Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙ ереңә хужа булырға ваҡыт!
Үҙ ереңә хужа булырға ваҡыт!
Пай ерҙәренә бәйле һорауҙар хәҙер күптәрҙе борсой. Берәүҙәр үҙенә ер бүленгәнен белә, ә уныһы дәүләт теркәүен үтмәгән. Ҡайһы берәүҙәр, тейешле ҡағыҙы булып та, әлеге мөлкәте менән ни эшләргә белмәй баш вата. Халыҡ уны-быны төшөнөп өлгөрмәгән саҡта, шул пайҙарҙы осһоҙға ғына һатып алып, байырға теләүселәр ҙә етерлек. Әйткәндәй, Башҡортостанда 350 меңдән ашыу кеше ер пайына эйә. Шуларҙың 28 меңе генә үҙ участкаһын ыҙанлап (межалап) хосусилаштырған.


Ошо сетерекле мәсьәләне хәл итеү, халыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙыу маҡсатында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының бер төркөм ағ­залары эшлекле һөйләшеүгә йыйылды. Ҡорға шулай уҡ билдәле ға­лим­дар, иҡтисад белгестәре, ауыл хужа­лығы хеҙмәткәрҙәре саҡырылғайны. Әлбиттә, был әле – ҙур эштең башы ғына. Алда белгестәр менән райондарға сығыу, һәр төбәктә яуаплы кешеләрҙе билдәләү, пай ерҙәренә бәйле проблемаларҙы көйләү бурыстары тора.
Үҙ ереңә хужа булырға ваҡыт!– Халыҡ менән осрашҡанда пайсы­ларҙың аһ-зарын йыш ишетергә тура килә, – тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡо­ролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Хәләф Ишморатов. – Берәүҙәр ҡулында документы булһа ла, бүленгән майҙандың ҡайҙа икәнен дә белмәй. Үҙ ерен эш­кәртеп, яҡшы ғына уңыш алған кешеләр ҙә осрай, әммә ундайҙар һирәк. Күптәре ерен фермерға ҡуртымға бирергә мәжбүр, сөнки башҡа сара тапмай. Пай еренән файҙаланған эшҡыуарҙарҙың да төрлөһө бар. Райондарҙың береһендә, мәҫәлән, 18 гектар ерҙе файҙаланған өсөн бер тоҡ бойҙай бирәләр... Халыҡтың пай ерҙәрен осһоҙ хаҡҡа һатыуҙары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ер – халҡыбыҙҙың төп байлыҡ­тарының береһе. Милләттәш­тәребеҙгә ярҙам итеү, халыҡтың аңын уятыу – беҙҙең изге бурыс.
Йәшерен-батырын түгел, ер эшенә хәҙер йәштәр атлығып тормай. Берен­сенән, ауылдарҙа уңайлы шарттарҙың булмауы күптәрҙе ҡурҡыта. Икенсенән, фермерлыҡ эше менән булышырға теләүсегә лә бюрократик кәртәләр етерлек. Урындарҙа аңлатыу эшенең тейешле кимәлдә булмауы ла күптәрҙе хафаға һала.
Республиканың Агросәнәғәтселәр союзы рәйесе, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зифҡәт Ислам улы Сәйетғәлиевтең ошоға бәйле сығышы тәрән йөкмәткеле булды.
– Ер пайҙарын мин коллектив хужа­лыҡ итеү ысулы бөтөрөлгәндән һуң ҡалған иң ҙур, бер ниндәй аҡса менән баһаланмаҫлыҡ байлығыбыҙ тип ҡара­йым, – тине ул. – Пайҙар бүлгәндә етеш­һеҙлектәр сығып торҙо. Мәҫәлән, Рәсәй законына ярашлы, уҡытыусы­ларға, врач­тарға һәм бюджет өлкәһендә эшләгән башҡа кешеләргә ер биреү бөтөнләй ҡаралмағайны. Республикала уны төҙәттек, әммә күҙ уңынан ысҡынған хаталар әле лә осрай. Хаҡлы ялда булған, бар ғүмерен балалар тәрбиә­ләүгә бағышлаған уҡытыусылар иғти­бар­ҙан ситтә ҡалған. Күп кенә хакимиәт башлыҡтары ла ҡаршылыҡ күрһәтте. Уларҙан йыш ҡына: “Пайҙарҙы бөтәһенә лә бүлә башлаһаҡ, крәҫтиәнгә аҙ ҡала”, – тигәнерәк һүҙ ишетергә тура килде.
Әле бүленгән ерҙе һөҙөмтәле фай­ҙа­ланыу мәсьәләһе көнүҙәк. Мин был турала бына ни уйлайым: әгәр ҙә мини­маль ер бүлеме 50 гектар тәшкил итә икән, тимәк, пайы шунда тура килгән кешеләр берләшергә һәм күмәкләп эшкәртергә тейеш. Күмәк көс менән эшләп өйрәнгән халыҡҡа ошо ысул әлегә иң ҡулайлыһы буласаҡ. Тәжрибә тупланғас, артабанғы яҙмышын һәр кем үҙе хәл итер ине.
Бөгөн халыҡ ҡайҙа теләһә, шунда колхоз-совхоз системаһын тергеҙергә кәрәк. Беҙҙә ерҙе коллектив менән файҙа­ланыу ысулы ғына ныҡлы үҫешкән. Ете гектар ер өсөн комбайн тотоп буламы? Юҡ! 170 гектарға тотоуы ла файҙаһыҙ әле.
Зифҡәт Ислам улы белдереүенсә, ер пайы булған һәр кеше милексе булып өйрәнергә, иңенә яуаплылыҡ ала белергә тейеш. Элек колхоз йыйылыштары ҡайһылай ҡыҙыу барған! Хәҙер битарафлыҡ хөкөм һөрә. Ныҡлы контроль һөҙөмтәһендә генә пайсылар араһында ғәҙеллек урынлаштырып буласаҡ. Ошондай тәртипте ситтәрҙән көтөп ятыу – мәғәнәһеҙлек. Бөгөнгө һәр хужаның тормош дилбегәһен үҙ ҡулына алыуы шарт. “Ерҙең хужаһы булырға тейеш”, – тиҙәр. Бына, Мәскәүҙән ерҙең хужаһы килер ҙә, иртәгә бөтәһе лә ал да гөл булып китер, тип уйлайҙармы? Кемгәлер өмөт итеп, әҙерҙе көтөп ятыу бер ниндәй ҙә файҙа бирмәҫ.
Уйлап ҡараһаң, ер хужаһы өс функцияны атҡарырға тейеш: ергә хоҡуҡ алыу, файҙаланыу һәм мөлкәткә идара итеү. Ул ошоларҙың береһен үтәмәгәндә лә мөлкәтенә ысын хужа була алмай.

Әйткәндәй...
Декабрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәй­тел­гән ултыры­шы була. Унда пай ер­ҙәренә бәйле проблемаларҙы хәл итеү юлдары ту­ра­һында һөйлә­шеү төп мәсьәлә итеп ҡуйылған. Хөр­мәтле гәзит уҡыусы­лар! Әгәр ошоға бәйле һорауҙарығыҙ булһа, “Баш­ҡор­тостан” гәзите редак­цияһына йә иһә Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролта­йының Башҡарма комитетына (Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 3) хат яҙып ебәрә алаһығыҙ. Һеҙҙең уй-фекерегеҙ иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ.


Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә