Хәҙер күптәребеҙ Совет дәүерен һағынып иҫкә ала. Бигерәк тә шул осор кешеләре өсөн үтә ҡәҙерле лә, яҡын да ул. Өҫтөбөҙ кейемгә, тамағыбыҙ ризыҡҡа туймаһа ла, һәр кем йәшәүенән ҡәнәғәт булды, киләсәк тормошҡа өмөт менән ҡараны. Ҡәһәрле һуғыш атай-ағайҙарыбыҙҙы яу яланында мәңгелеккә алып ҡалһа ла, әсәйҙәребеҙ теҙ сүкмәне, киреһенсә, уларҙың васыятына тоғро ҡалып, хеҙмәттә лә, тормоштарында ла һынатмай, ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтте.
Ҡырҡ етенсе йылдың көҙө. Мине әсәйем иртә менән уятты ла күршеләге Темәс ауылына барасағыбыҙ тураһында белгертте һәм, барлы-юҡлы ондан әүәләп, майға икмәк бешерергә тотондо. Бында барыуыбыҙҙың ғилләһе шунда: иң өлкән Сания апайым Темәс педагогия училищеһының беренсе курсына уҡырға ингәйне. Юлға йыйынып, китергә генә торғанда ауыл Советында эшләгән ағай, әсәйемә ниндәйҙер ҡағыҙ тоттороп, йәһәт кенә сығып китте.
Әсәйем бик шәп уҡый алмаһа ла, бер ни тиклем хәрефтәрҙе таный ине. Бөкләнгән ҡағыҙҙы асып, эре хәрефтәр менән яҙылған “извещение” һүҙен һуҙа-һуҙа уҡып сыҡҡас та хаттың нимә тураһында барғанын аңланы. Ҡалтырана-ҡалтырана урындыҡ ситенә барып ултырҙы. Мин бер ни ҙә аңлай алмайынса әсәйемә барып һыйындым. “Атайың, беҙҙе һаҡлайым тип, хаҡ юлда ҡыҙыл шәһит булды. Һин уның берҙән-бер вариҫы булып ҡалдың, балам, ни хәл итмәк кәрәк?” – тине. Миңә ул ваҡытта биш йәш тирәһе булғандыр.
Ошо көндө әле лә кисәгеләй күҙ алдыма килтерәм дә ғәзиз әсәйемдең ни тиклем ныҡ сабыр булыуына хайран ҡалам. Хатта һыҡтап илап күҙ йәштәрен дә күрһәтмәне. Мине ҡосағына алған килеш бер аҙ ултырғандан һуң: “Йә, балам, бындай ҡайғы бер беҙҙә генә түгел бит, Хоҙай Тәғәлә атайығыҙ хаҡына һеҙгә һаулыҡ бирһен. Ә ул һеҙҙе һәр саҡ ҡурсалап торор, бына күрерһегеҙ, үҙе лә көтмәгәндә ҡайтып төшөр”. Ысынлап та, атайыбыҙҙың ҡайтыуына беҙ ныҡ ышандыҡ, әсәйебеҙ ҙә уны ғүмер буйы көттө...
Әсәйем менән аҙыҡ-түлек илтеүебеҙгә бер нисә көн үткәс, апайым үҙе лә ҡайтып төштө. “Атайымдың “ҡара ҡағыҙы” ҡайҙа?” – тип иларға тотондо. Шул ҡайтыуҙан ул башҡаса уҡыуына бара алмай, ауырыуға һабышып, түшәккә йығылды. Ниндәй сиргә дусар булғандыр, мин уны иҫләмәйем. Әммә шуныһы хәтерҙә ҡалған. Йортобоҙҙа биш-алты баш кәзә аҫрала ине. Әсәйем шуларҙы көн һайын һауып, һөтөн йылы көйө генә ауырыған апайыма эсерер булды. Бына шулай бер нисә ай дауамында дауалай торғас, түшәктә ятҡан апайымдың йөҙө алһыуланып, күҙҙәрендә нур уйнай башланы. Шулай ҙа йоҡо аралаш “атай, атаҡайым!” тип һаташып тороп ултырған саҡтары ла аҙ булманы. Ярты йыл самаһы әсәйем үҙ белдеге менән апайымды төрлө ысул менән дауалап аяҡҡа баҫтырҙы. Ә яҙ етеүгә әсәйемә иптәш булып, баҫыуҙа ҡалған иген башаҡтарын йыйырға ла йөрөй башланы ул. Минән бер нисә йәшкә өлкән Таңһылыу, Сәлимә апайҙарым да әсәйемә өй эштәрендә ярҙамлашты. Күп осраҡта миңә 86 йәшлек өләсәйем менән өйҙә ҡалырға тура килде. Йәй етһә, бөтөн ауыр эш тә әсәйемдең иңенә төштө.
Бесән, ураҡ осоро – ауыл кешеһе өсөн иң көсөргәнешле, яуаплы мәл. Ҡырҡ етенсе йылдың яҙғы-көҙгө осорҙарында ауыл хужалығында башлыса ҡатын-ҡыҙ тир түкте, һуғыш яланынан ҡайтҡан ир-ат бик аҙ ине, өҫтәүенә күбеһе яралы булғас, ауыр эштәргә яраманы. Беҙгә күрше йәшәгән Сәмиға, Шәһитә, Нәҡиә, Мәғрифә, Кинйәбикә, Ғәрифә, Ғөбәйҙә, Туйбикә, Әлипә инәйҙәрҙең күбеһенең ирҙәре яу яланында ятып ҡалған, ә бер нисәһе һуғыштан алда репрессия ҡорбаны булған. Бына ошо тол ҡатындар яңы ғына аяҡҡа баҫып килгән хужалыҡтың төп таянысы булды. Бесән осоро етһә, ҡулдарына салғы алып, иң беренсе сиратта Һаҡмар йылғаһы янындағы туғайлыҡҡа ағылырҙар. Бил бауырына тиклем үҫкән үләнде сабыуға бала-саға ла ҡушылып, бер нисә көн эсендә хуш еҫле туғайлыҡты йығып та һалырҙар. Әсәйем атайымдан ҡалған үткер салғыһы менән һелтәнеп, башҡаларҙы үҙ артынан эйәртеп, иң беренселәрҙән булып сабып сығыр ҙа, өйҙән алып килгән тырыздағы айранды эсеп алғас, йәнә эшкә тотонор ине. Хатта уның артынан эйәрә алмаған ир-ат та булғыланы. Кәүҙәгә башҡа ҡатындарға ҡарағанда олпатыраҡ та ине шул әсәйем. Бесән осоронда беҙҙең һымаҡ үҫмерҙәргә кәбән, эҫкерт ҡойоу үҙенә күрә бер тамаша була торғайны. Эйәрләнгән аттарға атланып, өйөлгән күбәләрҙе йәһәт кенә кәбән янына килтереп, икенсеһен алып килеү өсөн кемуҙарҙан сабышып йөрөп, оҙон көндөң нисек үткәнен дә һиҙмәй ҡалабыҙ. Беҙ алып килгән күбәләрҙе әсәйем, Нәҡиә, Кинйәбикә, Ғәрифә апайҙар һә тигәнсә өйөлә башлаған кәбәнгә ташлап та ҡуя. Араларында иң йәше Сәмиға апай үҙенә күрә оҫталыҡ менән кәбәнде ослай. Хуш еҫле туғай бесәне урмандыҡына ҡарағанда туҡлыҡлы, сифатлы булыуы менән айырылып тора. Ул йылдарҙа туғайлыҡта әҙерләнгән бесән колхоздың дөйөм бесәненең яртыһын тәшкил итте. Тик ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған звено көн һайын тигәндәй 10-12 кәбән ҡойоп, киске ысыҡ төшкәс кенә иңдәренә һәнәк-тырмаларын йөкмәп, шат-көр тауыш менән үҙҙәренә оҡшаған йырҙы һуҙып, ауылға дәррәү килеп инер ҙә һәр береһе үҙ мәшәҡәтенә сумыр ине.
Өс апайымды, мине, һикһәнде уҙған өләсәйемде ҡарарға, ашатырға, кейендерергә яңғыҙ әсәйемдең нисек көсө еткәндер – хәҙер хайран ҡалам. Әлеге һымаҡ балалар пособиеһы, эш хаҡы бөтөнләй булманы. Йыл аҙағында ғына норма менән бирелгән 2-3 бот ҡырҙыҡлы иген (уныһы таҙа түгел) күмәк ғаиләгә нисек етһен инде?! Әсәйемдең тәүәккәл дә, сыҙамлы ла булыуы бар ауырлыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам иткәндер. Бесән әҙерләүе нисек кенә ауыр булмаһын, хужалығыбыҙҙа өс һауын һыйыры, ваҡ мал булды. Шуға күрә лә беҙгә йәй буйы, көҙ уртаһы еткәнсе, сабынлыҡта эшләргә тура килде. Уның ҡарауы беҙ ас та, үтә яланғас та булманыҡ. Үҙ сепараторыбыҙ булғас, әсәй һөттө айыртып, ҡаймаҡ, май, эремсек, ҡорот әҙерләп, Түбә, Темәс баҙарҙарында һатып, уны аҡсаға, аҙыҡҡа әйләндерер ине.
Иртәрәк тороп һыйырҙарын һауып бөтөү менән ҡул араһына инеп килгән 7-9 йәшлек Сәлимә һәм Таңһылыу апайҙарымды эйәртеп, колхозға бесәнгә китерҙән алда үҙебеҙгә сабып ҡайтырға ла һис йыбанманы. Шуға күрә лә апайҙарым кесе йәштән егәрле булып, һәр эште белеп үҫте.
Бесән әҙерләп бөтөр-бөтмәҫтән ураҡ осоро яҡынлаша. Бында ла төп көс ҡатын-ҡыҙ иңенә төштө. Өлкән йәштәгеләр менән бер ҡатарҙан йәш киленсәктәр ҙә колхоз йөкләмәһен үтәү өсөн ҡулдарына ураҡ тотоп, атлай алған балаларын үҙҙәре менән эйәртеп, ҡайһылары имсәк сабыйҙарын ҡулдан яһалған арбаларға һалып, иртә менән иген баҫыуына юлланыр булды. Тәүҙәрәк иген ҡул урағы ярҙамында урылып көлтәләргә бәйләнелһә лә, һуңға табаныраҡ лобогрейка ярҙамға килде. Әсәйем һәр саҡтағыса алдынғылар сафында барып, көнөнә ураҡ менән 15-20 сутыйҙағы игенде сабып, көлтәләргә бәйләй ине. Планды арттырып үтәгәне өсөн өҫтәмә паек алып ҡайтып, беҙҙе шатландыра торғайны.
Бер көн ул ғәҙәттәгенән иртәрәк ҡайтып инде. Һул ҡулының бармаҡтарын сепрәк менән бәйләп алғайны. Ураҡ ҡамылдан тайып китеп, һул ҡулының баш бармағын һөйәгенә еткәнсе киҫеп үткән. Төрлө үләндәр менән ҡанды туҡтатып, сепрәк менән бәйләгән. Ҡайҙа инде ул саҡта дауаханаға барып медицина ярҙамы алыу! Иртәгәһенә урындағы фельдшерҙан яраһын бәйләтте лә йәнә ураҡҡа китте. Әммә баш бармағы тиҙ генә йүнәлергә теләмәне. Төндәрен уның һыҙлауына түҙә алмай йоҡоһонан тороп ултырған саҡтары аҙ булманы. Нисек кенә әрнеүле булмаһын, беҙҙе туйындырыу өсөн эшенән ҡалмай баҫыуға юлланды. Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәте менәндер инде, яра әкренләп төҙәлде, артабан шашып китмәне. Шулай ҙа күп йылдар дауамында көн боҙолоу менән яра үҙен белгертеп торҙо.
Ул йылдарҙа ауылда ни бары ике-өс мунса булды. Әсәйем беҙҙе йыуындырыу өсөн, айына бер тапҡыр булһа ла, Солтанмәхмүт олатайҙар яҡҡан мунсаға алып барыр ине. Һикһән алты йәш менән барған өләсәйемде арҡаһына йөкмәп йыуындырып алып ҡайтыуҙы ауыр эш тип һанаманы. Бәлки, өләсәйемдең фатихаһы уға көс-ҡеүәт биреп, оҙон ғүмерле булырға ярҙам да иткәндер.
1949 йылдың йәйе, бесән өмәләре башланған осор. Әсәйем өйгә бик күтәренке кәйеф менән ҡайтты. Бәләкәй генә ҡумтаны һаҡ ҡына асып, ялтырап торған һары тышлы әйберҙе килтереп сығарҙы. “Бына, балаларым, миңә Сталин бабай һүрәте төшөрөлгән миҙал бирҙеләр, шуға ҡушып, бер һарыҡ та бүләк иттеләр. Рәхмәт инде хөкүмәтебеҙгә”, – тип барлыҡ ҡыуанысын беҙҙең менән бүлеште. Был “1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы ине. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Дүртебеҙ дүрт яҡтан әсәйебеҙҙе ҡосаҡлаған килеш ни эшләргә лә белмәнек. Миҙалдан да бигерәк һарыҡ алыу ҡыуаныслы бит! Бер нисә көн үткәс тә, уны һуйҙыртып, әсәйем атайым рухына аят уҡытып та ҡуйҙы.
Ҡәһәрле һуғыш тамамланһа ла, ауыл халҡының тормош кимәле бер ҙә алға китмәне. Илде емереклектән сығарыу өсөн совет хөкүмәте барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла тип әйтерлек ауыл халҡына йөкмәтте. Һәр кемде көс етмәҫлек һалымы менән йонсоттолар. Малының бармы-юҡмы икәнен дә ҡарамай, һәр йортҡа йылына 50 кг ит, 10 кг иретелгән май, йомортҡа, йөн тапшырыу мәжбүри һаналды. Әгәр ваҡытында түләп бөтә алмайһың икән, барлы-юҡлы малыңдан, мөлкәтеңдән ҡолаҡ ҡағаһың тигән һүҙ.
Беҙҙең дә ике йыл түләнмәгән һалым өсөн иң һөтлө һыйырыбыҙҙы кәртәнән алып сығып китеүе ит йыйыусылар өсөн бер ни торманы. Арҡанланған һыйырыбыҙҙы ат арбаһына тағып алып киткәндә илашып ҡалыуыбыҙҙы һүҙ менән генә аңлатыу һис мөмкин түгел. Беҙҙең һымаҡтар аҙ булманы. Барлыҡ баҫыу эштәре тамамланғас, ауыл халҡы ҡышҡа әҙерләнде. Бигерәк тә аҙыҡ-түлек мәсьәләһе бик киҫкен торҙо. Аслы-туҡлы йәшәгән ғаиләләр бихисап булды. Алдан әйтеүемсә, әсәйем бар йәһәттән дә беҙҙе ас итмәҫ өсөн тәбиғәт биргән ниғмәттәрҙе һәр саҡ алып ҡалырға ашыҡты. Бигерәк тә әтлек һәм һарына ҡышҡылыҡҡа ҡиммәтле аҙыҡ һаналды.
34 йәшендә атайымдан тол ҡалһа ла, беҙҙең дүртебеҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн көсөн дә, һаулығын да йәлләмәй көн-төн тигәндәй эшләне. Атайымдың һуғышта хәбәрһеҙ юғалыуы, ҡартайған өләсәйемде ҡарау һәм беҙҙе үҫтереү, уҡытыу үҙ эҙемтәһен бирмәй ҡалманы. Өйҙәге ир-ат, ҡатын-ҡыҙ эштәрен бер үҙе тигәндәй атҡарыуы һөҙөмтәһендә илленсе йылдар баштарында әсәйем йөрәк сиренән түшәккә йығылды. Түбә дауаханаһында айҙан ашыу дауаланғандан һуң уны өйгә ҡайтарҙылар, йәшәүгә әллә ни өмөт бағламанылар. Табиптар уға эшкә яраҡһыҙлығы тураһында белешмә бирҙе. Бер ай эсендә әсәйем бөтөнләй һурылып, бит яңаҡтары эскә батып ябыҡты. Үлем менән йәшәү араһында көрәш барҙы. Әммә электән көслө рухлы, маҡсатына һәр саҡ ынтылышлы әсәйем был юлы ла һис бирешергә теләмәне. Ауыр физик эштәргә ярамаһа ла, өй эсендәге мәшәҡәттәрҙе башҡарырға көс тапты. Был ваҡытта инде ике апайым да буй еткереп, колхозға эшкә сыҡҡайны. Кесе апайым менән каникул осоронда төрлө эштәрҙә йөрөп, үҙебеҙгә йәшәү, уҡыу өсөн аҙ-маҙ булһа ла хеҙмәт хаҡы алдыҡ. Тормоштан йәм-тәм табып өйрәнгәнгә, ул бесән осоро етһә, артыбыҙҙан ҡалмай бесәнлеккә юлланыр ине. Һәр беребеҙҙең салғыһын тапап биреп, сабыу, кәбән ҡойоу алымдарын өйрәтте.
Йыл артынан йылдар уҙҙы. Беҙ ҙә бер аҙ буй еткереп, кеше ҡорона индек, өлкән кластарҙа уҡый башланыҡ. Әсәйем элекке хәленә ҡайтҡандай булды, бер аҙ тулыланды, йөҙөнә нур ҡунды, дауахана тупһаһын һирәгерәк тапай башланы. Йәш саҡтан бөхтә кейенергә яратҡанғалыр инде, олоғая барыуына ҡарамаҫтан, ул һаман да элекке ғәҙәтен ташламаны: өс япма итәкле күлдәк, бәрхәт туҡыманан камзул кейеп, фиҙакәр хеҙмәте өсөн алған миҙалын һул түшенә тағып, һәр саҡ башын юғары күтәреп йөрөнө. Был наградаһы янына Бөйөк Еңеүҙең 30, 40 йыллыҡтарына бирелгән миҙалдар ҙа өҫтәлде.
Врачтар әсәйемдең һаулығына өмөт итмәһә лә, бәхеткә күрә, ул аҡрынлап һауыҡты. Һуңға табан йөрәк ауырыуының нимә икәнен дә тойманы. Һикһән йәшендә лә беҙҙең ыңғайға бесән әҙерләште. Һикһән биш йәшендә, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, беҙҙең менән мәңгелеккә хушлашты...
Иҫән сағында ул: “Балаларым, бер ваҡытта ла эштән ҡурҡмағыҙ, эш менән үҙеңә көс тә инә, дәрт тә өҫтәлә. Хеҙмәтте яратһағыҙ, һеҙҙе бар ерҙә лә ихтирам итерҙәр, хөрмәтләрҙәр”, – тип йыш ҡабатлар булды. Бөгөн мин һис арттырмайынса уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тормошта үҙ урыныбыҙҙы табып, эшләнек, йәшәнек, тип әйтә алам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс апайым да күптән инде беҙҙең арала юҡ. Уларҙың берҙән-бер вариҫы булараҡ, ғаиләбеҙ һалған эҙҙе юғалтмау өсөн хәлемдән килгәнсә традицияларҙы дауам итергә тырышам. Дүрт улымдың да өләсәйҙәренә оҡшап, ғаилә усағын һыуытмаясаҡтарына иманым камил.
2012 йылда Баймаҡ район типографияһында заманында республикала, илдә танылыу яулаған, ҡасандыр әсәйем хеҙмәт иткән Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың арҙаҡлы шәхестәре тураһында “Данлы, ырыҫлы төйәгем” исемле китабым баҫылып сыҡҡайны. Атайым, әсәйем һәм апайымдарҙың иҫтәлегенә бағышланым тәүге баҫмамды. Уларҙың һүнмәҫ рухы быға шат булғандыр, моғайын.
Мин был яҙмамда әсәйем Мәғәфүрә Сәғәҙей ҡыҙы яҙмышы аша ҡәһәрле һуғыш арҡаһында тол ҡалған миллионлаған һалдатканың әсе тормошон бер аҙ булһа ла һүрәтләргә тырыштым. Улар беҙҙең арала бик күп. Киләһе быуын тылдағыларҙың хеҙмәте тураһында хәбәрҙар булһын ине. Беҙҙең яҙмышты уларға бер ҡасан да ҡабатларға яҙмаһын.
Салауат МӨХӘМӘТШИН,
хеҙмәт ветераны, журналист,
Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты.