Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сабыйһыҙ донъя йәнһеҙ
Сабыйһыҙ донъя йәнһеҙ
Район үҙәгенең Көнсы­ғыш-2 биҫтәһендә 140 самаһы урынлыҡ “Ми­ләш” балалар баҡса­һы асылды. Халыҡ­тың ҙур ҡыуанысын уртаҡла­шырға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депу­таттары Румил Аҙнабаев менән Кинйә Күскилдин да килде.


– Заманса мәғариф учреж­дениеһы төҙөү – социаль-иҡтисади үҫеш һәм халыҡтың тормошон яҡшыртыу мәнфә­ғәтендә яһалған сираттағы аҙым, – тине, тантананы асып, район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов. – Халыҡты борсоған иң көнүҙәк мәсьә­ләләрҙең хәл ителә барыуына шатбыҙ.
Рим Һатыбал улы Әбйә­лилдә һуңғы ике йылда был йүнәлештә ныҡлы эш алып барылғанын билдәләне. Мәҫә­лән, былтыр Байым, Рәхмәт мәктәптәрендә, Т. Кусимов исе­мендәге гимназияла мәк­тәпкәсә йәштәгеләр өсөн урын булдырылды, Амангилде, Дәү­ләт, Ташбулат, Йәнгел балалар баҡсаларында өҫтәмә төркөмдәр асылды, Әбйәлил ауылындағы бина яңыртылды, Дауыт башланғыс белем усағы кескәйҙәр учреждениеһы итеп үҙгәртелде.
– Балаларҙың күплеге – ха­лыҡтың йәшәргә ынтылышы күрһәткесе, – тине әлеге тантанала Румил Тәлғәт улы. – Ауылдарҙа сабый тауышы тын­маһын, балалар баҡса­лары, мәктәптәр гөрләп эшлә­үен дауам итһен, уларҙа рухлы быуын тәрбиәләнһен.
Сабыйһыҙ донъя йәнһеҙСығыштарҙан һуң халыҡты яңы бина менән ҡыуандырған “Баймаҡ” ПМК-һы” йәмғиә­тенең генераль директоры Рафаэль Сырлыбаев “Миләш” балалар баҡсаһы мөдиренә символик асҡыс тапшырҙы.
Бында алты төркөм эшлә­йәсәк. Иркен тамаша, спорт залдары, дәрес үткәреү өсөн экология кабинеты, һүрәт төшөрөү студияһы бар. Психолог, логопед, шәфҡәт туташы айырым эш кабинеттарында ҡабул итә­сәк. Аш-һыу блогы, кер йыуыу бүлмәһе лә заманса йыһаз­ландырылған.


Автор: Гөлнара КҮСӘРБАЕВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә