Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күгәрсен һөтө генә юҡ!
Күгәрсен һөтө генә юҡ!
Илеш районы халыҡтан һөт йыйыу буйынса әле республикала икенсе урында бара. Район хакимиәте башланғысы менән илештәр өҫтәлен экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек менән байытыу маҡсатында ойошторолған «Илешһөт» предприятиеһы, бар һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, йылдан-йыл уңыштарын арттыра бара.


Йәйге осорҙа район хужалыҡтарынан — 100, халыҡтан 25 тонна йы­йылған сеймалдан һөт, кефир, ҡатыҡ, эремсек, сыр, ҡаймаҡ, йогурт, ҡыҫ­ҡаһы, 25 төрҙәге тауар етештерелә! Коллективта 103 кеше эшләй. Шуларҙың 44-е – һөт йыйыусы. Улар араһынан Илдар Ғиззәтов Бишҡурай ауыл Советы биләмә­һенән көн һайын ике тоннаға яҡын аҡ йыя. Таңғы сәғәт биштән юлға сығыу – уның өсөн ғәҙәти күренеш. Кис йәнә шул маршрутты урай.
– Тәү ҡарауға ғына еңел тойола был шө­ғөл. Һөт тапшырған һәр кемдең ышанысын аҡларға тырышабыҙ. Ошо аҡсаға ғына ҡарап торған кешеләр ҙә бар бит. Ике-өс һыйыр һауғандарҙың кеҫәһенә байтаҡ ҡына килем инә, – ти Илдар.
Водителдәрҙең хеҙмәте лә баһалап бөт­көһөҙ – эштәре иртә таңдан төнгә тиклем дауам итә. Ауыр һөт бидондарын көнөнә нисәмә тапҡыр күтәрергә тура килә уларға!
Күгәрсен һөтө генә юҡ!З. Сәләхова етәкселегендәге продукция етештереү цехы хеҙмәт­кәр­ҙәре лә ваҡыт менән иҫәп­ләшмәй, сөнки аҙыҡ-түлек си­фа­тына талап көндән-көн арта. Һөттөң майлы­лығын, ҡуйылығын, аҡһым кимәлен пред­приятие лаборато­рия­һын­да тикшерәләр, өҫтәүенә, урындарға сығып анализ да яһайҙар. Ныҡлы талап ҡу­йылғас, хужалыҡтар ҙа предприятиены яҡшы сифатлы һөт менән тәьмин итергә тырыша. Етештерелгән аҙыҡ-түлек район магазиндарында, эшҡыуарҙар­ҙың сауҙа нөктә­лә­рендә, Өфө, Дүртөйлө, Ағи­ҙел, Нефтекама ҡала­ларын­да һатыла.
Күгәрсен һөтө генә юҡ!Баш ҡалала дүртенсе тап­ҡыр үткәрелгән «Һөт иле» фес­тива­лендә лә әү­ҙем ҡат­нашты илеш­тәр. Тәмле һөт-ҡа­тығын ҡала халҡына тәҡдим иттеләр.
Предприятие етәксеһе Азат Ғилемханов замандан артта ҡалмай – һәр ваҡыт эҙ­лә­неү, яңылыҡтар индереү юлында. Тауар төрөн арт­тырыуға ҙур иғтибар би­релә бында, өр-яңы цех­ҡа нигеҙ ҡоролған.
Күгәрсен һөтө генә юҡ!– Ямғыр яуғас, үләне лә мул булды быйыл, һөт был­тыр­ғыға ҡарағанда 10 про­цент­ҡа артты. Ха­лыҡтан йы­йыл­ға­ны­ның да сифаты яҡшы. Көҙгә табан һөт кәмей төштө, шуға күрә хаҡы ла бер аҙ артыр. Хөкүмәт субсидия бирергә вәғәҙә итә, беҙ ошо мөм­кин­лек­тән фай­ҙа­ланып, етеш­те­реүҙе киңәйтеү маҡса­ты менән йәшәй­беҙ.
Халыҡтан һөт йыйыу ауыр мәшәҡәт булһа ла, был эш ике яҡ өсөн дә табышлы, отош­ло. Уны дө­рөҫ һәм оҫта ойоштора бе­лергә генә кәрәк. Ауыл кешеләре тауарын һатып ҡыуа­ныр, ә ҡала халҡы­ның табыны мул булыр.


Автор: Элена ҒИЛМУЛЛИНА. Район: Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә