Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыш етә. Сирләмәҫкә ине...
Ҡыш етә. Сирләмәҫкә ине...
Ҡышҡы осорҙа сирҙәрҙән нисек һаҡланырға? Киҙеү эпидемияһы быйыл буласаҡмы? Эбола хәүефе беҙгә янаймы? Иң һау-сәләмәт граждандар Рәсәйҙең ҡайһы төбәгендә йәшәй?
Дәүләт Думаһы депутаты, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева
“Берҙәм Рәсәй” сайтында халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Шуларҙың бер нисәһен уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.


— Донъя халҡын ҡурҡыуға төшөргән Эбола эпидемияһы элек күҙәтелгәнме?
— Эйе, кешелек был үлемесле сир менән тәү тапҡыр 1976 йыл­да осрашты. Әммә ул саҡта киң таралып өлгөрмәгәйне әле. Бөгөн хәл ҡатмарлы, әммә Рәсәй бел­гес­тәренең баһалауынса, вирус­тың таралыуын сикләй алғанда һәм эпидемияға ҡаршы көрәште көсәйткәндә, процесты туҡтатыр­ға мөмкин. Әле вирус менән за­рарланған кешеләр һаны 8 мең­дән ашты. Миграцияның көсәйеүе сир­ҙең таралыуына булышлыҡ итә. Өҫтәүенә сирҙең оҙай­лы­лы­ғы ла (21 көн) эште ҡатмар­лаштыра.
Хәҙерге ваҡытта илгә биҙ­гәк­тең инеүен булдырмау өсөн төр­лө иҫкәртеү саралары үткәрелә, дәүләт сиге аша үткәреү пункттарында санитар-карантин контро­ле көсәйтел­гәс, ай һайын 1,5 мил­ли­онға яҡын пас­са­жирҙың сә­лә­мәт­леге тикшерелә. Эпи­де­­мио­логтар әй­теүенсә, рәсәйҙәргә әле­гә хә­үефләнергә сәбәп юҡ, әммә ҡур­ҡыныслы вирус тыу­ҙыр­ған бил­дә­ләр, факторҙар хаҡын­да мәғлүмәтле булырға тейешбеҙ.
– Көҙ етеү менән үҙемдә тө­шөнкөлөк һиҙәм. Эшкә ҡул бар­май, депрессиянан йонсойом...
— Эйе, ҡайһы берәүҙәргә көҙ насар тәьҫир итә, кәйеф тото­роҡһоҙ, эшкә һәләтлелек тү­бән, йоҡо ҡаса. Хатта яратҡан эштең дә ҡәнәғәтлек тыуҙырмауы ихтимал. Был хәл-тороштоң физиологик яғы ла бар: көндөң ҡыҫҡа­ры­уы, ҡояш нурҙарының етешмәүе организмда меланин гормоны­ның күбәйеүенә килтерә. Был үҙ йәһәтендә депрессияны кө­сәйтә. Айырыуса хис-тойғоға бай, нескә кү­ңелле ҡатын-ҡыҙ ошо миҙгелгә хас тө­шөн­көлөккә бирелә. Әл­бит­тә, оҙайлы стрес­тар, хеҙмәт һәм ял режимының боҙолоуы, йоҡо туймау ҙа кәйефкә кире йоғонто яһай.
Был осорҙа туҡланыу рационына аҡһымлы аҙыҡ-түлек инде­реү файҙалы буласаҡ (тауыҡ, ба­лыҡ иттәре, артыҡ майлы бул­маған һөт ризыҡтары). Йәшелсә, еләк-емеш табындан өҙөлмәһен. Организмығыҙҙа файҙалы витаминдар, микроэлементтар күбе­рәк булған һайын кәйефегеҙ ҙә, хәлегеҙ ҙә яҡшырыр. Шоколад һәм бананда “шатлыҡ гормондары” тупланған эндорфин бар­лығын да белегеҙ. Үҙегеҙ ҙә ҡул ҡаушырып ултырмағыҙ, кәйе­фе­геҙҙе күтәреү өсөн ҡара-һоро төҫтәге кейем-һалымығыҙҙы сит­кә алып, сағыуы­раҡ­тарын һайла­ғыҙ, бүлмәгеҙҙе йышыраҡ ел­лә­тегеҙ, саф һауаға сығығыҙ. Иң мөһиме – дуҫ-ишегеҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ, ҡыҙыҡ­лы шөғөлдәр табығыҙ.
— Киҙеүҙе иҫкәртеү эшенә ниндәй баһа бирәһегеҙ?
— Быйыл федераль бюджет иҫәбенә 36 миллион кеше­гә вакцинация яһау ҡа­ралған. 10 ок­тябргә пландың яртыһы үтәл­де. Ҡайһы бер төбәктәрҙә Милли календарға ярашлы прививка яһатыу тамамланды ла инде. 1 ноябргә ҡәҙәр, дәүләт контракттарында ҡаралғанса, төбәктәргә вакцинаны илтеү тамамланасаҡ. 2015 йылдың ғинуар айында сирҙең эпидемик күтәрелеше кү­ҙә­телеүе ихтимал. Һәр кем һау­лығын хәстәр­ләргә, организмдың һаҡланыу көстәрен кү­тәреүгә йүнәлтелгән сараларҙы күрергә бурыслы.
— Илдең ҡайһы төбәгендә иң һау-сәләмәт халыҡ йәшәй? Икенсе төрлө әйткәндә, ҡайҙа йәшәү өсөн уңайлы, ә шарттар яҡшы?
– Бер төрлө генә яуап биреүе мөмкин түгел был һорауға. Сир­ҙең юҡлығы ғына һинең физик, психик, социаль һәм рухи яҡтан сәләмәт булыуыңды аңлатмай бит. Ошо йә­һәттән “РИА Рейтинг” агентлығының тик­ше­ренеүҙәренә таянырға теләйем. “Халыҡтың сә­ләмәтлеге һәм белем кимәле” өлөшөндә төбәктәр рейтингы ошон­дай күрһәткестәр менән баһа­лан­ған: тәүге тапҡыр теркәлгән сир­ҙәр, сабыйҙар үлеме кимәле; көтөлгән ғүмер оҙайлығы; юғары белем­ле­ләр өлөшө; урта белемгә эйә булмағандар һаны һ.б.
Тормош сифаты рейтингында тәүге позицияны Мәскәү һәм Санкт-Петербург яулаған. Йәшәү өсөн иң яҡшы ун төбәк иҫә­бен­дә – иҡти­сади яҡтан үҫешкән Мәс­кәү, Белгород, Воронеж, Төмән, Тү­бән­ге Новгород өлкәләре, Татарс­тан Республикаһы, Краснодар крайы, Ханты-Манси автономиялы округы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә