Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡунаҡ ашы”, “Кейәү билмәне”...
“Ҡунаҡ ашы”,  “Кейәү билмәне”...
“Пышка” — республиканың “иң тәмле” предприятиеларының береһе. Был тауар билдәһенең төп асылы сифат һәм матурлыҡ төшөнсәләренә ҡайтып ҡала. Сөнки, нимә-нимә, ә дөйөм туҡланыу тармағында халыҡты алдармын тимә: тәмле икән — тәмле, юҡ икән — юҡ. “Пышка” был йәһәттән күптәргә өлгө — 15 йыл дауамында маҡсатыңа, асылыңа тоғро ҡалыу, ҡулланыусыларыңа хыянат итмәү, ай-һай, еңел түгел. Бигерәк тә бөгөнгө шарттарҙа, магазин кәштәләре тәмле-татлы ризыҡтарҙан һығылып торғанда, конкуренттарың бына-бына үксәңә баҫып килгәндә, үҙ йөҙөңдө һаҡлап ҡала алыу – үҙе үк еңеү. Ә шулай ҙа ниндәй һуң ул был татлы, тәмле, сифатлы “еңеү”?


Күптәрҙең хәтерендәлер, 2000 йылда баш ҡалала ярымфабрикаттар һәм әҙер продукция һатылған кулинария магазиндары асылды. Халыҡты иң ҡыҙыҡтырғаны – барлыҡ тауарҙың урында етештерелеүе. Тора-бара “Пышка” селтәренең эше әүҙем­ләште, киңәйҙе. Кулинария магазиндары сиктәрендә аҙыҡ-түлекте таратыу хеҙмәте ойошторола, за­водтарҙа, төрлө учреждение­ларҙа, мәктәптәрҙә ашханалар, ҡапҡылап алыу урындары асыла. Бөгөн иһә Өфөлә һәм Рәсәйҙең башҡа ҡала­ларында, шул иҫәптән Мәскәүҙә “Пышка” брендын ҡулланған 87 сауҙа ойошмаһы эшләй. Уларҙың күбеһе франшиза йүнәлешендә көйләнгән.
– “Пышка” – Өфө баҙарында ҙур танылыу һәм абруй яулаған сауҙа селтәре, — ти предприятиеның генераль директоры урынбаҫары Рита Абдрахманова (һүрәттә). – Беҙҙән өлгө алалар, оҡшарға тырышалар. Шуға күрә туҡтап ҡалырға һис ярамай. Яҡын киләсәктә тиҙ хеҙмәтләндереү кафеларын да асырға ниәтләйбеҙ.
Бер нисә йыл элек “Пышка” Мәскәүҙе яулай башланы. Баш ҡаланың Рокоссовский урамында “Урыҫ бистроһы” селтә­ренең элекке фабрикаһы төҙөкләндерелеп, сафҡа индерелә. Франшиза буйынса баш ҡалала “Пышка”ның биш ашханаһы асыла. Әле Мәскәүҙә ошо исем аҫтында кулинария, кафе, кафе-кулинария һәм ашхана-кулинария эшләй. Уларҙың һуңғыһында тотош Өфө ярымфабрикаттары ҡулланыла.
“Пышка”ның һуңғы еңеүҙәренең береһе – “Алтын көҙ” йәрминкә­һенең өс алтын миҙалы. “Ҡунаҡ ашы”, “Ке­йәү билмәне”, “Хужа өсөн” билмәндәре күргәҙмәнең иң тәмле ризыҡтарының береһе тип танылған.
– Ниндәй генә төр продукция етештерһәк тә, тәү сиратта, сифатҡа иғтибар итәбеҙ. Һатып алыусы ризыҡтан тулы­һынса ҡәнәғәт ҡалырға тейеш – төп маҡсатыбыҙ ошо, – ти Рита Иҙелбай ҡыҙы.


Автор: А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә