“Пышка” — республиканың “иң тәмле” предприятиеларының береһе. Был тауар билдәһенең төп асылы сифат һәм матурлыҡ төшөнсәләренә ҡайтып ҡала. Сөнки, нимә-нимә, ә дөйөм туҡланыу тармағында халыҡты алдармын тимә: тәмле икән — тәмле, юҡ икән — юҡ. “Пышка” был йәһәттән күптәргә өлгө — 15 йыл дауамында маҡсатыңа, асылыңа тоғро ҡалыу, ҡулланыусыларыңа хыянат итмәү, ай-һай, еңел түгел. Бигерәк тә бөгөнгө шарттарҙа, магазин кәштәләре тәмле-татлы ризыҡтарҙан һығылып торғанда, конкуренттарың бына-бына үксәңә баҫып килгәндә, үҙ йөҙөңдө һаҡлап ҡала алыу – үҙе үк еңеү. Ә шулай ҙа ниндәй һуң ул был татлы, тәмле, сифатлы “еңеү”?
Күптәрҙең хәтерендәлер, 2000 йылда баш ҡалала ярымфабрикаттар һәм әҙер продукция һатылған кулинария магазиндары асылды. Халыҡты иң ҡыҙыҡтырғаны – барлыҡ тауарҙың урында етештерелеүе. Тора-бара “Пышка” селтәренең эше әүҙемләште, киңәйҙе. Кулинария магазиндары сиктәрендә аҙыҡ-түлекте таратыу хеҙмәте ойошторола, заводтарҙа, төрлө учреждениеларҙа, мәктәптәрҙә ашханалар, ҡапҡылап алыу урындары асыла. Бөгөн иһә Өфөлә һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында, шул иҫәптән Мәскәүҙә “Пышка” брендын ҡулланған 87 сауҙа ойошмаһы эшләй. Уларҙың күбеһе франшиза йүнәлешендә көйләнгән.
– “Пышка” – Өфө баҙарында ҙур танылыу һәм абруй яулаған сауҙа селтәре, — ти предприятиеның генераль директоры урынбаҫары Рита Абдрахманова (һүрәттә). – Беҙҙән өлгө алалар, оҡшарға тырышалар. Шуға күрә туҡтап ҡалырға һис ярамай. Яҡын киләсәктә тиҙ хеҙмәтләндереү кафеларын да асырға ниәтләйбеҙ.
Бер нисә йыл элек “Пышка” Мәскәүҙе яулай башланы. Баш ҡаланың Рокоссовский урамында “Урыҫ бистроһы” селтәренең элекке фабрикаһы төҙөкләндерелеп, сафҡа индерелә. Франшиза буйынса баш ҡалала “Пышка”ның биш ашханаһы асыла. Әле Мәскәүҙә ошо исем аҫтында кулинария, кафе, кафе-кулинария һәм ашхана-кулинария эшләй. Уларҙың һуңғыһында тотош Өфө ярымфабрикаттары ҡулланыла.
“Пышка”ның һуңғы еңеүҙәренең береһе – “Алтын көҙ” йәрминкәһенең өс алтын миҙалы. “Ҡунаҡ ашы”, “Кейәү билмәне”, “Хужа өсөн” билмәндәре күргәҙмәнең иң тәмле ризыҡтарының береһе тип танылған.
– Ниндәй генә төр продукция етештерһәк тә, тәү сиратта, сифатҡа иғтибар итәбеҙ. Һатып алыусы ризыҡтан тулыһынса ҡәнәғәт ҡалырға тейеш – төп маҡсатыбыҙ ошо, – ти Рита Иҙелбай ҡыҙы.