңлеғолов, Ратмир Нухов менән Илдар Хөснуллин эште ваҡытында тамамлауға ҙур көс һала.
Бөгөн хужалыҡта мал ҡышҡы ҡураларға ҡайтарылған. Уларҙы заманса итеп төҙөкләндергән егеттәрҙең хеҙмәт һөҙөмтәләренә таянып, ферма эшсәндәре үҙҙәренә йөкмәтелгәнде ең һыҙғанып тормошҡа ашырырға тотондо.
Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.