Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Батырҙың батыры
Батырҙың батыры
Ауылдаштары Рифҡәт Аҡсуринда ныҡлы терәк күрә, һәр саҡ уның хәстәрен тойоп йәшәй. Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә Батыр ауылына сәфәр ҡылғанда беҙ ҙә ныҡлы инандыҡ.

– Ҡаты һыуыҡтар башланмаҫ борон һеҙ ҡушҡан теге һарайҙың ишеген йылытып ҡуй­ҙым, ә арғы остағыһыныҡын алмаштырғанда нисек булыр икән? – тип малсы Ринат Фазы­ғолов үҙенең эше тураһында һөйләп, Рифҡәт Ғәбдрәүеф улынан кәңәш һораны.
Күп тә үтмәне, Булат Ниғмәтуллин инеп, сираттағы ултырыштың ҡасан уҙырын асыҡ­ланы, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер күрһәтмәләр ҙә алды.
Һәр ауылда ла абруйлы кешеләр булған шикелле, Батырҙа ла сәмле йөрәклеләр етерлек. Мәҫәлән, мәҡәлә башында телгә алынған ир-уҙаман, етенсе тиҫтәһен ҡыуалауға ҡарамаҫ­тан, фермерлыҡ эшен уңышлы алып бара, бынан тыш йәмәғәт эштәрендә лә бик әүҙем ҡатнаша.
– Хәҙерге иркенлектең файҙаһын татып ҡалырға кәрәк, – ти “Ҡарамалы” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рифҡәт Аҡсурин. – Күпме ер үҙгәрештәрҙән һуң бушап-етемһерәп ҡалды. Шуға йән әсей. Мин дә бит үҙ эшемде тиккә генә асманым. Әҙерәк йәшерәк түгелмен шул, ул саҡта әллә күпме тау аҡтарған булыр инем.
Шул йәштә лә уның эш тип янып йөрөүе үҙе батырлыҡ түгелме?! Ә инде типһә тимер өҙөрлөк йәштәргә өлгө күрһәтеүе үҙе айырым һөйләшеүгә тиң.
Ғөмүмән, хужалыҡ малсылыҡта ла, үҫем­лек­селектә лә һынатмай. Бөгөн баҫыу эштә­ренең барыһын да теүәлләгәндәр. Һыйыр ма­лын ике йөҙ башҡа еткергәндәр, әммә был да сик түгел. Тиҙҙән һыйырҙарҙың быҙау­лау осоро яҡынлашасаҡ – быға ла ныҡлап әҙерләнгәндәр.
Әйткәндәй, үгеҙҙәрҙе һимертеп һатыуҙы юлға һалғандар. Әңгәмәсемдең һүҙҙәренә ҡарағанда, лимузин тоҡомло үгеҙҙе яҡшы итеп тәрбиәләгәндә, өс айҙа ауырлығын дүрт центнерға еткерергә мөмкин.
Рифҡәт ағай ауылда староста вазифаһын да башҡара. “Был мәшәҡәт тағы нимәгә?” – тип аптырауыма былай тип яуапланы:
– Ауылыбыҙ бай тарихҡа эйә, Батыр бихисап шәхестәргә бәхет ҡапҡаһын асҡан. Ҡыҙ­ға­нысҡа ҡаршы, тормоштоң киҫкен боро­лош­тары һәр ҡайҙа ла үҙен белгертмәй ҡалманы. Кендек ҡаным тамған ауылым киләсәктә лә данлыҡлы исемен юғалтмаһын өсөн тырышам, ҡунаҡтар алдында йөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын. “Бында арыҫлан йөрәкле кешеләр йәшәй икән!” тигән тойғо һәр кемдә тыуһын, ә ул ысынлап шулай. Беҙҙә көрәшселәрҙең күплеге һөйөндөрә. Ҡайһы бер бил бирмәҫ батырҙар ғүмерендә күпме һарыҡ алғанын да иҫләмәй хатта, сөнки еңеүҙәренең иҫәбе-һаны юҡ. Үҫеп килгән йәш быуындың алдағы көндәре тураһында уйланам. Кемдер бәләкәй генә берәй ыңғай миҫалды өлгө итеп алған хәлдә лә, уның тормошо яҡшыға үҙгәрер, иманым камил.
Тәү осрашҡанда “хәлдәрегеҙ нисек” тип һорашҡанда, ул “йәштәрсә” тине. Күңеле менән һәр саҡ йәш булып ҡала белгән, дәрт-дарманы ташып торған Рифҡәт Аҡсурин һымаҡтар барында тормош та йәмле, йәшәүе лә күңелле.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Район: Федоровка районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә яңы йыл шыршылары һәм ҡышҡы ҡаласыҡтарҙың ҡасан ҡуйылыуы билдәле булды

Өфөлә яңы йыл шыршылары һәм ҡышҡы ҡаласыҡтарҙың ҡасан ҡуйылыуы билдәле булды 24.09.2026 // Йәмғиәт

Был ҡарарға баш ҡала мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов ҡул ҡуйҙы....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының өс депутаты вәкәләттәрен һалды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының өс депутаты вәкәләттәрен һалды 24.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының өс депутаты вәкәләттәрен һалды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы тамамлана

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы тамамлана 24.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы тамамлана...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы депутаттары итеп һайланған МХО ҡатнашыусыларына уңыштар теләне
Бөгөн республикала 20 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Бөгөн республикала 20 БПЛА бәреп төшөрөлгән 23.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн республикала 20 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Камилә инәй Арыҫланованы 95 йәше менән ҡотланылар

Башҡортостанда Камилә инәй Арыҫланованы 95 йәше менән ҡотланылар 23.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Камилә инәй Арыҫланованы 95 йәше менән ҡотланылар...

Тотош уҡырға 1

1 октябрҙән республикала газға яңы хаҡтар билдәләнә

1 октябрҙән республикала газға яңы хаҡтар билдәләнә 22.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты «Газпром төбәк-ара газ Өфө» абоненттары өсөн ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда туристик объекттарға илткән 100 километрҙан ашыу юл ремонтланасаҡ

Башҡортостанда туристик объекттарға илткән 100 километрҙан ашыу юл ремонтланасаҡ 22.09.2026 // Йәмғиәт

Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров «Интерфакс» агентлығына биргән интервьюһында һөйләне....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда «Йәйәүле» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Йәйәүле» операцияһы башланды 22.09.2026 // Йәмғиәт

22-30 сентябрҙә республика биләмәһендә йәйәүлеләргә бәйле юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү ......

Тотош уҡырға 2

Nordwind авиакомпанияһы Сочи урынына Сухумға осасаҡ

Nordwind авиакомпанияһы Сочи урынына Сухумға осасаҡ 22.09.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Сочиға осоу программаһының бер өлөшөн Абхазияның баш ҡалаһына күсерәләр....

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров МХО яугирҙәренә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы

Радий Хәбиров МХО яугирҙәренә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы 21.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров МХО яугирҙәренә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 1

Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде

Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде 21.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә