Илеш районы халыҡтан һөт йыйыу буйынса әле республикала икенсе урында бара. Район хакимиәте башланғысы менән илештәр өҫтәлен экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек менән байытыу маҡсатында ойошторолған «Илешһөт» предприятиеһы, бар һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, йылдан-йыл уңыштарын арттыра бара.
Йәйге осорҙа район хужалыҡтарынан — 100, халыҡтан 25 тонна йыйылған сеймалдан һөт, кефир, ҡатыҡ, эремсек, сыр, ҡаймаҡ, йогурт, ҡыҫҡаһы, 25 төрҙәге тауар етештерелә! Коллективта 103 кеше эшләй. Шуларҙың 44-е – һөт йыйыусы. Улар араһынан Илдар Ғиззәтов Бишҡурай ауыл Советы биләмәһенән көн һайын ике тоннаға яҡын аҡ йыя. Таңғы сәғәт биштән юлға сығыу – уның өсөн ғәҙәти күренеш. Кис йәнә шул маршрутты урай.
– Тәү ҡарауға ғына еңел тойола был шөғөл. Һөт тапшырған һәр кемдең ышанысын аҡларға тырышабыҙ. Ошо аҡсаға ғына ҡарап торған кешеләр ҙә бар бит. Ике-өс һыйыр һауғандарҙың кеҫәһенә байтаҡ ҡына килем инә, – ти Илдар.
Водителдәрҙең хеҙмәте лә баһалап бөткөһөҙ – эштәре иртә таңдан төнгә тиклем дауам итә. Ауыр һөт бидондарын көнөнә нисәмә тапҡыр күтәрергә тура килә уларға!
З. Сәләхова етәкселегендәге продукция етештереү цехы хеҙмәткәрҙәре лә ваҡыт менән иҫәпләшмәй, сөнки аҙыҡ-түлек сифатына талап көндән-көн арта. Һөттөң майлылығын, ҡуйылығын, аҡһым кимәлен предприятие лабораторияһында тикшерәләр, өҫтәүенә, урындарға сығып анализ да яһайҙар. Ныҡлы талап ҡуйылғас, хужалыҡтар ҙа предприятиены яҡшы сифатлы һөт менән тәьмин итергә тырыша. Етештерелгән аҙыҡ-түлек район магазиндарында, эшҡыуарҙарҙың сауҙа нөктәләрендә, Өфө, Дүртөйлө, Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларында һатыла.
Баш ҡалала дүртенсе тапҡыр үткәрелгән «Һөт иле» фестивалендә лә әүҙем ҡатнашты илештәр. Тәмле һөт-ҡатығын ҡала халҡына тәҡдим иттеләр.
Предприятие етәксеһе Азат Ғилемханов замандан артта ҡалмай – һәр ваҡыт эҙләнеү, яңылыҡтар индереү юлында. Тауар төрөн арттырыуға ҙур иғтибар бирелә бында, өр-яңы цехҡа нигеҙ ҡоролған.
– Ямғыр яуғас, үләне лә мул булды быйыл, һөт былтырғыға ҡарағанда 10 процентҡа артты. Халыҡтан йыйылғанының да сифаты яҡшы. Көҙгә табан һөт кәмей төштө, шуға күрә хаҡы ла бер аҙ артыр. Хөкүмәт субсидия бирергә вәғәҙә итә, беҙ ошо мөмкинлектән файҙаланып, етештереүҙе киңәйтеү маҡсаты менән йәшәйбеҙ.
Халыҡтан һөт йыйыу ауыр мәшәҡәт булһа ла, был эш ике яҡ өсөн дә табышлы, отошло. Уны дөрөҫ һәм оҫта ойоштора белергә генә кәрәк. Ауыл кешеләре тауарын һатып ҡыуаныр, ә ҡала халҡының табыны мул булыр.