Эт – эткә, эт ҡойроҡҡа һылтанмай…
Гәзит-журналға яҙылыу осоро етһә, матбуғат дуҫтарын да, журналистарҙы ла ике һорау борсой: “Баҫма ваҡытында килерме?” һәм “Ул күпмегә ҡыйбатланды?” Ә бына Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүселәргә был йәһәттән ҡайғыраһы түгел. “Стәрлетамаҡ-матбуғат” ойошмаһы аша яҙылыу осһоҙ, өҫтәүенә гәзит ваҡытында килә (иртәнге һигеҙҙә үк бөгөнгө һанды уҡый алаһың).
— 2006 йылдан бирле эшләйбеҙ. Барлыҡ баҫмаларҙы ла таратабыҙ. Бынан тыш, һуңғы йылдарҙа Рәсәй Пенсия фондының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы идаралығының хаттарын, һыуға түләү квитанцияларын килтерәбеҙ, — ти ойошманың генераль директоры Галина Хомякова, эшмәкәрлектәре менән таныштырып.
Стәрлетамаҡта 250 мең самаһы кеше йәшәй. Әлбиттә, һәр кем гәзит-журнал алдыра тигән һүҙ түгел был. Шулай ҙа ошо тиклем халыҡты хеҙмәтләндереүсе ойошмала эшләүселәр йөҙгә лә етмәй. Мәҫәлән, гәзит-журнал, хат таратыусылар — 65 кеше, ә матбуғатҡа яҙылыу бүлегендә ни бары биш ҡыҙ мәшғүл. Шул уҡ ваҡытта халыҡ менән дә, ойошмалар менән дә уңышлы хеҙмәттәшлек алып баралар. Бынан тыш, гәзит-журнал алдырыусыларҙы бүләкһеҙ ҙә ҡалдырмайҙар. Күмәртәләп яҙылған ойошмаларға ташламалар яһала.
Хаҡтарға килгәндә, “Башҡортостан” гәзитенең аҙнаһына дүрт тапҡыр, йәғни шишәмбе, шаршамбы, йома, шәмбе сыҡҡанына (50600 индексына), мәҫәлән, 1080 һумға яҙылырға була. 99802 индекслыһы (шишәмбе, шаршамбы, шәмбе) 720 һум тора. Йома һанын иһә (индексы – 31805) стәрлетамаҡтар был ойошма аша ни бары 396 һумға алдыра.
…Һуңғы ваҡытта, матбуғатты таратыу тирәләй бәхәстәр ҡуйырғандан-ҡуйыра барған мәлдә, эт – эткә, эт ҡойроҡҡа һылтанғанда, “Стәрлетамаҡ-матбуғат” кеүек ойошмалар, бәлки, гәзит алдырыусыларҙың берҙән-бер ҡотҡарыусыһылыр ҙа. Килешәһеңме, мөхтәрәм уҡыусым?