Ил Хөкүмәте 2016-2017 йылдарҙа бюджет сығымдарын 10 процентҡа ҡыҫҡартыуҙы тәҡдим итә. Быны Рәсәйҙең Финанс министрлығы “запас вариант” тип атай. Йәнәһе лә, аҡса етмәй башлаһа…
Бер кемгә лә сер түгел: һуңғы арала нефттең хаҡы төшкәндән-төшә, шул уҡ ваҡытта долларҙың баһаһы арта. Быға санкциялар, иҡтисад үҫешенең яйманлауы өҫтәлә. Ғөмүмән, киләсәктә эшлекле саралар ҡабул ителмәгән осраҡта (мәҫәлән, үҙ продукциябыҙҙы ҡулланыуҙы, сит илгә сығарыуҙы арттырмаһаҡ), илдең хәле мөшкөлләнеүе лә ихтимал. Тимәк, планлаштырылған социаль проекттарға, программаларға ла аҙыраҡ аҡса бүленәсәк.
Әйткәндәй, әсәлек капиталы тирәләй имеш-мимештәр булып алды инде. “Туҡтаталар икән”, — тигән борсолоуҙар яңғыраны икенсегә атай-әсәй булырға йыйыныусылар ауыҙынан. “Программа алдан әйтелгән ваҡытҡа тиклем эшләйәсәк”, — тип, уларҙы саҡ тынысландырҙылар.
Нисек кенә булмаһын, иҡтисад тағы ла яйыраҡ үҫешә башлаһа, 2016-2017 йылдарҙа бюджет сығымдарын, атап әйткәндә, һаулығыбыҙға, хәүефһеҙлегебеҙгә һ.б. тейешле аҡсаны кәметеүҙәре көн кеүек асыҡ. Ә йыл дауамында доллар 50 һумға тиклем күтәрелмәҫ, нефть 85 долларға тиклем төшмәҫ тип кем әйтә ала? Хәйер, ваҡыт барыһын да күрһәтер әле.
Сығымдарҙы “киҫеүгә” килгәндә, улар бер тармаҡ буйынса ғына булмаҫ тип фаразлана. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, дауаханалар өсөн дарыу алыуға аҡсаны кәметәләр икән, мәктәптә бушлай китапты ла аҙыраҡ өләшә башлайҙар. Тик бөтә нәмәне лә “киҫеп” бөтөп булмай: Ҡырымды һәм Алыҫ Көнсығышты үҫтереү тиҙлеге шул уҡ ваҡытта киләһе өс йылда кәмемәйәсәк икән. Нисек кенә фаразланмаһын һәм күҙалланмаһын, шайтан ғына өмөтһөҙ бит: һумдың нығынырына, беҙҙе ашатҡан нефттең хаҡы йәнә үҫеренә ышанырға кәрәк.