Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан донъяға асыҡ
Быйыл Рәсәйҙең ЮНЕСКО — мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы — сос­тавына инеүенә 60 йыл. Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһы Президенты, Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссия ағзаһы Рөстәм Хәмитов ЮНЕСКО-ның рәсми баҫмаһы — “Вестник” журналының юбилей һанында “Донъяға асыҡ республика” исемле мәҡәләһе менән сығыш яһаны, журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

Мәҡәлә Башҡортостан менән ЮНЕСКО-ның 15 йыллыҡ хеҙмәт­тәшлек даирәһенә ҡағыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ЮНЕСКО-ның ярҙамы менән республикала бер нисә проект ғәмәлгә ашырыла: “ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре”, “ЮНЕСКО кафедраһының УНИТВИН программаһы”, “Өфө — ЮНЕСКО-ның ижади ҡалаһы”, “Донъя халыҡтары мәҙәниәтенең диалогы” һәм башҡалар. 2012 йылда “Шүлгәнташ” мәмерйәһен һәм “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын үҙ эсенә алған “Башҡорт Уралы — Урал батыр төйәге” ҡатнаш тәбиғи-мәҙәни объекты ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. “Юл картаһы”на ярашлы, әле республикала “Шүлгәнташ” мәмерйәһе ҡарамағында музей-ҡурсаулыҡ асыу, ғилми тикшеренеүҙәр, ошо төбәктә рес­таврация эштәрен ойоштороу, шулай уҡ ҡомартҡыларҙы һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара советтың Рәсәй милли комитетында төбәк бүлексәһен төҙөү йәһәтенән эш бара.
“Ҡомартҡыларыбыҙҙы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү идеяһының хуплау табыуы бик мөһим. Республикабыҙҙа ЮНЕСКО биосфера резерваты эшләй. Беҙҙең өсөн был ҙур ҡаҙаныш, ғорурлыҡ. Проектты ЮНЕСКО-ның билдәле эксперттары юғары баһаланы. Ғөмүмән, халыҡ-ара кимәлдәге бындай баш­ланғыстар беҙгә тәбиғи-мәҙәни мира­ҫыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуҙа этәр­гес булып тора”, — тиелә республика башлығының сығышында.
Рөстәм Хәмитов ЮНЕСКО-ның мә­ғариф өлкәһендәге ролен дә билдәләп үтте. Әйтәйек, Башҡортостанда ғына 100-ҙән ашыу мәктәп ойошманың төрлө программаларында әүҙем ҡат­наша.
“Бөгөнгө тормош шарттарында донъя рухи, әхлаҡи, мәҙәни “ҡалҡан”ға мохтаж. Ошо йәһәттән кешелеклек, тыныслыҡ, рухи байлыҡ идеяларын пропагандалаған ЮНЕСКО-ның роле баһалап бөткөһөҙ. Хәйер, ойошманың тәүмаҡсаты, булмышы һәм асылы ошонан ғибәрәт”, — тигән фекерҙә Рөстәм Хәмитов.


Автор: А. ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә