Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Запас вариант”та аҡса кемгә тәтей?
Ил Хөкүмәте 2016-2017 йылдарҙа бюджет сығымдарын 10 процентҡа ҡыҫҡартыуҙы тәҡдим итә. Быны Рәсәйҙең Финанс министрлығы “запас вариант” тип атай. Йәнәһе лә, аҡса етмәй башлаһа…

Бер кемгә лә сер түгел: һуңғы арала нефттең хаҡы төшкәндән-төшә, шул уҡ ваҡытта долларҙың баһаһы арта. Быға санкциялар, иҡтисад үҫешенең яйманлауы өҫтәлә. Ғөмүмән, киләсәктә эшлекле саралар ҡабул ителмәгән осраҡта (мәҫәлән, үҙ продукциябыҙҙы ҡулла­ныу­ҙы, сит илгә сығарыуҙы арттырмаһаҡ), илдең хәле мөшкөлләнеүе лә ихтимал. Тимәк, планлаштырылған социаль проекттарға, программаларға ла аҙыраҡ аҡса бүленәсәк.
Әйткәндәй, әсәлек капиталы тирәләй имеш-мимештәр булып алды инде. “Туҡтаталар икән”, — тигән борсолоуҙар яңғыраны икенсегә атай-әсәй булырға йыйыныусылар ауыҙынан. “Программа алдан әйтелгән ваҡытҡа тиклем эш­лә­йәсәк”, — тип, уларҙы саҡ тынысландыр­ҙылар.
Нисек кенә булмаһын, иҡтисад тағы ла яйыраҡ үҫешә башлаһа, 2016-2017 йылдарҙа бюджет сығымдарын, атап әйткәндә, һаулығыбыҙға, хәүефһеҙлеге­беҙгә һ.б. тейешле аҡсаны кәметеүҙәре көн кеүек асыҡ. Ә йыл дауамында доллар 50 һумға тиклем күтәрелмәҫ, нефть 85 долларға тиклем төшмәҫ тип кем әйтә ала? Хәйер, ваҡыт барыһын да күрһәтер әле.
Сығымдарҙы “киҫеүгә” килгәндә, улар бер тармаҡ буйынса ғына булмаҫ тип фаразлана. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, дауаханалар өсөн дарыу алыуға аҡсаны кәметәләр икән, мәктәптә бушлай китапты ла аҙыраҡ өләшә башлайҙар. Тик бөтә нәмәне лә “киҫеп” бөтөп булмай: Ҡырымды һәм Алыҫ Көнсығышты үҫтереү тиҙлеге шул уҡ ваҡытта киләһе өс йылда кәмемәйәсәк икән. Нисек кенә фаразланмаһын һәм күҙалланмаһын, шайтан ғына өмөтһөҙ бит: һумдың нығынырына, беҙҙе ашатҡан нефттең хаҡы йәнә үҫеренә ышанырға кәрәк.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә