Атай ҙа, әсәй ҙә ине ул беҙгә07.11.2014
Атай ҙа, әсәй ҙә ине ул беҙгә
Хәҙер күптәребеҙ Совет дәүерен һағынып иҫкә ала. Бигерәк тә шул осор кешеләре өсөн үтә ҡәҙерле лә, яҡын да ул. Өҫтөбөҙ кейемгә, тамағыбыҙ ризыҡҡа туймаһа ла, һәр кем йәшәүенән ҡәнәғәт булды, киләсәк тормошҡа өмөт менән ҡараны. Ҡәһәрле һуғыш атай-ағайҙарыбыҙҙы яу яланында мәңгелеккә алып ҡалһа ла, әсәйҙәребеҙ теҙ сүкмәне, киреһенсә, уларҙың васыятына тоғро ҡалып, хеҙмәттә лә, тормоштарында ла һынатмай, ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтте.


Ҡырҡ етенсе йылдың көҙө. Мине әсәйем иртә менән уятты ла күр­ше­ләге Темәс ауылына бара­са­ғы­быҙ тураһында белгертте һәм, бар­лы-юҡлы ондан әүә­ләп, майға икмәк бешерергә тотондо. Бында барыуы­быҙ­ҙың ғилләһе шунда: иң өлкән Сания апайым Темәс педагогия училищеһының бе­ренсе курсына уҡырға ингәйне. Юлға йыйынып, китергә генә торғанда ауыл Советында эшләгән ағай, әсәйемә ниндәй­ҙер ҡағыҙ тоттороп, йәһәт кенә сығып китте.
Әсәйем бик шәп уҡый алмаһа ла, бер ни тиклем хәрефтәрҙе таный ине. Бөк­ләнгән ҡағыҙҙы асып, эре хәрефтәр ме­нән яҙылған “извещение” һүҙен һуҙа-һуҙа уҡып сыҡҡас та хаттың нимә тураһында барғанын аңланы. Ҡалтырана-ҡалтырана урындыҡ ситенә барып ултырҙы. Мин бер ни ҙә аңлай алмайынса әсәйемә барып һыйындым. “Атайың, беҙҙе һаҡлайым тип, хаҡ юлда ҡыҙыл шәһит булды. Һин уның берҙән-бер вариҫы булып ҡалдың, балам, ни хәл итмәк кәрәк?” – тине. Ми­ңә ул ваҡытта биш йәш тирәһе бул­ған­дыр.
Ошо көндө әле лә кисәгеләй күҙ алды­ма килтерәм дә ғәзиз әсәйемдең ни тиклем ныҡ сабыр булыуына хайран ҡалам. Хатта һыҡтап илап күҙ йәштәрен дә күрһәтмәне. Мине ҡосағына алған килеш бер аҙ ултырғандан һуң: “Йә, балам, бындай ҡайғы бер беҙҙә генә түгел бит, Хоҙай Тәғәлә атайығыҙ хаҡына һеҙгә һаулыҡ бирһен. Ә ул һеҙҙе һәр саҡ ҡурсалап то­рор, бына күрерһегеҙ, үҙе лә көтмәгәндә ҡайтып төшөр”. Ысынлап та, атайы­быҙ­ҙың ҡайтыуына беҙ ныҡ ышандыҡ, әсәйе­беҙ ҙә уны ғүмер буйы көттө...
Әсәйем менән аҙыҡ-түлек илтеүебеҙгә бер нисә көн үткәс, апайым үҙе лә ҡайтып төштө. “Атайымдың “ҡара ҡағыҙы” ҡай­ҙа?” – тип иларға тотондо. Шул ҡайтыу­ҙан ул башҡаса уҡыуына бара алмай, ауы­рыу­ға һабышып, түшәккә йығылды. Нин­дәй сиргә дусар булғандыр, мин уны иҫлә­мә­йем. Әммә шуныһы хәтерҙә ҡал­ған. Йор­тобоҙҙа биш-алты баш кәзә аҫ­рала ине. Әсәйем шуларҙы көн һайын һауып, һөтөн йылы көйө генә ауырыған апайыма эсерер булды. Бына шулай бер нисә ай дауамында дауалай торғас, түшәктә ятҡан апайымдың йөҙө алһыу­ланып, күҙҙәрен­дә нур уйнай башланы. Шулай ҙа йоҡо аралаш “атай, атаҡайым!” тип һаташып тороп ултырған саҡтары ла аҙ булманы. Ярты йыл самаһы әсәйем үҙ белдеге менән апайымды төрлө ысул менән дауалап аяҡҡа баҫтырҙы. Ә яҙ етеүгә әсәйемә иптәш булып, баҫыуҙа ҡалған иген башаҡтарын йыйырға ла йөрөй башланы ул. Минән бер нисә йәш­кә өлкән Таңһы­лыу, Сәлимә апайҙарым да әсәйемә өй эштәрендә ярҙамлашты. Күп осраҡта ми­ңә 86 йәшлек өләсәйем менән өйҙә ҡа­лырға тура килде. Йәй етһә, бөтөн ауыр эш тә әсәйемдең иңенә төштө.
Бесән, ураҡ осоро – ауыл кешеһе өсөн иң көсөргәнешле, яуаплы мәл. Ҡырҡ етенсе йылдың яҙғы-көҙгө осор­ҙарында ауыл хужалығында башлыса ҡатын-ҡыҙ тир түкте, һуғыш яланынан ҡайтҡан ир-ат бик аҙ ине, өҫтәүенә күбеһе яралы бул­ғас, ауыр эштәргә яраманы. Беҙгә күрше йәшәгән Сәмиға, Шәһитә, Нәҡиә, Мәғри­фә, Кинйәбикә, Ғәрифә, Ғөбәйҙә, Туйбикә, Әлипә инәйҙәрҙең кү­бе­һенең ирҙәре яу яланында ятып ҡалған, ә бер нисәһе һу­ғыштан алда реп­рессия ҡорбаны булған. Бына ошо тол ҡатындар яңы ғына аяҡҡа баҫып килгән хужалыҡ­тың төп таянысы булды. Бесән осоро етһә, ҡулдарына сал­ғы алып, иң беренсе сиратта Һаҡмар йыл­ғаһы янын­дағы туғайлыҡҡа ағылыр­ҙар. Бил бауырына тиклем үҫкән үләнде сабыуға ба­ла-саға ла ҡушылып, бер нисә көн эсендә хуш еҫле туғайлыҡты йығып та һалырҙар. Әсәйем атайымдан ҡалған үт­кер салғыһы менән һелтәнеп, баш­ҡа­ларҙы үҙ артынан эйәртеп, иң берен­се­ләрҙән булып сабып сығыр ҙа, өйҙән алып килгән тырыздағы айранды эсеп алғас, йәнә эшкә тотонор ине. Хатта уның артынан эйәрә алмаған ир-ат та булғы­ланы. Кәүҙәгә башҡа ҡа­тындарға ҡара­ғанда олпатыраҡ та ине шул әсәйем. Бесән осоронда беҙҙең һымаҡ үҫмер­ҙәргә кәбән, эҫкерт ҡойоу үҙенә күрә бер тамаша була торғайны. Эйәрләнгән ат­тарға атланып, өйөлгән күбәләрҙе йәһәт кенә кәбән янына килтереп, икенсеһен алып килеү өсөн кему­ҙар­ҙан сабышып йөрөп, оҙон көндөң нисек үткәнен дә һиҙмәй ҡалабыҙ. Беҙ алып килгән кү­бә­ләрҙе әсәйем, Нәҡиә, Кинйә­бикә, Ғәрифә апайҙар һә тигәнсә өйөлә башлаған кәбәнгә ташлап та ҡуя. Араларында иң йәше Сәмиға апай үҙенә күрә оҫталыҡ менән кәбәнде ослай. Хуш еҫле туғай бесәне урмандыҡына ҡарағанда туҡлыҡ­лы, сифатлы булыуы менән айырылып тора. Ул йылдарҙа туғайлыҡта әҙер­лән­гән бесән колхоздың дөйөм бесә­ненең яртыһын тәшкил итте. Тик ҡатын-ҡыҙ­ҙар­ҙан торған звено көн һайын ти­гән­дәй 10-12 кәбән ҡойоп, киске ысыҡ төшкәс кенә иң­дәренә һәнәк-тырмаларын йөк­мәп, шат-көр тауыш менән үҙҙәренә оҡ­шаған йыр­ҙы һуҙып, ауылға дәррәү килеп инер ҙә һәр береһе үҙ мәшәҡәтенә сумыр ине.
Өс апайымды, мине, һикһәнде уҙған өлә­сәйемде ҡарарға, аша­тырға, кейенде­рергә яңғыҙ әсә­йемдең нисек көсө еткәндер – хәҙер хай­ран ҡалам. Әлеге һымаҡ балалар по­собиеһы, эш хаҡы бөтөнләй булманы. Йыл аҙағында ғына норма менән би­рел­гән 2-3 бот ҡырҙыҡлы иген (уныһы таҙа түгел) күмәк ғаиләгә нисек етһен инде?! Әсәйемдең тәүәккәл дә, сыҙамлы ла булыуы бар ауыр­лыҡ­тарҙы йырып сығырға ярҙам иткәндер. Бесән әҙерләүе нисек кенә ауыр бул­маһын, хужалығыбыҙҙа өс һауын һыйы­ры, ваҡ мал булды. Шуға күрә лә беҙгә йәй буйы, көҙ уртаһы ет­кән­се, сабын­лыҡта эшләргә тура килде. Уның ҡарауы беҙ ас та, үтә яланғас та бул­маныҡ. Үҙ сепараторыбыҙ булғас, әсәй һөттө айыртып, ҡаймаҡ, май, эремсек, ҡо­рот әҙерләп, Түбә, Темәс баҙарҙа­рын­да һатып, уны аҡсаға, аҙыҡҡа әйләндерер ине.
Иртәрәк тороп һыйырҙарын һауып бө­төү менән ҡул араһына инеп килгән 7-9 йәшлек Сәлимә һәм Таңһылыу апайҙа­рымды эйәртеп, колхозға бесәнгә китер­ҙән алда үҙебеҙгә сабып ҡайтырға ла һис йыбанманы. Шуға күрә лә апайҙарым ке­се йәштән егәрле булып, һәр эште белеп үҫте.
Бесән әҙерләп бөтөр-бөтмәҫтән ураҡ осоро яҡынлаша. Бында ла төп көс ҡа­тын-ҡыҙ иңенә төштө. Өлкән йәштәгеләр менән бер ҡатарҙан йәш киленсәктәр ҙә колхоз йөкләмәһен үтәү өсөн ҡулдарына ураҡ тотоп, атлай алған балаларын үҙ­ҙә­ре менән эйәртеп, ҡайһылары имсәк са­быйҙарын ҡулдан яһалған арбаларға һа­лып, иртә менән иген баҫыуына юлланыр булды. Тәүҙәрәк иген ҡул урағы ярҙа­мында урылып көлтәләргә бәйләнелһә лә, һуңға табаныраҡ лобогрейка ярҙамға килде. Әсәйем һәр саҡтағыса алдын­ғы­лар сафында барып, көнөнә ураҡ менән 15-20 сутыйҙағы игенде сабып, көлтә­ләргә бәйләй ине. Планды арттырып үтәгәне өсөн өҫтәмә паек алып ҡайтып, беҙҙе шатландыра торғайны.
Бер көн ул ғәҙәттәгенән иртәрәк ҡай­тып инде. Һул ҡулының бармаҡтарын сепрәк менән бәйләп алғайны. Ураҡ ҡа­мыл­дан тайып китеп, һул ҡулының баш бармағын һөйәгенә еткәнсе киҫеп үткән. Төрлө үләндәр менән ҡанды туҡтатып, сепрәк менән бәйләгән. Ҡайҙа инде ул саҡта дауаханаға барып медицина яр­ҙамы алыу! Иртәгәһенә урындағы фельд­шерҙан яраһын бәйләтте лә йәнә ураҡҡа китте. Әммә баш бармағы тиҙ генә йү­нә­лергә теләмәне. Төндәрен уның һыҙ­ла­уына түҙә алмай йоҡоһонан тороп ул­тырған саҡтары аҙ булманы. Нисек кенә әрнеүле булмаһын, беҙҙе туйындырыу өсөн эше­нән ҡалмай баҫыуға юллан­ды. Хоҙай Тә­ғә­лә­нең ҡөҙрәте ме­нән­дер инде, яра әк­ренләп төҙәлде, артабан шашып китмәне. Шулай ҙа күп йылдар дауамында көн боҙолоу менән яра үҙен белгертеп торҙо.
Ул йылдарҙа ауылда ни бары ике-өс мунса булды. Әсәйем беҙҙе йыуындырыу өсөн, айына бер тапҡыр булһа ла, Сол­танмәхмүт олатайҙар яҡҡан мунсаға алып барыр ине. Һикһән алты йәш менән бар­ған өләсәйемде арҡаһына йөкмәп йыуындырып алып ҡайтыуҙы ауыр эш тип һанаманы. Бәлки, өләсәйемдең фати­хаһы уға көс-ҡеүәт биреп, оҙон ғүмерле булырға ярҙам да иткәндер.
1949 йылдың йәйе, бесән өмәләре башланған осор. Әсәйем өйгә бик күтә­ренке кәйеф менән ҡайтты. Бәләкәй генә ҡумтаны һаҡ ҡына асып, ялтырап торған һары тышлы әйберҙе килтереп сығарҙы. “Бына, балаларым, миңә Сталин бабай һүрәте төшөрөлгән миҙал бирҙеләр, шуға ҡушып, бер һарыҡ та бүләк иттеләр. Рәхмәт инде хөкүмәтебеҙгә”, – тип бар­лыҡ ҡыуанысын беҙҙең менән бүлеште. Был “1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалы ине. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Дүртебеҙ дүрт яҡтан әсәйебеҙҙе ҡосаҡлаған килеш ни эшләргә лә бел­мә­нек. Миҙалдан да бигерәк һарыҡ алыу ҡыуаныслы бит! Бер нисә көн үткәс тә, уны һуйҙыртып, әсәйем атайым рухына аят уҡытып та ҡуйҙы.
Ҡәһәрле һуғыш тамамланһа ла, ауыл халҡының тормош кимәле бер ҙә алға китмәне. Илде емереклектән сығарыу өсөн совет хөкүмәте барлыҡ ауыр­лыҡ­тарҙы ла тип әйтерлек ауыл халҡына йөкмәтте. Һәр кемде көс етмәҫлек һалы­мы менән йонсоттолар. Малының бармы-юҡмы икәнен дә ҡарамай, һәр йортҡа йылына 50 кг ит, 10 кг иретелгән май, йомортҡа, йөн тапшырыу мәжбүри һа­налды. Әгәр ваҡытында түләп бөтә алмай­һың икән, барлы-юҡлы малыңдан, мөлкәтеңдән ҡолаҡ ҡағаһың тигән һүҙ.
Беҙҙең дә ике йыл түләнмәгән һалым өсөн иң һөтлө һыйырыбыҙҙы кәртәнән алып сығып китеүе ит йыйыусылар өсөн бер ни торманы. Арҡанланған һыйыры­быҙҙы ат арбаһына тағып алып киткәндә илашып ҡалыуыбыҙҙы һүҙ менән генә аңлатыу һис мөмкин түгел. Беҙҙең һы­маҡтар аҙ булманы. Барлыҡ баҫыу эш­тәре тамамланғас, ауыл халҡы ҡышҡа әҙерләнде. Бигерәк тә аҙыҡ-түлек мәсьә­лә­һе бик киҫкен торҙо. Аслы-туҡлы йә­шә­гән ғаиләләр бихисап булды. Алдан әй­те­үем­сә, әсәйем бар йәһәттән дә беҙҙе ас итмәҫ өсөн тәбиғәт биргән ниғмәттәрҙе һәр саҡ алып ҡалырға ашыҡты. Бигерәк тә әтлек һәм һа­рына ҡышҡылыҡҡа ҡим­мәтле аҙыҡ һаналды.
34 йәшендә атайымдан тол ҡалһа ла, беҙҙең дүртебеҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн көсөн дә, һаулығын да йәлләмәй көн-төн тигәндәй эшләне. Атайымдың һуғышта хә­бәрһеҙ юғалыуы, ҡартайған өләсә­йем­де ҡарау һәм беҙҙе үҫтереү, уҡытыу үҙ эҙемтә­һен бирмәй ҡалманы. Өйҙәге ир-ат, ҡа­тын-ҡыҙ эштәрен бер үҙе тигәндәй ат­ҡарыуы һөҙөмтәһендә илленсе йылдар баштарында әсәйем йөрәк сиренән тү­шәккә йығылды. Түбә дауаханаһында айҙан ашыу дауаланғандан һуң уны өйгә ҡайтарҙылар, йәшәүгә әллә ни өмөт бағ­ламанылар. Табиптар уға эшкә яраҡһыҙ­лығы тураһында белешмә бирҙе. Бер ай эсендә әсәйем бөтөнләй һурылып, бит яңаҡтары эскә батып ябыҡты. Үлем ме­нән йәшәү араһында көрәш барҙы. Әммә электән көслө рухлы, маҡсатына һәр саҡ ынтылышлы әсәйем был юлы ла һис бирешергә теләмәне. Ауыр физик эштәр­гә ярамаһа ла, өй эсендәге мәшә­ҡәттәрҙе башҡарырға көс тапты. Был ваҡытта инде ике апайым да буй еткереп, колхозға эш­кә сыҡҡайны. Кесе апайым менән каникул осоронда төрлө эштәрҙә йөрөп, үҙебеҙгә йәшәү, уҡыу өсөн аҙ-маҙ булһа ла хеҙмәт хаҡы алдыҡ. Тормоштан йәм-тәм табып өйрәнгәнгә, ул бесән осо­ро етһә, арты­быҙ­ҙан ҡалмай бесәнлеккә юлланыр ине. Һәр беребеҙҙең салғыһын тапап биреп, сабыу, кәбән ҡойоу алымдарын өйрәтте.
Йыл артынан йылдар уҙҙы. Беҙ ҙә бер аҙ буй еткереп, кеше ҡорона индек, өлкән кластарҙа уҡый баш­ланыҡ. Әсәйем элек­ке хәленә ҡайт­ҡандай булды, бер аҙ тулыланды, йөҙөнә нур ҡунды, дауахана тупһаһын һирәгерәк тапай башланы. Йәш саҡтан бөхтә ке­йенергә яратҡанғалыр инде, олоғая барыуына ҡарамаҫтан, ул һаман да элекке ғәҙәтен ташламаны: өс япма итәкле күл­дәк, бәрхәт туҡыманан кам­зул кейеп, фиҙакәр хеҙмәте өсөн ал­ған миҙалын һул түшенә тағып, һәр саҡ ба­шын юғары кү­тәреп йөрөнө. Был наг­ра­даһы янына Бө­йөк Еңеүҙең 30, 40 йыл­лыҡ­тарына би­рел­гән миҙалдар ҙа өҫтәлде.
Врачтар әсәйемдең һаулығына өмөт итмәһә лә, бәхеткә күрә, ул аҡрынлап һауыҡты. Һуңға табан йөрәк ауырыуының нимә икәнен дә тойманы. Һикһән йәшендә лә беҙҙең ыңғайға бесән әҙерләште. Һик­һән биш йәшендә, ейән-ейәнсәрҙәрен һө­йөп, беҙҙең менән мәңгелеккә хушлашты...
Иҫән сағында ул: “Балаларым, бер ваҡытта ла эштән ҡурҡ­ма­ғыҙ, эш менән үҙеңә көс тә инә, дәрт тә өҫтәлә. Хеҙмәтте яратһағыҙ, һеҙ­ҙе бар ерҙә лә ихтирам итерҙәр, хөрмәтләрҙәр”, – тип йыш ҡа­батлар бул­ды. Бөгөн мин һис арттырмайынса уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тормошта үҙ урыныбыҙҙы табып, эшлә­нек, йәшәнек, тип әйтә алам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс апайым да күптән инде беҙҙең арала юҡ. Уларҙың берҙән-бер вариҫы булараҡ, ғаиләбеҙ һалған эҙҙе юғалтмау өсөн хәлемдән килгәнсә традицияларҙы дауам итергә тырышам. Дүрт улымдың да өлә­сәйҙәренә оҡшап, ғаилә усағын һыуыт­маясаҡтарына иманым камил.
2012 йылда Баймаҡ район типогра­фия­һында заманында республикала, илдә танылыу яулаған, ҡасандыр әсәйем хеҙ­мәт иткән Октябрҙең 50 йыллығы исемен­дәге колхоздың арҙаҡлы шәхес­тәре ту­ра­һын­да “Данлы, ырыҫлы тө­йә­гем” исемле кита­бым баҫылып сыҡҡайны. Ата­йым, әсәйем һәм апайымдарҙың иҫтә­легенә бағышла­ным тәүге баҫмамды. Уларҙың һүнмәҫ рухы быға шат булған­дыр, моғайын.
Мин был яҙмамда әсәйем Мәғәфүрә Сәғәҙей ҡыҙы яҙмышы аша ҡәһәрле һу­ғыш арҡаһында тол ҡалған миллионлаған һалдатканың әсе тормошон бер аҙ булһа ла һүрәтләргә тырыштым. Улар беҙҙең ара­ла бик күп. Киләһе быуын тылдағы­лар­ҙың хеҙмәте тураһында хәбәрҙар бул­һын ине. Беҙҙең яҙмышты уларға бер ҡасан да ҡабатларға яҙмаһын.
Салауат МӨХӘМӘТШИН,
хеҙмәт ветераны, журналист,
Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты.




Вернуться назад