Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ә уларҙы кем “бесә”?
Түләү ҡағыҙҙарының ҡәҙимгенән бер аҙнаға тотҡарланыуы унда коммуналь хеҙмәттәр өсөн яңы һәм, һис шикһеҙ, юғарыраҡ хаҡтар ҡуйыласағына ишаралай ине. Минең үҙемә тәғәйенләнгән квитанцияла йылылыҡ өсөн түләү графаһында августағы 484 һум 77 тин урынына был юлы 698 һум 96 тин ҡуйғандар, йәғни 214 һум 46 тингә күберәк. Ә инде 2013 йылдың октябре (415 һум 72 тин) менән сағыштырып ҡарағанда, үҫеш 282 һум 54 тин, йәғни 50 проценттан ашыу. Был “тешләшеүсе” хаҡтарҙы кемдәр һәм ни рәүешле “бесә”?



Баш ҡаланың Дим районындағы “Торлаҡ хужалығы идаралығы” йәмғиәтенең баш иҡтисадсыһы Владимир Уткиндың аңлатмаһынан түбәндәгеләр асыҡланды. Тарифтар буйынса дәүләт комитетының 2013 йылдың 20 декабрендәге “Өфө ҡалаһы ҡала округының “Өфө инженер селтәре” муниципаль унитар предприятиеһының ҡулла­ныусыларға бирелгән йылылыҡ энергияһына (ҡеүәтенә) тарифтар билдәләү тураһында”ғы ҡарарына Ҡушымтаға ярашлы, 2014 йылдың 1 ғинуарынан 30 июненә саҡлы 1 гигакалория өсөн халыҡтан 1075 һум 88 тин алынһа, 1 июлдән 31 декабргә тиклем – 1161 һум 90 тин. Белгес аңлатыуынса, октябрҙә квитанцияларҙа айырым күрһәтелгән ҡайтанан иҫәпләү хаҡы июль өсөн индерелә һәм ноябрҙә тағы ла шул саҡлы (бәлки, күберәк тә) түләргә тура киләсәк. Билдәле булыуынса, 1 июлдән газ өсөн хаҡтар рәсми рәүештә 15 процентҡа арттырылды. Дөрөҫ, рәсми булмаған сығанаҡ­тарҙан ишетелеүенсә, был аҡсаны йылылыҡ селтәрен йүнәтеү өсөн йыялар.
Ғөмүмән, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең ниндәй закон һәм ҡарарҙар аша көйләнеүен асыҡлау өсөн мин Владимир Уткиндан Тарифтар буйынса дәүләт комитетының үрҙә аталған ҡарарын һорап алдым. Бына унда күрһәтелгән документтар:
1. 2010 йылдың 27 июлендә ҡабул ителгән “Йылылыҡ менән тәьмин итеү тураһында”ғы 190-сы Федераль закон.
2. Рәсәй Хөкүмәтенең 2006 йылдың 23 майындағы “Граждандарға коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү тураһында”ғы 307-се ҡарары.
3. Рәсәй Хөкүмәтенең 2011 йылдың 6 майында раҫланған “Күп фатирлы йорттар һәм торлаҡ йорттар хужаларын һәм биналарҙы файҙаланыусыларҙы коммуналь хеҙмәтләндереү тураһында”ғы 354-се ҡарары.
4. Рәсәй Хөкүмәтенең 2012 йылдың 22 октябрендәге “Йылылыҡ менән тәьмин итеү өлкәһендә хаҡтар билдәләү тураһында”ғы 1075-се ҡарары.
5. Тарифтар буйынса федераль хеҙмәттең 2013 йылдың 7 июлендәге “Көйләнеүсе хаҡтар (тарифтар) билдәләү тураһында эштәр асыу регламентын раҫлау тураһында”ғы 163-сө бойороғо.
6. Башҡортостан Хөкүмәтенең 2013 йылдың 5 сен­тябрендәге “Башҡортостан Тарифтар буйынса дәүләт комитетының положениеһын раҫлау тура­һында”ғы 404-се ҡарары.
Әлеге ваҡытта коммуналь хеҙмәттәр өсөн иҫәпләшеү Башҡортостан Хөкүмәтенең 2012 йылдың 31 авгусындағы 300-сө “Күп фатирлы йорттар һәм торлаҡ йорттар хужаларына һәм биналарҙы файҙаланыусыларға йылылыҡты ҡулланған өсөн түләү тәртибе тураһында”ғы закон буйынса алып барыла. Уға ярашлы түләү ай һайын, ҡаҙанлыҡтар эшләмәгән осорҙо ла индереп, тигеҙ хаҡтарҙа атҡарыла. Әгәр ҙә ошо ҡарар алдағы йылдарҙа ла оҙайтылһа, әлеге иҫәп-хисап тәртибе һаҡлана, ә өр-яңы тәртип индерелә ҡалһа, йылылыҡ өсөн түләүҙең ҡаҙанлыҡтар эшләмәгән осор өсөн генә һәм, әлбиттә, күберәк алыныуы ихтимал.
Коммуналь хеҙмәтләндереү һәм уға, айырыуса йылылыҡ өсөн хаҡтарға, ҡарата тәрән ризаһыҙлыҡ пенсия йәшен­дәгеләр, аҙ килемле ҡатламдар араһында көсәйә бара. Тотош Европаны газ менән тәьмин иткән Рәсәй властары, шулай уҡ газ ятҡылыҡтарына бай булған Төркмәнстандан айырмалы, үҙ граждандарынан хаҡ алмау ғына түгел, уны кәметеү йәки фәҡир граждандарҙың килемен арттырыу буйынса саралар күрергә йыйынмай. Көнбайыш илдәре һәм АҠШ-тың юғары власть даирәләре индергән санкцияларға бәйле тормош ауырайған һайын төрлө түләүҙәрҙең артабан көслөрәк тиҙлектә үҫеү ихтималлығы бар. Был хәл вәкәләтле органдарҙы ниндәйҙер йоғонтоло саралар күреүгә мәжбүр итергә тейеш ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ни ҙә тойолмай. Был – бер. Икенсенән, йылылыҡ селтәрен йүнәтеү өсөн сығымдарҙы айырым йыйыу, түләүҙәрҙе аныҡ күрһәтеү тураһында тейешле органдар ни өсөндөp уйланмаған. Әйтергә кәрәк, тармаҡта йыш күҙәтелгән законһыҙ күренештәрҙән, күрәһең, һабаҡ алынмай, урлашыуҙарға юлды киңерәк асҡан әлеге етешһеҙлек тап шул хаҡта һөйләй.



Автор: Мәхмүт ХУЖИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә