Быйыл Рәсәйҙең ЮНЕСКО — мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы — составына инеүенә 60 йыл. Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһы Президенты, Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссия ағзаһы Рөстәм Хәмитов ЮНЕСКО-ның рәсми баҫмаһы — “Вестник” журналының юбилей һанында “Донъяға асыҡ республика” исемле мәҡәләһе менән сығыш яһаны, журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
Мәҡәлә Башҡортостан менән ЮНЕСКО-ның 15 йыллыҡ хеҙмәттәшлек даирәһенә ҡағыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ЮНЕСКО-ның ярҙамы менән республикала бер нисә проект ғәмәлгә ашырыла: “ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре”, “ЮНЕСКО кафедраһының УНИТВИН программаһы”, “Өфө — ЮНЕСКО-ның ижади ҡалаһы”, “Донъя халыҡтары мәҙәниәтенең диалогы” һәм башҡалар. 2012 йылда “Шүлгәнташ” мәмерйәһен һәм “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын үҙ эсенә алған “Башҡорт Уралы — Урал батыр төйәге” ҡатнаш тәбиғи-мәҙәни объекты ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. “Юл картаһы”на ярашлы, әле республикала “Шүлгәнташ” мәмерйәһе ҡарамағында музей-ҡурсаулыҡ асыу, ғилми тикшеренеүҙәр, ошо төбәктә реставрация эштәрен ойоштороу, шулай уҡ ҡомартҡыларҙы һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара советтың Рәсәй милли комитетында төбәк бүлексәһен төҙөү йәһәтенән эш бара.
“Ҡомартҡыларыбыҙҙы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү идеяһының хуплау табыуы бик мөһим. Республикабыҙҙа ЮНЕСКО биосфера резерваты эшләй. Беҙҙең өсөн был ҙур ҡаҙаныш, ғорурлыҡ. Проектты ЮНЕСКО-ның билдәле эксперттары юғары баһаланы. Ғөмүмән, халыҡ-ара кимәлдәге бындай башланғыстар беҙгә тәбиғи-мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуҙа этәргес булып тора”, — тиелә республика башлығының сығышында.
Рөстәм Хәмитов ЮНЕСКО-ның мәғариф өлкәһендәге ролен дә билдәләп үтте. Әйтәйек, Башҡортостанда ғына 100-ҙән ашыу мәктәп ойошманың төрлө программаларында әүҙем ҡатнаша.
“Бөгөнгө тормош шарттарында донъя рухи, әхлаҡи, мәҙәни “ҡалҡан”ға мохтаж. Ошо йәһәттән кешелеклек, тыныслыҡ, рухи байлыҡ идеяларын пропагандалаған ЮНЕСКО-ның роле баһалап бөткөһөҙ. Хәйер, ойошманың тәүмаҡсаты, булмышы һәм асылы ошонан ғибәрәт”, — тигән фекерҙә Рөстәм Хәмитов.