Пай ерҙәренә бәйле һорауҙар хәҙер күптәрҙе борсой. Берәүҙәр үҙенә ер бүленгәнен белә, ә уныһы дәүләт теркәүен үтмәгән. Ҡайһы берәүҙәр, тейешле ҡағыҙы булып та, әлеге мөлкәте менән ни эшләргә белмәй баш вата. Халыҡ уны-быны төшөнөп өлгөрмәгән саҡта, шул пайҙарҙы осһоҙға ғына һатып алып, байырға теләүселәр ҙә етерлек. Әйткәндәй, Башҡортостанда 350 меңдән ашыу кеше ер пайына эйә. Шуларҙың 28 меңе генә үҙ участкаһын ыҙанлап (межалап) хосусилаштырған.
Ошо сетерекле мәсьәләне хәл итеү, халыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙыу маҡсатында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының бер төркөм ағзалары эшлекле һөйләшеүгә йыйылды. Ҡорға шулай уҡ билдәле ғалимдар, иҡтисад белгестәре, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре саҡырылғайны. Әлбиттә, был әле – ҙур эштең башы ғына. Алда белгестәр менән райондарға сығыу, һәр төбәктә яуаплы кешеләрҙе билдәләү, пай ерҙәренә бәйле проблемаларҙы көйләү бурыстары тора.
– Халыҡ менән осрашҡанда пайсыларҙың аһ-зарын йыш ишетергә тура килә, – тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Хәләф Ишморатов. – Берәүҙәр ҡулында документы булһа ла, бүленгән майҙандың ҡайҙа икәнен дә белмәй. Үҙ ерен эшкәртеп, яҡшы ғына уңыш алған кешеләр ҙә осрай, әммә ундайҙар һирәк. Күптәре ерен фермерға ҡуртымға бирергә мәжбүр, сөнки башҡа сара тапмай. Пай еренән файҙаланған эшҡыуарҙарҙың да төрлөһө бар. Райондарҙың береһендә, мәҫәлән, 18 гектар ерҙе файҙаланған өсөн бер тоҡ бойҙай бирәләр... Халыҡтың пай ерҙәрен осһоҙ хаҡҡа һатыуҙары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ер – халҡыбыҙҙың төп байлыҡтарының береһе. Милләттәштәребеҙгә ярҙам итеү, халыҡтың аңын уятыу – беҙҙең изге бурыс.
Йәшерен-батырын түгел, ер эшенә хәҙер йәштәр атлығып тормай. Беренсенән, ауылдарҙа уңайлы шарттарҙың булмауы күптәрҙе ҡурҡыта. Икенсенән, фермерлыҡ эше менән булышырға теләүсегә лә бюрократик кәртәләр етерлек. Урындарҙа аңлатыу эшенең тейешле кимәлдә булмауы ла күптәрҙе хафаға һала.
Республиканың Агросәнәғәтселәр союзы рәйесе, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зифҡәт Ислам улы Сәйетғәлиевтең ошоға бәйле сығышы тәрән йөкмәткеле булды.
– Ер пайҙарын мин коллектив хужалыҡ итеү ысулы бөтөрөлгәндән һуң ҡалған иң ҙур, бер ниндәй аҡса менән баһаланмаҫлыҡ байлығыбыҙ тип ҡарайым, – тине ул. – Пайҙар бүлгәндә етешһеҙлектәр сығып торҙо. Мәҫәлән, Рәсәй законына ярашлы, уҡытыусыларға, врачтарға һәм бюджет өлкәһендә эшләгән башҡа кешеләргә ер биреү бөтөнләй ҡаралмағайны. Республикала уны төҙәттек, әммә күҙ уңынан ысҡынған хаталар әле лә осрай. Хаҡлы ялда булған, бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған уҡытыусылар иғтибарҙан ситтә ҡалған. Күп кенә хакимиәт башлыҡтары ла ҡаршылыҡ күрһәтте. Уларҙан йыш ҡына: “Пайҙарҙы бөтәһенә лә бүлә башлаһаҡ, крәҫтиәнгә аҙ ҡала”, – тигәнерәк һүҙ ишетергә тура килде.
Әле бүленгән ерҙе һөҙөмтәле файҙаланыу мәсьәләһе көнүҙәк. Мин был турала бына ни уйлайым: әгәр ҙә минималь ер бүлеме 50 гектар тәшкил итә икән, тимәк, пайы шунда тура килгән кешеләр берләшергә һәм күмәкләп эшкәртергә тейеш. Күмәк көс менән эшләп өйрәнгән халыҡҡа ошо ысул әлегә иң ҡулайлыһы буласаҡ. Тәжрибә тупланғас, артабанғы яҙмышын һәр кем үҙе хәл итер ине.
Бөгөн халыҡ ҡайҙа теләһә, шунда колхоз-совхоз системаһын тергеҙергә кәрәк. Беҙҙә ерҙе коллектив менән файҙаланыу ысулы ғына ныҡлы үҫешкән. Ете гектар ер өсөн комбайн тотоп буламы? Юҡ! 170 гектарға тотоуы ла файҙаһыҙ әле.
Зифҡәт Ислам улы белдереүенсә, ер пайы булған һәр кеше милексе булып өйрәнергә, иңенә яуаплылыҡ ала белергә тейеш. Элек колхоз йыйылыштары ҡайһылай ҡыҙыу барған! Хәҙер битарафлыҡ хөкөм һөрә. Ныҡлы контроль һөҙөмтәһендә генә пайсылар араһында ғәҙеллек урынлаштырып буласаҡ. Ошондай тәртипте ситтәрҙән көтөп ятыу – мәғәнәһеҙлек. Бөгөнгө һәр хужаның тормош дилбегәһен үҙ ҡулына алыуы шарт. “Ерҙең хужаһы булырға тейеш”, – тиҙәр. Бына, Мәскәүҙән ерҙең хужаһы килер ҙә, иртәгә бөтәһе лә ал да гөл булып китер, тип уйлайҙармы? Кемгәлер өмөт итеп, әҙерҙе көтөп ятыу бер ниндәй ҙә файҙа бирмәҫ.
Уйлап ҡараһаң, ер хужаһы өс функцияны атҡарырға тейеш: ергә хоҡуҡ алыу, файҙаланыу һәм мөлкәткә идара итеү. Ул ошоларҙың береһен үтәмәгәндә лә мөлкәтенә ысын хужа була алмай.
Әйткәндәй...Декабрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы була. Унда пай ерҙәренә бәйле проблемаларҙы хәл итеү юлдары тураһында һөйләшеү төп мәсьәлә итеп ҡуйылған. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Әгәр ошоға бәйле һорауҙарығыҙ булһа, “Башҡортостан” гәзите редакцияһына йә иһә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетына (Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 3) хат яҙып ебәрә алаһығыҙ. Һеҙҙең уй-фекерегеҙ иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ.