Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тауарҙы һаҡларға урын кәрәк
Американан, Канаданан, Австралиянан, Европа союзы илдәренән аҙыҡ-түлекте индереү тыйылғас, хаҡтар бигерәк теҙгендән ысҡына башланы, Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына килгән ялыуҙар ҙа күбәйҙе. Бигерәк тә тауыҡ, күркә ите менән фаршына хаҡтар артты.

Башҡортостанда ҡош-ҡорт итен күп­ләп етештергән “Авдон” йәмғиәте 2 августан 2 октябргә тиклем бройлер түшкәһенә хаҡты 10,5 процентҡа күтәргән. М. Ғафури исемендәге Баш­ҡортостан ҡошсолоҡ комплексы тарафынан, һатып алыусылар сыл­бы­- рының барлыҡҡа килеүе сәбәпле, халыҡ өсөн продукция күпкә ҡиммәткә, мәҫәлән, күркә түшкәһе 53 процентҡа арттырылып һатылған. Бынан йәмғиәт байтаҡ килем алған. Рәсәйҙең Моно­полияға ҡаршы хеҙмәтенең Баш­ҡор­т­остан буйынса идаралығының бүлек етәксеһе Игорь Васильевтың әйтеүен­сә, “Башҡортостан ҡошсолоҡ комплек­сы” сауҙа йорто, М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы менән килешеүгә ярашлы, тауарҙы һатҡан. Был эште республикала дүрт ойошма — “Индюшкин”, “Индюшкин төбәк”, “Ит сауҙаһы компанияһы” һәм “МТК-төбәк” ойошмалары атҡарған. Һөҙөмтәлә өҫтәлгән хаҡ хатта 100 процентҡа барып еткән. Игорь Васильевтың әйтеүенсә, аҙыҡ-түлекте һатҡан был дүрт фирма, төрлө юридик исемгә эйә булһа ла, М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексына ҡарай.
Башҡортостандағы аҙыҡ-түлек хаҡ­тарына контроль буйынса эш төркө­мөнөң Башҡортостан Дәүләт Йы­йы­лы- ­шында үткән ултырышында шулай уҡ тоҙланған балыҡҡа хаҡтарҙың — 1,43, ыҫланғанына 1,79 процентҡа артыуы билдәләнде.
– Хаҡтарҙың күтәрелеүе эмбаргоға бәйле түгел. Был — ғәҙәти инфляция процесы, нигеҙҙә, тауыҡ итенә, балыҡ­ҡа ҡағылды. Сырға килгәндә, кәштә­ләрҙә сит ил продукцияһы юҡ. Улар урынында — үҙебеҙҙә етештерел­гән­дәр. Мәҫәлән, Бәләбәй һөт комби­на­тының “Бельфор” сыры, рецебы ике йыл элек әҙерләнһә лә, сит ил конкуренттарын уҙып, һатып алыусылары­быҙға барып етә алмай ине. Хәҙер “Бельфор”ға юл асылды, — тине республиканың Сауҙа һәм ҡулланыу­сылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комитет рәйесе Рөстәм Камалетдинов.
Тиҙҙән иткә хаҡ кәмер, ә ҡыяр, помидор кеүек йәшелсәләргә, емеш-еләккә, киреһенсә, күтәрелер тип күҙаллана. Әгәр йәшелсә-емеш һаҡлай торған урындар булһа, хаҡтар ҙа артыҡ “тешләшмәҫ” ине.
Рөстәм Камалетдинов “Башҡор­т­остан аҙыҡ-түлеге” проекты хаҡында ла һөйләне. Әле унда 1547 төр аҙыҡ-тү­лек етештергән 140 ойошма ҡат­наша. Эш төркөмө ағзалары Башҡор­т­ос­танда республика биләмәһендә етеште­релгән тауарҙарҙы һатыу-һатып алыу менән шөғөлләнгән логистик үҙәк булдырыу кәрәклеге хаҡында әйтте.




Автор: А. ӘХМӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә