Дәүләт Думаһының “Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына 20 йыл тулыу айҡанлы амнистия иғлан итеү тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, күптәр иреккә сығарылды, ә бәғзеләр хөкөм эскәмйәһенән үк азат ителде. Аймылышҡан бәндәләр яҙмышына төшкән был бүләкте дөрөҫ аңлармы? Әллә, киреһенсә, “еңел ҡотолдоҡ” тип тағы ла нығыраҡ шашыр, сираттағы енәйәтенә яңынан ҡапҡанға эләкмәҫлек итеп әҙерләнеп барырмы?..
Амнистияға эләгеп, биш йылға яҡын иректән мәхрүм ителеүҙән ҡотолоу мөмкинлеге был ҡатынды һөйөндөрмәй ҡалмағандыр. Шулай ҙа уның көнитмеше тураһында ишетеү ытырғаныу тойғоһо уятты. Ике баланы яңғыҙ тәрбиәләгән әсә кескәйҙәрҙе бик йыш туҡмаған. Үҙҙәрен өйҙә бикләп ҡалдырып, һуңынан иҫереп ҡайтып ингән әсәйҙәренән ун һәм дүрт йәшлек сабыйҙар бик тә ҡурҡа, сөнки уларға йоҙроҡ ҡына түгел, ә ҡул-аяҡ аҫтында ятҡан бар әйбер килеп эләгеүе ихтимал.
Руслана балалар йортонда тәрбиәләнә. СССР тарҡалып, сәйәсәт тулыһынса үҙгәргәс, ул бер балалар йортонан икенсеһенә күсерелә. Өлкән ҡыҙҙарҙан туҡмалыу, уларҙың күлдәк-салбарҙарын йыуыу, аслы-туҡлы йәшәү – барыһын да кисерә ул. Йәберләүҙәргә түҙмәй, бер нисә мәртәбә балалар йортонан ҡасып та ҡарай. Әммә барыбер күрә алмаған мөхитенә кире ҡайтарыла. Туғыҙынсы класҡа барып еткәс, ҡыҙыҡай үҙен балалар йортонда иркен һиҙә башлай. Хәҙер ул да кескәйҙәрҙе йәберләй, туҡмай ала, ҡулға төшөргән аҡсаға әхирәттәре менән тәмәке тарта, һыра һемерә.
Һөнәрселек училищеһына оҙатылған Руслана балалар йортондағы тормошон һағынып хәтерләй. Хәҙер уға бер кем дә әҙер бутҡаһын һоноп, бысранған түшәк кәрәк-ярағын йыйып алмай. Үҙаллы тормошҡа бөтөнләй әҙер булмаған ҡыҙ дәрескә бармай йоҡлап ҡала, булған аҡсаһын иҫерткес эсемлектәргә тотона. Тәүҙә тәрбиәселәр уның менән һөйләшеп, аңлатыу эше алып бара. Тик үҙен генә хаҡлымын тип өйрәнгән үҫмер бер кемде лә тыңларға теләмәй. Үҙе кеүек елбәҙәк ҡыҙҙар менән училищелағы уҡыу осорон да үткәреп ебәрә.
Штукатур һөнәренә этә-төртә эйә булған ҡыҙ ата-әсәһенең тыуған яғына килә. Сыбыҡ осо булған туғандарына һыйынып ҡарай. Тик улар ялҡау, тәрбиәһеҙ ҡыҙҙың холоҡ-фиғеленә оҙаҡ түҙергә теләмәй, ҡыуып сығара. Көскә эшкә урынлашҡас, Руслана кистәрен дискотекаларға йөрөй, ятаҡтағы “күңелле тормошҡа” башы менән сума. Шулай бер әхирәтенең тыуған көнөндә Владислав менән таныша. Ике мәртәбә төрмәлә ултырып сыҡҡан егет иҫке генә бер өйҙә яңғыҙы йәшәй икән. Был кис уға эйәреп барған Руслана ятаҡҡа әйләнеп ҡайтмай. Тәүҙә үҙенең йортло булыуына ҡыуанған ҡыҙ һуңынан Владиславтан нисек ҡотолорға ла белмәй. Егет уны бик ныҡ туҡмай, бергәләшеп эсһәләр ҙә, иртән тороуына бер ярты әҙерләп ҡуйыуын талап итә. Владиславтан туҡмалғандан һуң, Руслананың аҙналар буйы тора алмай ятҡан саҡтары була. “Тиҙерәк үлтерһен дә ҡуйһын ине”, – тип йәшәй ул.
Кеше талағаны, уғрылығы өсөн төрмәлә ултырып сыҡҡан Владислав артабан ошо юлды ҡыуа. Ул аҙналар буйына юҡҡа сыҡҡанда, Руслана иркен тын алып ҡала. Әммә ир ҡайтыу менән тағы уға йәбешә, туҡмай. Күрәһең, ҡыҙҙың бер кеме лә, барырға урыны ла булмауы Владиславты тағы ла нығыраҡ шаштырғандыр. Йәш ирҙең енәйәт өҫтөндә тотолоуы ғына Руслананы ҡотҡарып ҡала. Владислав оҙайлы ваҡытҡа хөкөм ителә.
Ир төрмәгә ултырғас, Руслана үҙенең ауырлы булыуын белә. Әсә һөйөүен, наҙын татымағанғамы, әллә сабыйҙа үҙен эт типкеһендә йәшәткән иренең һыҙаттарын күргәнгәме, улын бөтөнләй яратмай. Хатта имеҙергә онотҡан саҡтары ла була. Ҡатын балаһына уйынсыҡ, матур кейем һатып алырға уйламай ҙа. Уның ҡарауы, сабый пособиеһын тиненә тиклем эсеп бөтөрә. Әсә кеше улы менән һөйләшмәгәнгә, уның теле үтә һуң асыла. Бала һаҡау, ауырыу булып үҫә.
Шул саҡта төрмәнән Владиславтың ниндәйҙер ауырыуҙан вафат булыуы тураһында хәбәр итәләр. Руслананың ҡыуанысының иге-сиге булмай. Күпмелер ваҡыт үткәс, ул тағы бер ир менән йәшәй башлай. Тик Руслана ауырға ҡалыу менән, уныһы ла юҡҡа сыға. Эсеп-иҫереп йөрөп абортҡа барырға һуңлаған ҡатын тағы бер сабыйға ғүмер бирә. Был бәләкәсте лә әсәһенең ҡаты бәғерлелеге, мәрхәмәтһеҙлеге көтә.
Әҙәм балаһы барыһына ла күнә, өйрәнә, тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Кескәйҙәр бер-береһенә терәк булып, әсәһе туҡмағанда ҡосаҡлашып илап, бер һыныҡ икмәкте лә бүлешеп ашап, ҙурайып килә. Бәлки, был ғаилә тураһында бер кем дә белмәҫ ине лә. Сөнки Руслананың аралашҡан кешеләре — эскеселәр, төрмәлә ултырып сыҡҡан шикле бәндәләр. Уларҙы балалар яҙмышы иң һуңғы сиктә генә борсоуы мөмкин.
Руслананың үҙенән бәхетлерәк булған бар кешене күрә алмауы уны хөкөм эскәмйәһенә ултырта. Бер көн сәскәләй кейенгән балалар янынан үтеп барғанда, уларҙың шатлыҡлы ҡиәфәтенә йәне көйә уның. Күп уйлап тормай, ошо йортҡа шартлатҡыс һалыныуы тураһында хәбәр итә. “Һеҙгә йәшәргә һанаулы минуттар ҡалды!” – ти ул.
Әлбиттә, был хәбәр күп хәүеф-хәтәр тыуҙырһа ла, ялған шылты- ратыуҙың ҡайҙан булыуын шунда уҡ билдәләйҙәр. Күрәһең, Руслананы һаҡлаған фәрештәләр уны әлегә ташламағандыр, ошо саҡта амнистия тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыла. Судта ҡатындың балаларын нисек туҡмауы, уларға үткәрелгән медицина тикшереүенең һөҙөмтәһе яңғыраны. Ҡатын бар ғәйепләүҙәрҙе бүлдермәй, башын эйеп тыңланы. Шулай ҙа Руслананың әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителмәүен күҙ уңында тотоп һәм амнистия уңайынан, уға ҡарата алып барылған енәйәт эштәре туҡтатылды. Ғәйепләүсе яҡ та быға ҡаршы төшмәне, һәр кем “балалар өсөн әсәһе менән йәшәүе яҡшыраҡ булыр” тигән фекер йөрөттө.
“Һине мөғжизә генә ҡотҡарыуын аңлайһыңдыр? Артабан нимә эшләргә уйлайһың?” – тигән һорауға Руслана: “Тикшереү барышында мин бик күп уйландым. Бәлки, тәүге тапҡыр балаларым хаҡында уйлағанмындыр. Был донъяла тик улар ғына мине ярата бит. Ниндәй хәлдә булһам да, ҡосаҡларға маташалар, ә мин уларҙы этәрә торғайным... Шуға күрә балаларым өсөн төҙәлергә тырышасаҡмын. Миңә аҡыл ултырһын өсөн Хоҙай Тәғәлә мине ошо кимәлгә еткергәндер. Әлбиттә, хәҙерге балалар йортонда һәйбәт тиһәләр ҙә, улдарымдың үҙем тәрбиәләнгән мөхиткә эләгеүҙәрен теләмәйем, сөнки минең юлдан яҙыуым шунан башланды”, – тине.
Руслана үҙенә донъялағы иң оло бәхет – әсәлек бәхете насип булыуын, ниһайәт, аңлағандыр, тип ышанғы килә...
Колония-поселениеға хөкөм ителгән икенсе бер ҡатын да, амнистияға эләгеү теләген белдереп, ғариза яҙа. 2008 йылда хөкөм ителгән йәш ҡатын, яҡшы тәртибе өсөн, үҙенә тәғәйенләнгән срокты тултырмай, иреккә алдан сығарылған була. Һөҙөмтәлә ул тағы бер енәйәт ҡыла. Күрәһең, ҡырын ятҡан әйберҙәрҙе ҡарап ҡына йөрөгән ҡатындың холҡо үҙгәрмәй. Ул Үзбәкстан яғынан килгән бер ир менән шәхси йортта, үҙе әйтмешләй, гражданлыҡ никахында йәшәй. Күрше-тирәһе тауыҡ-ҡаҙ, йыуып эленгән әйберҙәрҙең юғалыуында Альбинаның ғәйепле булыуын һиҙемләй. Тик енәйәт өҫтөндә тотолмағас, бер ни ҡыла алмайҙар. Участка тәртип һаҡсыһына зарланыу ҙа һөҙөмтә бирмәй, сөнки кемдеңдер шиге буйынса ғына кешене ғәйепләп булмай бит.
Бер көн Альбина ире менән бөҙрәханаға юллана. Унда ул өҫтәлдә ятҡан телефонға иғтибар итә. Бер кем дә күрмәгәндә, уны курткаһы менән ҡаплай. Һиҙҙермәй генә телефондың аккумуляторын сисеп ала. Күрәһең, ҡатын был юлы ла язаһыҙ ҡаласағына ныҡ ышанған булғандыр, телефонды йәшереп тә тормай. Тиҙ арала килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре урланған кеҫә телефонын шунда уҡ таба. “Һеҙ мине артыҡ ҡаты хөкөм итәһегеҙ! Ниңә миңә шартлы хөкөм бирмәйһегеҙ? Мин кеше үлтергәнме ни?!” – тип ярһыған Альбинаға ҡарата хөкөм ҡарары үҙгәрешһеҙ ҡалдырылды.
Йәш ҡатын күпме генә маташһа ла, амнистияға эләгә алманы. Уның үҙ балаларын ҡарамай, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеүе лә Альбинаны кире яҡтан күрһәтте. Хәҙерге ваҡытта кескәйҙәр балалар йортонда тәрбиәләнә. Аҡыллы малай һәм ҡыҙыҡай әсәһе менән бергә йәшәгән ваҡытын ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй. Күрәһең, кескәйҙәрҙең кисергәне үҙәктәренә үткәндер.
Эйе, тейешле ваҡыт үтеү менән Альбина ла иреккә сығыр. Тик уның балалары ғына әсә наҙынан, тыуған йорттан мәхрүм үҫер. Шуға күрә иректә ҡалдырылған Руслана үҙендә улдарына матур тормош бүләк итергә көс табыр тип ышанғы килә.
“Амнистия нимәгә икән? Енәйәтселәр үҙҙәренең ҡылған яуызлыҡтары, ҡырын эштәре өсөн тулыһынса яуап бирергә тейеш бит”, – тигәйне асыу менән бер ағай. Эйе, был — бик сетерекле мәсьәлә. Шулай ҙа һәр әҙәм балаһының ҡылған эштәре өсөн яуап тотҡан кеүек, уның ғәфү ителергә, яһаған хаталарын төҙәтергә, яңы тормош башларға хоҡуғы бар икәнлеген дә онотмайыҡ. Әлбиттә, һүҙ ҡанһыҙ вәхшиҙәр, маньяктар тураһында түгел. Алдынғы, үҫешкән тип һаналған йәмғиәттә тормош юлынан тайпылған кешеләрҙе упҡынға этәрергә түгел, ә уларға ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәктер...
Авторҙан. Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.