Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » СТӘРЛЕТАМАҠТАРҒА АНҺАТ УЛ
СТӘРЛЕТАМАҠТАРҒА АНҺАТ УЛ
Эт – эткә, эт ҡойроҡҡа һылтанмай…
Гәзит-журналға яҙылыу осоро етһә, матбуғат дуҫтарын да, журналистарҙы ла ике һорау борсой: “Баҫма ваҡытында килерме?” һәм “Ул күпмегә ҡыйбатланды?” Ә бына Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүселәргә был йәһәттән ҡайғыраһы түгел. “Стәрлетамаҡ-матбуғат” ойошмаһы аша яҙылыу осһоҙ, өҫтәүенә гәзит ваҡытында килә (иртәнге һигеҙҙә үк бөгөнгө һанды уҡый алаһың).

— 2006 йылдан бирле эш­ләй­беҙ. Барлыҡ баҫмаларҙы ла тара­та­быҙ. Бынан тыш, һуңғы йыл­дарҙа Рәсәй Пенсия фон­ды­ның Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы идаралығының хаттарын, һыуға түләү квитанцияларын килте­рәбеҙ, — ти ойошманың генераль директоры Галина Хомякова, эшмәкәрлектәре менән таныштырып.
Стәрлетамаҡта 250 мең са­маһы кеше йәшәй. Әлбиттә, һәр кем гәзит-журнал алдыра тигән һүҙ түгел был. Шулай ҙа ошо тиклем халыҡты хеҙмәтлән­де­реүсе ойошмала эшләүселәр йөҙгә лә етмәй. Мәҫәлән, гәзит-журнал, хат таратыусылар — 65 кеше, ә матбуғатҡа яҙылыу бүлегендә ни бары биш ҡыҙ мәшғүл. Шул уҡ ваҡытта халыҡ менән дә, ойошмалар менән дә уңышлы хеҙмәттәшлек алып баралар. Бынан тыш, гәзит-журнал алдырыусыларҙы бүләкһеҙ ҙә ҡалдырмайҙар. Кү­мәртәләп яҙылған ойошмаларға ташламалар яһала.
СТӘРЛЕТАМАҠТАРҒА АНҺАТ УЛХаҡтарға килгәндә, “Башҡорт­остан” гәзитенең аҙнаһына дүрт тапҡыр, йәғни шишәмбе, шаршамбы, йома, шәмбе сыҡҡанына (50600 индексына), мәҫәлән, 1080 һумға яҙылырға була. 99802 индекслыһы (шишәмбе, шаршамбы, шәмбе) 720 һум тора. Йома һанын иһә (индексы – 31805) стәрлетамаҡтар был ойошма аша ни бары 396 һумға алдыра.
…Һуңғы ваҡытта, матбуғатты таратыу тирәләй бәхәстәр ҡу­йырғандан-ҡуйыра барған мәл­дә, эт – эткә, эт ҡойроҡҡа һыл­танғанда, “Стәрлетамаҡ-матбу­ғат” кеүек ойошмалар, бәлки, гәзит алдырыусы­ларҙың берҙән-бер ҡот­ҡа­рыу­сы­һылыр ҙа. Килешәһеңме, мөхтәрәм уҡыусым?




Автор: Р. ҒӘБДРӘШИТОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә