Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡасандыр барыбыҙ ҙа тиң инек...
Беҙҙең быуын Совет осорона тура килде, ошо дәүер беҙҙе тәрбиәләне. Совет илендә ғәҙеллек, кешелеклелек кеүек сифаттар хөрмәт ителде, закон алдында барыһы ла тиң булды, хеҙмәт кешеһе лайыҡлы баһаланды. Мәғариф, медицина, торлаҡ бушлай булғас, халыҡ менән әңгәмә үткәреү еңел ине: капиталис­тик илдәрҙә бының кире булыуын һөйләйһең. Совет халҡының хәҙерге быуыны, йәнәһе, коммунизмда йәшәйәсәк, ихтыяжыңа ҡарап нимә теләһәң — шуны бушлай аласаҡһың, һәләтеңә ҡарап эш биреләсәк һәм башҡалар.

Күп нәмәне аңлап еткер­мә­гән­беҙ: коммунистик йәмғиәтте төҙөп булмаясаҡ — ул хыял. Советтар Союзында хеҙмәт ирекле булмаған. Беҙ, уның иде­ологтары, аңламағанбыҙ. Азат кеше генә юғары етеш­тереүсәнле хеҙмәткә һәләтле, имеш. Быға тиклем “кеше хо­ҡуҡтары” буржуаз төшөнсә иҫәп­ләнде бит.
Беҙҙә сәйәси азатлыҡ урын­лашмаған булған: бер генә партия йәшәп килде — КПСС ха­кимлыҡ итте. Бер генә фирҡәнең күрһәтмәһе буйынса, халыҡты мәжбүр итеп, яңы йәмғиәт ҡороп, репрессиялар ярҙамында талап итеү — халыҡ-ара кеше хоҡуҡтарын боҙоу ул. Ошо мәсьәләне бер кем дә күтәреп сыға алмаған — террорҙан ҡурҡҡандар, ғүмер һәр кемгә ҡәҙерле бит!
1937 йылдың октябрендә атайым Мөхәммәтҡол Әмир­хан улын ҡулға алдылар. Баҡһаң, уҡый-яҙа ла бел­мәгән, ат-һыйырһыҙ ир — халыҡ дошманы, партияның генераль ли­ния­­һы­на ҡаршы сыҡҡан — колхозға инергә теләмәгән, үҙе теләгәнсә йә­шәп, азат крәҫтиән булырға уйлаған. Ғәйепһеҙ атайымды атҡандар, тик 1956 йылда ғына исемен аҡлаған ҡағыҙы килде, ә мәрхүмә әсәйем уны 20 йылға яҡын көттө.
Мин бына 25 йыл инде ошо буталсыҡ тормошто аң­ларға тырышам, “Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән аналитик матери­ал­дарҙы уҡып фәһем алам, үҙемдең фекерҙәрем менән сағыштырам, сөнки үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау файҙа бирмәй. Беҙҙә, шөкөр, бына тигән көслө, объектив, логик фекер­ләй белгән, публицистик йүнәлештә яҙған Мәхмүт Хужин, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Илдар Ғәбитов, Ләлә Бейешева һәм башҡалар бар. Рәхмәт уларға.
Һуңғы йылдарҙа лекциялар уҡыл­май, пропаганда туҡ­татылды, донъя­ла, республикала, Рәсәйҙә нимә барғанын белеп булмай. Киң мәғ­лү­мәт саралары тапшырған яңы­лыҡтар халыҡты ышандырмай: тыңламайҙар, ҡарамайҙар, уҡымайҙар.
Быйыл 7 май һанында Мәхмүт Хужиндың “Еңеүсе дәү­ләттең артта ҡалыу сә­бәп­тәре нимәлә?” тигән мәҡәләһе баҫылғайны, уның фекер­ҙәре менән тулыһынса ризамын. Автор күтәргән мәсьә­ләләр тураһында оҙаҡ уйланып йө­рөнөм — ни тиһәң дә, улар фәһемле лә, ғиб­рәтле лә.
Капитализм төҙөйбөҙ, коммунизм тигән әкиәттән ҡото­лорға кәрәк, ләкин халыҡ ныҡ үҙгә­реш кисерә: элекке ярҙам­сыллыҡ, ғәҙеллек, кешелеклелек сифаттары әллә ҡайҙа булды, хәҙер кешеләр бер-береһенә битараф. Күрше күр­шеһен белмәй, бер-­бере­­һенә ярҙам итмәй­ҙәр, ә аҡса һорайҙар.
Рәсәйҙе коррупция баҫып алды. Баҙар иҡтисады ауыл хужалығына йүнләп үтеп инә алмай, уның үҙ сәбәптәре бар, был — айырым тема.





Автор: Мөхәммәт РӘШИТОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә