Тауарҙы һаҡларға урын кәрәк08.11.2014
Американан, Канаданан, Австралиянан, Европа союзы илдәренән аҙыҡ-түлекте индереү тыйылғас, хаҡтар бигерәк теҙгендән ысҡына башланы, Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына килгән ялыуҙар ҙа күбәйҙе. Бигерәк тә тауыҡ, күркә ите менән фаршына хаҡтар артты.
Башҡортостанда ҡош-ҡорт итен күпләп етештергән “Авдон” йәмғиәте 2 августан 2 октябргә тиклем бройлер түшкәһенә хаҡты 10,5 процентҡа күтәргән. М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы тарафынан, һатып алыусылар сылбы- рының барлыҡҡа килеүе сәбәпле, халыҡ өсөн продукция күпкә ҡиммәткә, мәҫәлән, күркә түшкәһе 53 процентҡа арттырылып һатылған. Бынан йәмғиәт байтаҡ килем алған. Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының бүлек етәксеһе Игорь Васильевтың әйтеүенсә, “Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы” сауҙа йорто, М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы менән килешеүгә ярашлы, тауарҙы һатҡан. Был эште республикала дүрт ойошма — “Индюшкин”, “Индюшкин төбәк”, “Ит сауҙаһы компанияһы” һәм “МТК-төбәк” ойошмалары атҡарған. Һөҙөмтәлә өҫтәлгән хаҡ хатта 100 процентҡа барып еткән. Игорь Васильевтың әйтеүенсә, аҙыҡ-түлекте һатҡан был дүрт фирма, төрлө юридик исемгә эйә булһа ла, М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексына ҡарай.
Башҡортостандағы аҙыҡ-түлек хаҡтарына контроль буйынса эш төркөмөнөң Башҡортостан Дәүләт Йыйылы- шында үткән ултырышында шулай уҡ тоҙланған балыҡҡа хаҡтарҙың — 1,43, ыҫланғанына 1,79 процентҡа артыуы билдәләнде.
– Хаҡтарҙың күтәрелеүе эмбаргоға бәйле түгел. Был — ғәҙәти инфляция процесы, нигеҙҙә, тауыҡ итенә, балыҡҡа ҡағылды. Сырға килгәндә, кәштәләрҙә сит ил продукцияһы юҡ. Улар урынында — үҙебеҙҙә етештерелгәндәр. Мәҫәлән, Бәләбәй һөт комбинатының “Бельфор” сыры, рецебы ике йыл элек әҙерләнһә лә, сит ил конкуренттарын уҙып, һатып алыусыларыбыҙға барып етә алмай ине. Хәҙер “Бельфор”ға юл асылды, — тине республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комитет рәйесе Рөстәм Камалетдинов.
Тиҙҙән иткә хаҡ кәмер, ә ҡыяр, помидор кеүек йәшелсәләргә, емеш-еләккә, киреһенсә, күтәрелер тип күҙаллана. Әгәр йәшелсә-емеш һаҡлай торған урындар булһа, хаҡтар ҙа артыҡ “тешләшмәҫ” ине.
Рөстәм Камалетдинов “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты хаҡында ла һөйләне. Әле унда 1547 төр аҙыҡ-түлек етештергән 140 ойошма ҡатнаша. Эш төркөмө ағзалары Башҡортостанда республика биләмәһендә етештерелгән тауарҙарҙы һатыу-һатып алыу менән шөғөлләнгән логистик үҙәк булдырыу кәрәклеге хаҡында әйтте.