Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "Аҡбуҙат" нимә вәғәҙә итә?
Республикала ойошторолған фестивалдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Кино сәнғәте өлкәһендә лә даими шундай саралар уҙғарыла. Әммә Халыҡ-ара “Аҡбуҙат” милли һәм этник кино фестивале үҙенең географияһы, маҡсаты менән башҡаларҙан айырылып тора, тип әйтергә баҙнат итәм ойоштороусылар менән осрашып фекер алышҡандан һуң.

Беренсенән, фестиваль театр, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәһендә лайыҡлы тип табылған ижади проекттар өсөн булдырылған Президент грантына ойошторола. “Башҡортостан” киностудияһы – ошо бүләкте отоусы. Гранттың бер өлөшө Өфөнөң Затон биҫтәһендә киностудияға 1000 гектар ерҙә павильон булдырыу өсөн бүленгән.
Матбуғат конференцияһында ҡатнашҡан республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов әйтеүенсә, фестивалдең төп маҡсаты – кино сәнғәте аша халыҡҡа рухи аҙыҡ биреү, йәш быуынды тәрбиәләү һәм саранан һуң төрлө илдәрҙә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә төшөрөлгән фильмдар­ҙы телевидениебыҙ аша тамашасыларға еткереү.
– Сараға 200-ҙән ашыу фильм тәҡдим ителде. Шулар ара­һынан өс йүнәлеш буйынса 33-ө конкурсҡа һайлап алынды. Быға тиклем дә республикала кинофестивалдәр ойошторолдо. Беҙ үҙебеҙҙекен “Аҡбуҙат” тип атаныҡ, тап ошо исем аҫаба халыҡтың эпостарының береһендәге изге маҡсатлы атты күҙ алдына баҫтыра. Гран-при яулаусы “Көмөш Аҡбуҙат” менән бүләкләнәсәк. Бөгөн уның һынын Санкт-Петербургта ҡоялар, – тип эш барышы менән таныштырҙы кино фестиваленең директоры Азамат Хужәхмәтов.
Шулай итеп, “Аҡбуҙат” кино фестивалендә Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Беларусь, Болгария, Куба, Иран, Ираҡ, Германия илдәренән, Рәсәйҙең Башҡортостан, Бүрәт, Татарстан, Яҡут-Саха республикаларынан, Хабаровск, Екатеринбург, Новосибирск өлкәләренән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан фильмдар ҡатнаша. Баш ҡала халҡы, ҡунаҡтар сәнғәт әҫәрҙәрен “Родина” кинотеатрында (иртәнге сәғәт 10-дан төшкө 2-гәсә), Актерҙар йортонда (сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем) бушлай ҡарай ала.


Автор: Л. Ситдиҡова.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 2

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 4

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 5

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды

Комментарий өҫтәргә