Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әсәләр һаулығын хәстәрләп
Әсәләр һаулығын хәстәрләп
Кисә Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец килде. Аэропортта уны республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.
Ольга Голодец баш ҡалабыҙҙа М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының яңы фонд һаҡлағысын, “Әсә һәм бала” клиник госпитален асыуҙа ҡатнашты. Вице-премьер шулай уҡ 39-сы гимназияла, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының акушерлыҡ-гинекология корпусында, Сипайлово биҫтәһендәге яңы 78-се балалар баҡсаһында һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды. Сәфәрҙең аҙағында Хөкүмәт йортонда эш кәңәшмәһе үтте.

Рәсәй Хөкүмәтенең вице-премьеры республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән берлектә белем биреү, медицина, мәҙәниәт учреждениелары буйлап йөрө­нө. М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының яңы бина­һын – фонд һаҡлағысты асыуҙа сығыш яһап, Ольга Юрьевна:
– Был һоҡланғыс йортҡа уҡыусылар ҙа, баш ҡала халҡы ла оло ҡыҙыҡһыныу менән килеренә, музейға ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә хеҙмәткәрҙәр ҙә ҙур тырыш­лыҡ һалырына ышанам, – тине.
– Яңы бинаны асыу – күргәҙмә зал­дары, рәссам, скульпторҙарҙың әһә­миәтле эшмәкәрлеген яйға һалыуҙа тәүге аҙымдар. Киләсәктә лә ошо йү­нәлештә бурыстар тормошҡа ашыры­ласаҡ, яңы объекттар төҙөләсәк, – тип билдәләне республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов.

***
«Єсә һәм бала» компаниялар төркөмө илдә ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген һаҡлау һәм педиатрия өлкәһендә иң алдын­ғы­ларҙың береһе булып тора. Өфөлә асыл­ған бындай заманса, юғары техно­ло­гия- лы медицина учреждениеһы, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән тыш, илдең бер төбәгендә лә юҡ. Шәхси инвестор 4,5 миллиард һум аҡса түгеп, ҙур медицина учреждениеһы төҙөткән һәм кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин иткән.
– Пациенттарға заманса бинала һәм уңайлы мөхиттә юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеләсәк, – тип белдерҙе Өфөләге «Єсә һәм бала» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Алһыу Нәзирова.
32 мең квадрат метрлыҡ майҙанда урынлашҡан бала табыу йортонда, ҡа­тын-ҡыҙ консультацияһында, балалар, яр­ҙамсы репродуктив технологиялар (ЭКО), диагностика, хирургия үҙәктә­рендә, ашығыс ярҙам бүлексәһендә өлкән йәштәгеләргә һәм кескәйҙәргә медицина хеҙмәтләндереүе тәҡдим ителә. Өҫтәүенә түлһеҙлек һымаҡ пробле­ма­лар­ҙы хәл итергә лә, бөтә ғаилә ағза­ларын дауаларға ла була.
Бында Мәскәү белгестәре лә эшләй. Мәҫәлән, госпиталдең баш табибы – билдәле акушер-гинеколог Борис Коноплев. Үҙебеҙҙең кадрҙарҙы әҙерләү маҡсатында йыл һайын Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандар клиник ординатураны үтеү өсөн Мәскәүгә ебәреләсәк. Унан һуң клиникаға эшкә ҡайтасаҡтар. Был учреждение асылыу һөҙөмтәһендә 800 яңы эш урыны булдырыла.
Єйткәндәй, 2009 йылда Өфөлә асы­л­ған беренсе «Әсә һәм бала» клиникаһы иһә эшен элеккесә репродуктив сәлә­мәтлек үҙәге булараҡ дауам итә.


Автор: Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА, Айһылыу НИЗАМОВА. Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 2

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 4

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 5

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды

Комментарий өҫтәргә