Тәүге тапҡыр Өфө менән танышыуымды әле булһа хәтерләйем. V класта уҡығанда экскурсияға килгәйнек. Тик, ни сәбәптәндер, ул саҡта мине баш ҡаланың матурлығы ла, бейек-бейек йорттары ла, йәшеллеккә мансылған ял итеү урындары ла түгел, ә машиналарҙың күплеге хайран итте. Баш ҡалаға уҡырға килгәс, Өфө тормошона өйрәндем, күп нәмәне шулай кәрәк тип ҡабул итә башланым. Ләкин транспорт сараларының йылдан-йыл арта барыуы бала саҡта тыуған ғәжәпләнеүемде баҫманы.
Ҡала урамында бер минутҡа ғына туҡталып, тирә-яҡҡа күҙ һалғанығыҙ бармы? Иманым камил, ошо ваҡыт эсендә эргәгеҙҙән йөҙҙән дә кәм машина үтмәйәсәк. Һуңғы йылдарҙа баш ҡала юлдарында пассажирҙар транспорты айырыуса ишәйҙе. Дөрөҫ, был, бер яҡтан, ыңғай күренеш. Ҡасандыр сәғәттәр буйы кәрәкле автобусын көтөп ала алмаған халыҡтың мәсьәләһе хәл ителде, хәҙер ҡала урамдарын бар йәһәттән уңайлы, заманса йыһазландырылған пассажирҙар транспорты иңләй. Ҡыҫҡаһы, аҡсаң булһа, теләгән урыныңа күҙ асып йомғансы барып етергә мөмкин. Уның ҡарауы, транспорт саралары менән бергә юл-транспорт фажиғәләре лә артты, юл ҡағиҙәләрен инҡар итеүселәр күбәйҙе. Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығындағы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы 10 айҙа автобус шоферҙарының битарафлығы арҡаһында республикала 108 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, уларҙа биш кеше һәләк булған, 176 кеше төрлө тән йәрәхәте алған. Өфөлә иһә был һандар тағы ла шомлораҡ — 91 юл-транспорт фажиғәһе булған, 3 кешенең ғүмере өҙөлгән, 134-е имгәнгән...
Быйыл мартта “Өфө — Белорет” юлында булған фажиғәне күптәр хәтерләйҙер. Ете кешенең ғүмере өҙөлдө унда... Ә баш ҡаланың әле был, әле теге урамында теркәлгән юл-транспорт фажиғәләренә өйрәнеп тә киттек буғай. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа автобустарҙың, айырыуса коммерция нигеҙендә эшләүсе автотранспорт һанының бермә-бер артыуы халыҡта төрлө фекер уята. Берәүҙәр миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалала транспорттың күп булыуын хуплаһа, икенселәр коммерция нигеҙендә эшләүсе автобустарға, бигерәк тә “ГАЗель” автомашиналарына зарлана. Әйткәндәй, һуңғыһына килгәндә, зирәк, шуҡ “маршрутка”ларҙы, йәйәүлеләрҙән бигерәк, шоферҙар өнәп етмәй. Уларҙың күбеһе “ГАЗель” автомашиналары хужаларының юл ҡағиҙәләрен йыш боҙоуын, юлда үҙҙәрен саманан тыш иркен тотоуын, дорфа ҡыланыуын билдәләй. Ҡала урамдарында транспорт һаны артыу менән бергә улар араһында көнәркәшлек нығыраҡ тамыр йәйә. Шоферҙарҙың күбеһе халыҡты хеҙмәтләндереүҙе төп бурысы итеп ҡуймай, ә һөнәренә аҡса йыйыу сығанағы тип ҡарай. Етмәһә, араларында был кәсепте законһыҙ үҙләштереүселәр ҙә юҡ түгел. Белгестәр билдәләүенсә, тап шундайҙар арҡаһында тейешле рөхсәт ҡағыҙҙары булған ойошмалар килеменең 25 процентын юғалта.
Унан һуң экология тураһында ла оноторға ярамай. Башҡортостан илдә автомобиль транспортынан иң ныҡ ағыуланған тәүге ун төбәк исемлегенә индерелгән. Беҙҙә йылына һауаға 333,5 мең тонна автомобиль төтөнө сығарыла. Сағыштырыу өсөн: Мәскәү ҡалаһында – 913,6 мең, Мәскәү өлкәһендә – 749,9 мең, Краснодар крайында – 478 мең, Свердловск өлкәһендә — 423,8 мең тонна.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, автомобиль транспортының һауаны ағыулауы көнүҙәк проблема булып ҡала. Мәҫәлән, һуңғы 25 йылда еңел һәм ауыр автомобилдәрҙең һауаны зарарлы матдәләр менән тултырыуы 35-тән 64 процентҡа етеп, сәнәғәт предприятиелары буйынса күрһәткесте уҙып киткән. Тармаҡ белгестәре фекеренсә, заманса юлдар төҙөү, транспорт ағымын отошло билдәләү, юғары сифатлы бензин йәки альтернатив яғыулыҡ файҙаланыу, электр транспортын һәм башҡа тиҙ йөрөшлөләрен арттырыу тирә-яҡ мөхитте бысратыуға ниндәйҙер кимәлдә сик ҡуйырға мөмкинлек бирер ине.
Әлбиттә, мәсьәлә хәл ителмәй түгел. Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү мәсьәләһе – республика етәкселегенең даими күҙәтеүендә. Нәҡ Хөкүмәттең хәстәрлеге менән яңыраҡ ҡына “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының автопаркы 44 автобусҡа тулыланды. Тәү сиратта баш ҡала урамдарын “ГАЗель”дәрҙән бушатып, халыҡты үҙебеҙҙә сығарылған иркен, уңайлы “НефАЗ” автобустары менән хеҙмәтләндереү бурысы ҡуйылған. Ләкин былар ғына юлдарҙы яуапһыҙ водителдәрҙән ҡотҡарырмы, пассажирҙар өсөн “һуғыш”ҡа нөктә ҡуйырмы? Ғөмүмән, ниндәй булырға тейеш һуң ул ысын водитель?.. Һәр кемдең — үҙ теләге, үҙ фекере. Әммә шоферҙарға, тәү сиратта халыҡты хеҙмәтләндергән водителдәргә, пассажирҙарҙы аҡса, табыш алыу сығанағы түгел, ә кемдеңдер ҡәҙерле әсәһе, һөйгән йәре, ғәзиздәрҙән-ғәзиз балаһы итеп күрергә күптән ваҡыт.