Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөғжизә төрмәнән ҡотҡарҙы
Мөғжизә төрмәнән ҡотҡарҙы
Дәүләт Думаһының “Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына 20 йыл тулыу айҡанлы амнистия иғлан итеү тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, күптәр иреккә сығарылды, ә бәғзеләр хөкөм эскәмйәһенән үк азат ителде. Аймылышҡан бәндәләр яҙмышына төшкән был бүләкте дөрөҫ аңлармы? Әллә, киреһенсә, “еңел ҡотолдоҡ” тип тағы ла нығыраҡ шашыр, сираттағы енәйәтенә яңынан ҡапҡанға эләкмәҫлек итеп әҙерләнеп барырмы?..


Амнистияға эләгеп, биш йылға яҡын иректән мәхрүм ителеү­ҙән ҡо­толоу мөмкинлеге был ҡа­тынды һөйөндөрмәй ҡалмағандыр. Шулай ҙа уның көнитмеше тура­һында ишетеү ытырғаныу тойғоһо уятты. Ике баланы яңғыҙ тәрбиә­ләгән әсә кескәйҙәрҙе бик йыш туҡмаған. Үҙҙә­рен өйҙә бикләп ҡалдырып, һуңынан иҫереп ҡайтып ингән әсәйҙәренән ун һәм дүрт йәшлек сабыйҙар бик тә ҡурҡа, сөнки уларға йоҙроҡ ҡына түгел, ә ҡул-аяҡ аҫтында ятҡан бар әйбер килеп эләгеүе ихтимал.
Руслана балалар йортонда тәр­биә­ләнә. СССР тарҡалып, сәйәсәт тулы­һын­са үҙгәргәс, ул бер балалар йор­тонан икенсеһенә күсерелә. Өлкән ҡыҙҙарҙан туҡмалыу, уларҙың күлдәк-салбарҙарын йыуыу, аслы-туҡлы йәшәү – барыһын да кисерә ул. Йәберләүҙәргә түҙмәй, бер нисә мәртәбә балалар йортонан ҡасып та ҡарай. Әммә барыбер күрә алмаған мөхитенә кире ҡайтарыла. Туғыҙын­сы класҡа барып еткәс, ҡыҙыҡай үҙен балалар йортонда иркен һиҙә башлай. Хәҙер ул да кескәйҙәрҙе йәбер­ләй, туҡмай ала, ҡулға төшөргән аҡсаға әхирәттәре менән тәмәке тарта, һыра һемерә.
Һөнәрселек училищеһына оҙа­тылған Руслана балалар йортондағы тормошон һағынып хәтерләй. Хәҙер уға бер кем дә әҙер бутҡаһын һоноп, быс­ранған түшәк кәрәк-ярағын йыйып алмай. Үҙаллы тормошҡа бөтөнләй әҙер булмаған ҡыҙ дәрескә бармай йоҡлап ҡала, булған аҡсаһын иҫерткес эсемлектәргә тотона. Тәүҙә тәрбиәселәр уның менән һөйләшеп, аңлатыу эше алып бара. Тик үҙен генә хаҡлымын тип өйрәнгән үҫмер бер кемде лә тыңларға теләмәй. Үҙе кеүек елбәҙәк ҡыҙҙар менән учи­лищелағы уҡыу осорон да үткәреп ебәрә.
Штукатур һөнәренә этә-төртә эйә булған ҡыҙ ата-әсәһенең тыуған яғына килә. Сыбыҡ осо булған туғандарына һыйынып ҡарай. Тик улар ялҡау, тәрбиәһеҙ ҡыҙҙың холоҡ-фиғеленә оҙаҡ түҙергә теләмәй, ҡыуып сығара. Көскә эшкә урынлаш­ҡас, Руслана кистәрен дискотека­ларға йөрөй, ятаҡтағы “күңелле тормошҡа” башы менән сума. Шулай бер әхирәтенең тыуған көнөндә Владислав менән таныша. Ике мәртәбә төрмәлә ултырып сыҡҡан егет иҫке генә бер өйҙә яңғыҙы йәшәй икән. Был кис уға эйәреп барған Руслана ятаҡҡа әйләнеп ҡайтмай. Тәүҙә үҙенең йортло булыуына ҡыуанған ҡыҙ һуңынан Владиславтан нисек ҡото­лорға ла белмәй. Егет уны бик ныҡ туҡмай, бергәләшеп эсһәләр ҙә, иртән тороуына бер ярты әҙерләп ҡуйыуын талап итә. Владиславтан туҡмалғандан һуң, Руслананың аҙналар буйы тора алмай ятҡан саҡтары була. “Тиҙерәк үлтерһен дә ҡуйһын ине”, – тип йәшәй ул.
Кеше талағаны, уғрылығы өсөн төрмәлә ултырып сыҡҡан Владислав артабан ошо юлды ҡыуа. Ул аҙналар буйына юҡҡа сыҡҡанда, Руслана иркен тын алып ҡала. Әммә ир ҡайтыу менән тағы уға йәбешә, туҡмай. Күрәһең, ҡыҙҙың бер кеме лә, барырға урыны ла булмауы Владиславты тағы ла нығыраҡ шаш­тырғандыр. Йәш ирҙең енәйәт өҫтөн­дә тотолоуы ғына Руслананы ҡотҡарып ҡала. Владислав оҙайлы ваҡытҡа хөкөм ителә.
Ир төрмәгә ултырғас, Руслана үҙенең ауырлы булыуын белә. Әсә һөйөүен, наҙын татымаған­ғамы, әллә сабыйҙа үҙен эт типкеһендә йәшәт­кән иренең һыҙаттарын күргәнгәме, улын бөтөн­ләй яратмай. Хатта имеҙергә онотҡан саҡтары ла була. Ҡатын балаһына уйынсыҡ, матур кейем һатып алырға уйламай ҙа. Уның ҡарауы, сабый пособиеһын тиненә тиклем эсеп бөтөрә. Әсә кеше улы менән һөйләшмәгәнгә, уның теле үтә һуң асыла. Бала һаҡау, ауырыу булып үҫә.
Шул саҡта төрмәнән Владислав­тың ниндәйҙер ауырыуҙан вафат булыуы тураһында хәбәр итәләр. Руслананың ҡыуанысының иге-сиге булмай. Күпмелер ваҡыт үткәс, ул тағы бер ир менән йәшәй башлай. Тик Руслана ауырға ҡалыу менән, уныһы ла юҡҡа сыға. Эсеп-иҫереп йөрөп абортҡа барырға һуңлаған ҡатын тағы бер сабыйға ғүмер бирә. Был бәләкәсте лә әсәһенең ҡаты бәғерлелеге, мәрхәмәтһеҙлеге көтә.
Әҙәм балаһы барыһына ла күнә, өйрәнә, тигән­дәре хаҡтыр, күрәһең. Кескәйҙәр бер-береһенә терәк бу­лып, әсәһе туҡмағанда ҡосаҡ­лашып илап, бер һыныҡ икмәкте лә бүлешеп ашап, ҙурайып килә. Бәлки, был ғаилә тураһында бер кем дә белмәҫ ине лә. Сөнки Руслананың ара­лаш­ҡан кешеләре — эскеселәр, төрмәлә ултырып сыҡҡан шикле бәндәләр. Уларҙы балалар яҙмышы иң һуңғы сиктә генә борсоуы мөмкин.
Руслананың үҙенән бәхетлерәк булған бар кешене күрә алмауы уны хөкөм эскәмйәһенә ултырта. Бер көн сәскәләй кейенгән балалар янынан үтеп барғанда, уларҙың шатлыҡлы ҡиәфәтенә йәне көйә уның. Күп уйлап тормай, ошо йортҡа шартлатҡыс һалыныуы тураһында хәбәр итә. “Һеҙгә йәшәргә һанаулы минуттар ҡалды!” – ти ул.
Әлбиттә, был хәбәр күп хәүеф-хәтәр тыуҙырһа ла, ялған ­шыл­­ты- ратыуҙың ҡайҙан булыуын шунда уҡ билдәләйҙәр. Күрәһең, Руслананы һаҡлаған фәрештәләр уны әлегә ташламағандыр, ошо саҡта амнистия тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыла. Судта ҡатындың балаларын нисек туҡмауы, уларға үткәрелгән медицина тикшереүенең һөҙөмтәһе яңғыраны. Ҡатын бар ғәйепләүҙәрҙе бүлдермәй, башын эйеп тыңланы. Шулай ҙа Руслананың әсәлек хоҡу­ғынан мәхрүм ителмәүен күҙ уңында тотоп һәм амнистия уңайынан, уға ҡарата алып барылған енәйәт эштәре туҡтатылды. Ғәйепләүсе яҡ та быға ҡаршы төшмәне, һәр кем “балалар өсөн әсәһе менән йәшәүе яҡшыраҡ булыр” тигән фекер йөрөттө.
“Һине мөғжизә генә ҡотҡарыуын аңлайһыңдыр? Артабан нимә эшләр­гә уйлайһың?” – тигән һорауға Рус­лана: “Тикшереү барышында мин бик күп уйландым. Бәлки, тәүге тапҡыр балаларым хаҡында уйла­ған­мындыр. Был донъяла тик улар ғына мине ярата бит. Ниндәй хәлдә булһам да, ҡосаҡларға маташалар, ә мин уларҙы этәрә торғайным... Шуға күрә балаларым өсөн төҙәлергә тырышасаҡмын. Миңә аҡыл ултыр­һын өсөн Хоҙай Тәғәлә мине ошо кимәлгә еткергәндер. Әлбиттә, хәҙер­ге балалар йортонда һәйбәт тиһәләр ҙә, улдарымдың үҙем тәрбиәләнгән мөхиткә эләгеүҙәрен теләмәйем, сөнки минең юлдан яҙыуым шунан башланды”, – тине.
Руслана үҙенә донъялағы иң оло бәхет – әсәлек бәхете насип булыуын, ниһайәт, аңлағандыр, тип ышанғы килә...
Колония-поселениеға хөкөм ител­гән икенсе бер ҡатын да, амнистияға эләгеү теләген белдереп, ғариза яҙа. 2008 йылда хөкөм ителгән йәш ҡатын, яҡшы тәртибе өсөн, үҙенә тәғәйенләнгән срокты тултырмай, иреккә алдан сығарылған була. Һөҙөмтәлә ул тағы бер енәйәт ҡыла. Күрәһең, ҡырын ятҡан әйбер­ҙәрҙе ҡарап ҡына йөрөгән ҡатындың холҡо үҙгәрмәй. Ул Үзбәкстан яғынан килгән бер ир менән шәхси йортта, үҙе әйтмешләй, гражданлыҡ никахында йәшәй. Күрше-тирәһе тауыҡ-ҡаҙ, йыуып эленгән әйберҙәрҙең юғалы­уында Альбинаның ғәйепле булыуын һиҙемләй. Тик енәйәт өҫ­төн­дә тотолмағас, бер ни ҡыла ал­май­ҙар. Участка тәртип һаҡсы­һына зарланыу ҙа һөҙөмтә бирмәй, сөнки кемдеңдер шиге буйынса ғына кешене ғәйепләп булмай бит.
Бер көн Альбина ире менән бөҙрәханаға юллана. Унда ул өҫтәлдә ятҡан телефонға иғтибар итә. Бер кем дә күрмәгәндә, уны курткаһы менән ҡаплай. Һиҙҙермәй генә телефондың аккумуляторын сисеп ала. Күрәһең, ҡатын был юлы ла язаһыҙ ҡаласағына ныҡ ышанған булғандыр, телефонды йәшереп тә тормай. Тиҙ арала килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре урланған кеҫә телефонын шунда уҡ таба. “Һеҙ мине артыҡ ҡаты хөкөм итәһегеҙ! Ниңә миңә шартлы хөкөм бирмәйһегеҙ? Мин кеше үлтергәнме ни?!” – тип ярһыған Альбинаға ҡарата хөкөм ҡарары үҙгәрешһеҙ ҡалдырылды.
Йәш ҡатын күпме генә маташһа ла, амнистияға эләгә алманы. Уның үҙ балаларын ҡарамай, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеүе лә Альбинаны кире яҡтан күрһәтте. Хәҙерге ваҡытта кескәйҙәр балалар йортонда тәрбиәләнә. Аҡыллы малай һәм ҡыҙыҡай әсәһе менән бергә йәшәгән ваҡытын ҡур­ҡы­ныс төш кеүек хәтерләй. Күрәһең, кескәйҙәрҙең кисергәне үҙәктәренә үткәндер.
Эйе, тейешле ваҡыт үтеү менән Альбина ла иреккә сығыр. Тик уның балалары ғына әсә наҙынан, тыуған йорттан мәхрүм үҫер. Шуға күрә иректә ҡалдырылған Руслана үҙендә улдарына матур тормош бүләк итергә көс табыр тип ышанғы килә.
“Амнистия нимәгә икән? Енәйәт­селәр үҙҙәренең ҡылған яуызлыҡ­тары, ҡырын эштәре өсөн тулыһынса яуап бирергә тейеш бит”, – тигәйне асыу менән бер ағай. Эйе, был — бик сетерекле мәсьәлә. Шулай ҙа һәр әҙәм балаһының ҡылған эштәре өсөн яуап тотҡан кеүек, уның ғәфү ите­лергә, яһаған хаталарын төҙәтергә, яңы тормош башларға хоҡуғы бар икәнлеген дә онотмайыҡ. Әлбиттә, һүҙ ҡанһыҙ вәхшиҙәр, маньяктар тураһында түгел. Алдынғы, үҫешкән тип һаналған йәмғиәттә тормош юлынан тайпылған кешеләрҙе упҡынға этәрергә түгел, ә уларға ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәктер...



Авторҙан. Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 134

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 484

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 221

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 928

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 694

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 272

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 592

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 972

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 452

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 528

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 354

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536