Район үҙәгенең Көнсығыш-2 биҫтәһендә 140 самаһы урынлыҡ “Миләш” балалар баҡсаһы асылды. Халыҡтың ҙур ҡыуанысын уртаҡлашырға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Румил Аҙнабаев менән Кинйә Күскилдин да килде.
– Заманса мәғариф учреждениеһы төҙөү – социаль-иҡтисади үҫеш һәм халыҡтың тормошон яҡшыртыу мәнфәғәтендә яһалған сираттағы аҙым, – тине, тантананы асып, район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов. – Халыҡты борсоған иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең хәл ителә барыуына шатбыҙ.
Рим Һатыбал улы Әбйәлилдә һуңғы ике йылда был йүнәлештә ныҡлы эш алып барылғанын билдәләне. Мәҫәлән, былтыр Байым, Рәхмәт мәктәптәрендә, Т. Кусимов исемендәге гимназияла мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн урын булдырылды, Амангилде, Дәүләт, Ташбулат, Йәнгел балалар баҡсаларында өҫтәмә төркөмдәр асылды, Әбйәлил ауылындағы бина яңыртылды, Дауыт башланғыс белем усағы кескәйҙәр учреждениеһы итеп үҙгәртелде.
– Балаларҙың күплеге – халыҡтың йәшәргә ынтылышы күрһәткесе, – тине әлеге тантанала Румил Тәлғәт улы. – Ауылдарҙа сабый тауышы тынмаһын, балалар баҡсалары, мәктәптәр гөрләп эшләүен дауам итһен, уларҙа рухлы быуын тәрбиәләнһен.
Сығыштарҙан һуң халыҡты яңы бина менән ҡыуандырған “Баймаҡ” ПМК-һы” йәмғиәтенең генераль директоры Рафаэль Сырлыбаев “Миләш” балалар баҡсаһы мөдиренә символик асҡыс тапшырҙы.
Бында алты төркөм эшләйәсәк. Иркен тамаша, спорт залдары, дәрес үткәреү өсөн экология кабинеты, һүрәт төшөрөү студияһы бар. Психолог, логопед, шәфҡәт туташы айырым эш кабинеттарында ҡабул итәсәк. Аш-һыу блогы, кер йыуыу бүлмәһе лә заманса йыһазландырылған.