Беҙҙең быуын Совет осорона тура килде, ошо дәүер беҙҙе тәрбиәләне. Совет илендә ғәҙеллек, кешелеклелек кеүек сифаттар хөрмәт ителде, закон алдында барыһы ла тиң булды, хеҙмәт кешеһе лайыҡлы баһаланды. Мәғариф, медицина, торлаҡ бушлай булғас, халыҡ менән әңгәмә үткәреү еңел ине: капиталистик илдәрҙә бының кире булыуын һөйләйһең. Совет халҡының хәҙерге быуыны, йәнәһе, коммунизмда йәшәйәсәк, ихтыяжыңа ҡарап нимә теләһәң — шуны бушлай аласаҡһың, һәләтеңә ҡарап эш биреләсәк һәм башҡалар.
Күп нәмәне аңлап еткермәгәнбеҙ: коммунистик йәмғиәтте төҙөп булмаясаҡ — ул хыял. Советтар Союзында хеҙмәт ирекле булмаған. Беҙ, уның идеологтары, аңламағанбыҙ. Азат кеше генә юғары етештереүсәнле хеҙмәткә һәләтле, имеш. Быға тиклем “кеше хоҡуҡтары” буржуаз төшөнсә иҫәпләнде бит.
Беҙҙә сәйәси азатлыҡ урынлашмаған булған: бер генә партия йәшәп килде — КПСС хакимлыҡ итте. Бер генә фирҡәнең күрһәтмәһе буйынса, халыҡты мәжбүр итеп, яңы йәмғиәт ҡороп, репрессиялар ярҙамында талап итеү — халыҡ-ара кеше хоҡуҡтарын боҙоу ул. Ошо мәсьәләне бер кем дә күтәреп сыға алмаған — террорҙан ҡурҡҡандар, ғүмер һәр кемгә ҡәҙерле бит!
1937 йылдың октябрендә атайым Мөхәммәтҡол Әмирхан улын ҡулға алдылар. Баҡһаң, уҡый-яҙа ла белмәгән, ат-һыйырһыҙ ир — халыҡ дошманы, партияның генераль линияһына ҡаршы сыҡҡан — колхозға инергә теләмәгән, үҙе теләгәнсә йәшәп, азат крәҫтиән булырға уйлаған. Ғәйепһеҙ атайымды атҡандар, тик 1956 йылда ғына исемен аҡлаған ҡағыҙы килде, ә мәрхүмә әсәйем уны 20 йылға яҡын көттө.
Мин бына 25 йыл инде ошо буталсыҡ тормошто аңларға тырышам, “Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән аналитик материалдарҙы уҡып фәһем алам, үҙемдең фекерҙәрем менән сағыштырам, сөнки үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау файҙа бирмәй. Беҙҙә, шөкөр, бына тигән көслө, объектив, логик фекерләй белгән, публицистик йүнәлештә яҙған Мәхмүт Хужин, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Илдар Ғәбитов, Ләлә Бейешева һәм башҡалар бар. Рәхмәт уларға.
Һуңғы йылдарҙа лекциялар уҡылмай, пропаганда туҡтатылды, донъяла, республикала, Рәсәйҙә нимә барғанын белеп булмай. Киң мәғлүмәт саралары тапшырған яңылыҡтар халыҡты ышандырмай: тыңламайҙар, ҡарамайҙар, уҡымайҙар.
Быйыл 7 май һанында Мәхмүт Хужиндың “Еңеүсе дәүләттең артта ҡалыу сәбәптәре нимәлә?” тигән мәҡәләһе баҫылғайны, уның фекерҙәре менән тулыһынса ризамын. Автор күтәргән мәсьәләләр тураһында оҙаҡ уйланып йөрөнөм — ни тиһәң дә, улар фәһемле лә, ғибрәтле лә.
Капитализм төҙөйбөҙ, коммунизм тигән әкиәттән ҡотолорға кәрәк, ләкин халыҡ ныҡ үҙгәреш кисерә: элекке ярҙамсыллыҡ, ғәҙеллек, кешелеклелек сифаттары әллә ҡайҙа булды, хәҙер кешеләр бер-береһенә битараф. Күрше күршеһен белмәй, бер-береһенә ярҙам итмәйҙәр, ә аҡса һорайҙар.
Рәсәйҙе коррупция баҫып алды. Баҙар иҡтисады ауыл хужалығына йүнләп үтеп инә алмай, уның үҙ сәбәптәре бар, был — айырым тема.