Ҡышҡы осорҙа сирҙәрҙән нисек һаҡланырға? Киҙеү эпидемияһы быйыл буласаҡмы? Эбола хәүефе беҙгә янаймы? Иң һау-сәләмәт граждандар Рәсәйҙең ҡайһы төбәгендә йәшәй?
Дәүләт Думаһы депутаты, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева
“Берҙәм Рәсәй” сайтында халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Шуларҙың бер нисәһен уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
— Донъя халҡын ҡурҡыуға төшөргән Эбола эпидемияһы элек күҙәтелгәнме?
— Эйе, кешелек был үлемесле сир менән тәү тапҡыр 1976 йылда осрашты. Әммә ул саҡта киң таралып өлгөрмәгәйне әле. Бөгөн хәл ҡатмарлы, әммә Рәсәй белгестәренең баһалауынса, вирустың таралыуын сикләй алғанда һәм эпидемияға ҡаршы көрәште көсәйткәндә, процесты туҡтатырға мөмкин. Әле вирус менән зарарланған кешеләр һаны 8 меңдән ашты. Миграцияның көсәйеүе сирҙең таралыуына булышлыҡ итә. Өҫтәүенә сирҙең оҙайлылығы ла (21 көн) эште ҡатмарлаштыра.
Хәҙерге ваҡытта илгә биҙгәктең инеүен булдырмау өсөн төрлө иҫкәртеү саралары үткәрелә, дәүләт сиге аша үткәреү пункттарында санитар-карантин контроле көсәйтелгәс, ай һайын 1,5 миллионға яҡын пассажирҙың сәләмәтлеге тикшерелә. Эпидемиологтар әйтеүенсә, рәсәйҙәргә әлегә хәүефләнергә сәбәп юҡ, әммә ҡурҡыныслы вирус тыуҙырған билдәләр, факторҙар хаҡында мәғлүмәтле булырға тейешбеҙ.
– Көҙ етеү менән үҙемдә төшөнкөлөк һиҙәм. Эшкә ҡул бармай, депрессиянан йонсойом...
— Эйе, ҡайһы берәүҙәргә көҙ насар тәьҫир итә, кәйеф тотороҡһоҙ, эшкә һәләтлелек түбән, йоҡо ҡаса. Хатта яратҡан эштең дә ҡәнәғәтлек тыуҙырмауы ихтимал. Был хәл-тороштоң физиологик яғы ла бар: көндөң ҡыҫҡарыуы, ҡояш нурҙарының етешмәүе организмда меланин гормонының күбәйеүенә килтерә. Был үҙ йәһәтендә депрессияны көсәйтә. Айырыуса хис-тойғоға бай, нескә күңелле ҡатын-ҡыҙ ошо миҙгелгә хас төшөнкөлөккә бирелә. Әлбиттә, оҙайлы стрестар, хеҙмәт һәм ял режимының боҙолоуы, йоҡо туймау ҙа кәйефкә кире йоғонто яһай.
Был осорҙа туҡланыу рационына аҡһымлы аҙыҡ-түлек индереү файҙалы буласаҡ (тауыҡ, балыҡ иттәре, артыҡ майлы булмаған һөт ризыҡтары). Йәшелсә, еләк-емеш табындан өҙөлмәһен. Организмығыҙҙа файҙалы витаминдар, микроэлементтар күберәк булған һайын кәйефегеҙ ҙә, хәлегеҙ ҙә яҡшырыр. Шоколад һәм бананда “шатлыҡ гормондары” тупланған эндорфин барлығын да белегеҙ. Үҙегеҙ ҙә ҡул ҡаушырып ултырмағыҙ, кәйефегеҙҙе күтәреү өсөн ҡара-һоро төҫтәге кейем-һалымығыҙҙы ситкә алып, сағыуыраҡтарын һайлағыҙ, бүлмәгеҙҙе йышыраҡ елләтегеҙ, саф һауаға сығығыҙ. Иң мөһиме – дуҫ-ишегеҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ, ҡыҙыҡлы шөғөлдәр табығыҙ.
— Киҙеүҙе иҫкәртеү эшенә ниндәй баһа бирәһегеҙ?
— Быйыл федераль бюджет иҫәбенә 36 миллион кешегә вакцинация яһау ҡаралған. 10 октябргә пландың яртыһы үтәлде. Ҡайһы бер төбәктәрҙә Милли календарға ярашлы прививка яһатыу тамамланды ла инде. 1 ноябргә ҡәҙәр, дәүләт контракттарында ҡаралғанса, төбәктәргә вакцинаны илтеү тамамланасаҡ. 2015 йылдың ғинуар айында сирҙең эпидемик күтәрелеше күҙәтелеүе ихтимал. Һәр кем һаулығын хәстәрләргә, организмдың һаҡланыу көстәрен күтәреүгә йүнәлтелгән сараларҙы күрергә бурыслы.
— Илдең ҡайһы төбәгендә иң һау-сәләмәт халыҡ йәшәй? Икенсе төрлө әйткәндә, ҡайҙа йәшәү өсөн уңайлы, ә шарттар яҡшы?
– Бер төрлө генә яуап биреүе мөмкин түгел был һорауға. Сирҙең юҡлығы ғына һинең физик, психик, социаль һәм рухи яҡтан сәләмәт булыуыңды аңлатмай бит. Ошо йәһәттән “РИА Рейтинг” агентлығының тикшеренеүҙәренә таянырға теләйем. “Халыҡтың сәләмәтлеге һәм белем кимәле” өлөшөндә төбәктәр рейтингы ошондай күрһәткестәр менән баһаланған: тәүге тапҡыр теркәлгән сирҙәр, сабыйҙар үлеме кимәле; көтөлгән ғүмер оҙайлығы; юғары белемлеләр өлөшө; урта белемгә эйә булмағандар һаны һ.б.
Тормош сифаты рейтингында тәүге позицияны Мәскәү һәм Санкт-Петербург яулаған. Йәшәү өсөн иң яҡшы ун төбәк иҫәбендә – иҡтисади яҡтан үҫешкән Мәскәү, Белгород, Воронеж, Төмән, Түбәнге Новгород өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Краснодар крайы, Ханты-Манси автономиялы округы.