Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юлдарҙағы “һуғыш”ты кем туҡтатыр?
Юлдарҙағы “һуғыш”ты  кем туҡтатыр?
Тәүге тапҡыр Өфө менән танышыуымды әле булһа хәтерләйем. V класта уҡығанда экскурсияға килгәйнек. Тик, ни сәбәптәндер, ул саҡта мине баш ҡаланың матурлығы ла, бейек-бейек йорттары ла, йәшеллеккә мансылған ял итеү урындары ла түгел, ә машиналарҙың күплеге хайран итте. Баш ҡалаға уҡырға килгәс, Өфө тормошона өйрәндем, күп нәмәне шулай кәрәк тип ҡабул итә башланым. Ләкин транспорт сараларының йылдан-йыл арта барыуы бала саҡта тыуған ғәжәпләнеүемде баҫманы.


Ҡала урамында бер минутҡа ғына туҡталып, тирә-яҡҡа күҙ һалғанығыҙ бармы? Иманым камил, ошо ваҡыт эсендә эргәгеҙҙән йөҙҙән дә кәм машина үтмәйәсәк. Һуңғы йылдарҙа баш ҡала юлдарында пассажирҙар транспорты айырыуса ишәйҙе. Дөрөҫ, был, бер яҡтан, ыңғай күренеш. Ҡасандыр сәғәттәр буйы кәрәкле автобусын көтөп ала алмаған халыҡтың мәсьәләһе хәл ителде, хәҙер ҡала урамдарын бар йәһәттән уңайлы, заманса йыһазландырылған пас­са­жирҙар транспорты иңләй. Ҡыҫҡаһы, аҡсаң булһа, теләгән урыныңа күҙ асып йомғансы барып етергә мөмкин. Уның ҡарауы, транспорт саралары менән бергә юл-транспорт фажиғәләре лә артты, юл ҡағиҙәләрен инҡар итеүселәр күбәйҙе. Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығындағы матбуғат хеҙмә­тенән хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы 10 айҙа автобус шоферҙарының битарафлығы арҡаһында республикала 108 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, уларҙа биш кеше һәләк булған, 176 кеше төрлө тән йәрәхәте алған. Өфөлә иһә был һандар тағы ла шомлораҡ — 91 юл-транспорт фажиғәһе булған, 3 кеше­нең ғүмере өҙөлгән, 134-е имгәнгән...
Быйыл мартта “Өфө — Белорет” юлында булған фажиғәне күптәр хәтерләйҙер. Ете кешенең ғүмере өҙөлдө унда... Ә баш ҡаланың әле был, әле теге урамында теркәлгән юл-транспорт фажиғәләренә өйрәнеп тә киттек буғай. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа автобустарҙың, айырыуса коммерция нигеҙендә эшләүсе автотранспорт һанының бермә-бер артыуы халыҡта төрлө фекер уята. Берәүҙәр миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалала транспорттың күп булыуын хуплаһа, икенселәр коммерция нигеҙендә эшләүсе автобустарға, бигерәк тә “ГАЗель” автомашиналарына зарлана. Әйткәндәй, һуңғыһына килгәндә, зирәк, шуҡ “маршрутка”ларҙы, йәйәүлеләрҙән бигерәк, шоферҙар өнәп етмәй. Уларҙың күбеһе “ГАЗель” автомашиналары хужаларының юл ҡағиҙәләрен йыш боҙоуын, юлда үҙҙәрен саманан тыш иркен тотоуын, дорфа ҡыланыуын билдәләй. Ҡала урамдарында транспорт һаны артыу менән бергә улар араһында көнәркәшлек нығыраҡ тамыр йәйә. Шоферҙарҙың күбеһе халыҡты хеҙмәтләндереүҙе төп бурысы итеп ҡуймай, ә һөнәренә аҡса йыйыу сығанағы тип ҡарай. Етмәһә, араларында был кәсепте законһыҙ үҙләштереүселәр ҙә юҡ түгел. Белгестәр билдәләүенсә, тап шундайҙар арҡаһында тейешле рөхсәт ҡағыҙҙары булған ойошмалар килеменең 25 процентын юғалта.
Унан һуң экология тураһында ла оноторға ярамай. Башҡортостан илдә автомобиль транспортынан иң ныҡ ағыуланған тәүге ун төбәк исемлегенә индерелгән. Беҙҙә йылына һауаға 333,5 мең тонна автомобиль төтөнө сығарыла. Сағыштырыу өсөн: Мәскәү ҡалаһында – 913,6 мең, Мәскәү өлкәһендә – 749,9 мең, Краснодар крайында – 478 мең, Свердловск өлкәһендә — 423,8 мең тонна.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, автомобиль транспортының һауаны ағыулауы көнүҙәк проблема булып ҡала. Мәҫәлән, һуңғы 25 йылда еңел һәм ауыр авто­мо­билдәрҙең һауаны зарарлы матдәләр менән тултырыуы 35-тән 64 процентҡа етеп, сәнәғәт предприятиелары буйынса күрһәт­кесте уҙып киткән. Тармаҡ белгестәре феке­ренсә, заманса юлдар төҙөү, транспорт ағымын отошло билдәләү, юғары сифатлы бензин йәки альтернатив яғыулыҡ файҙа­ланыу, электр транспортын һәм башҡа тиҙ йөрөшлөләрен арттырыу тирә-яҡ мөхитте бысратыуға ниндәйҙер кимәлдә сик ҡуйырға мөмкинлек бирер ине.
Әлбиттә, мәсьәлә хәл ителмәй түгел. Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү мәсьәләһе – республика етәкселегенең даими күҙәтеүендә. Нәҡ Хөкүмәттең хәстәрлеге менән яңыраҡ ҡына “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының автопаркы 44 автобусҡа тулыланды. Тәү сиратта баш ҡала урамдарын “ГАЗель”дәрҙән бушатып, халыҡты үҙебеҙҙә сығарылған иркен, уңайлы “НефАЗ” автобустары менән хеҙмәт­ләндереү бурысы ҡуйылған. Ләкин былар ғына юлдарҙы яуапһыҙ водителдәрҙән ҡотҡарырмы, пассажирҙар өсөн “һуғыш”ҡа нөктә ҡуйырмы? Ғөмүмән, ниндәй булырға тейеш һуң ул ысын водитель?.. Һәр кемдең — үҙ теләге, үҙ фекере. Әммә шоферҙарға, тәү сиратта халыҡты хеҙмәтләндергән води­телдәргә, пассажирҙарҙы аҡса, табыш алыу сығанағы түгел, ә кемдеңдер ҡәҙерле әсәһе, һөйгән йәре, ғәзиздәрҙән-ғәзиз балаһы итеп күрергә күптән ваҡыт.



Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә