Ауылдаштары Рифҡәт Аҡсуринда ныҡлы терәк күрә, һәр саҡ уның хәстәрен тойоп йәшәй. Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә Батыр ауылына сәфәр ҡылғанда беҙ ҙә ныҡлы инандыҡ.
– Ҡаты һыуыҡтар башланмаҫ борон һеҙ ҡушҡан теге һарайҙың ишеген йылытып ҡуйҙым, ә арғы остағыһыныҡын алмаштырғанда нисек булыр икән? – тип малсы Ринат Фазығолов үҙенең эше тураһында һөйләп, Рифҡәт Ғәбдрәүеф улынан кәңәш һораны.
Күп тә үтмәне, Булат Ниғмәтуллин инеп, сираттағы ултырыштың ҡасан уҙырын асыҡланы, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер күрһәтмәләр ҙә алды.
Һәр ауылда ла абруйлы кешеләр булған шикелле, Батырҙа ла сәмле йөрәклеләр етерлек. Мәҫәлән, мәҡәлә башында телгә алынған ир-уҙаман, етенсе тиҫтәһен ҡыуалауға ҡарамаҫтан, фермерлыҡ эшен уңышлы алып бара, бынан тыш йәмәғәт эштәрендә лә бик әүҙем ҡатнаша.
– Хәҙерге иркенлектең файҙаһын татып ҡалырға кәрәк, – ти “Ҡарамалы” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рифҡәт Аҡсурин. – Күпме ер үҙгәрештәрҙән һуң бушап-етемһерәп ҡалды. Шуға йән әсей. Мин дә бит үҙ эшемде тиккә генә асманым. Әҙерәк йәшерәк түгелмен шул, ул саҡта әллә күпме тау аҡтарған булыр инем.
Шул йәштә лә уның эш тип янып йөрөүе үҙе батырлыҡ түгелме?! Ә инде типһә тимер өҙөрлөк йәштәргә өлгө күрһәтеүе үҙе айырым һөйләшеүгә тиң.
Ғөмүмән, хужалыҡ малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә һынатмай. Бөгөн баҫыу эштәренең барыһын да теүәлләгәндәр. Һыйыр малын ике йөҙ башҡа еткергәндәр, әммә был да сик түгел. Тиҙҙән һыйырҙарҙың быҙаулау осоро яҡынлашасаҡ – быға ла ныҡлап әҙерләнгәндәр.
Әйткәндәй, үгеҙҙәрҙе һимертеп һатыуҙы юлға һалғандар. Әңгәмәсемдең һүҙҙәренә ҡарағанда, лимузин тоҡомло үгеҙҙе яҡшы итеп тәрбиәләгәндә, өс айҙа ауырлығын дүрт центнерға еткерергә мөмкин.
Рифҡәт ағай ауылда староста вазифаһын да башҡара. “Был мәшәҡәт тағы нимәгә?” – тип аптырауыма былай тип яуапланы:
– Ауылыбыҙ бай тарихҡа эйә, Батыр бихисап шәхестәргә бәхет ҡапҡаһын асҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормоштоң киҫкен боролоштары һәр ҡайҙа ла үҙен белгертмәй ҡалманы. Кендек ҡаным тамған ауылым киләсәктә лә данлыҡлы исемен юғалтмаһын өсөн тырышам, ҡунаҡтар алдында йөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын. “Бында арыҫлан йөрәкле кешеләр йәшәй икән!” тигән тойғо һәр кемдә тыуһын, ә ул ысынлап шулай. Беҙҙә көрәшселәрҙең күплеге һөйөндөрә. Ҡайһы бер бил бирмәҫ батырҙар ғүмерендә күпме һарыҡ алғанын да иҫләмәй хатта, сөнки еңеүҙәренең иҫәбе-һаны юҡ. Үҫеп килгән йәш быуындың алдағы көндәре тураһында уйланам. Кемдер бәләкәй генә берәй ыңғай миҫалды өлгө итеп алған хәлдә лә, уның тормошо яҡшыға үҙгәрер, иманым камил.
Тәү осрашҡанда “хәлдәрегеҙ нисек” тип һорашҡанда, ул “йәштәрсә” тине. Күңеле менән һәр саҡ йәш булып ҡала белгән, дәрт-дарманы ташып торған Рифҡәт Аҡсурин һымаҡтар барында тормош та йәмле, йәшәүе лә күңелле.