Республикала ойошторолған фестивалдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Кино сәнғәте өлкәһендә лә даими шундай саралар уҙғарыла. Әммә Халыҡ-ара “Аҡбуҙат” милли һәм этник кино фестивале үҙенең географияһы, маҡсаты менән башҡаларҙан айырылып тора, тип әйтергә баҙнат итәм ойоштороусылар менән осрашып фекер алышҡандан һуң.
Беренсенән, фестиваль театр, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәһендә лайыҡлы тип табылған ижади проекттар өсөн булдырылған Президент грантына ойошторола. “Башҡортостан” киностудияһы – ошо бүләкте отоусы. Гранттың бер өлөшө Өфөнөң Затон биҫтәһендә киностудияға 1000 гектар ерҙә павильон булдырыу өсөн бүленгән.
Матбуғат конференцияһында ҡатнашҡан республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов әйтеүенсә, фестивалдең төп маҡсаты – кино сәнғәте аша халыҡҡа рухи аҙыҡ биреү, йәш быуынды тәрбиәләү һәм саранан һуң төрлө илдәрҙә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә төшөрөлгән фильмдарҙы телевидениебыҙ аша тамашасыларға еткереү.
– Сараға 200-ҙән ашыу фильм тәҡдим ителде. Шулар араһынан өс йүнәлеш буйынса 33-ө конкурсҡа һайлап алынды. Быға тиклем дә республикала кинофестивалдәр ойошторолдо. Беҙ үҙебеҙҙекен “Аҡбуҙат” тип атаныҡ, тап ошо исем аҫаба халыҡтың эпостарының береһендәге изге маҡсатлы атты күҙ алдына баҫтыра. Гран-при яулаусы “Көмөш Аҡбуҙат” менән бүләкләнәсәк. Бөгөн уның һынын Санкт-Петербургта ҡоялар, – тип эш барышы менән таныштырҙы кино фестиваленең директоры Азамат Хужәхмәтов.
Шулай итеп, “Аҡбуҙат” кино фестивалендә Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Беларусь, Болгария, Куба, Иран, Ираҡ, Германия илдәренән, Рәсәйҙең Башҡортостан, Бүрәт, Татарстан, Яҡут-Саха республикаларынан, Хабаровск, Екатеринбург, Новосибирск өлкәләренән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан фильмдар ҡатнаша. Баш ҡала халҡы, ҡунаҡтар сәнғәт әҫәрҙәрен “Родина” кинотеатрында (иртәнге сәғәт 10-дан төшкө 2-гәсә), Актерҙар йортонда (сәғәт 10-дан киске 6-ға тиклем) бушлай ҡарай ала.